Эш барышы:
*Майҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ.
*Шәкәрҙе май менән бутайбыҙ.
* 4 аш ҡалағы он һалып валсыҡ хасил булғансы ыуабыҙ.
*Ике йомортҡаны, магазин ҡаймағын һалабыҙ.
*Ҡалған ондо, ҡамыр йомшартҡысты һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Артыҡ йомшаҡ булһа, 4-5 аш ҡалағы он ҡушырға. Ҡамырҙы мешокка һалып, һыуытҡысҡа ярты сәғәткә ҡуябыҙ. Ҡамыр ял иткәндә эслек әҙерләйбеҙ.
Ҡыҙыл эремсек әҙерләп ҡуябыҙ. Алманы турайбыҙ, шәкәр ҡушып, 1-2 аш ҡалағы һыу һалып парландырып бешереп алабыҙ. һыуытырға ҡуябыҙ.
100 гр, 20 процентлы ҡаймаҡҡа 2 аш ҡалағы шәкәр ҡушып яҡшылап бутайбыҙ.
Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, таба төбәнә йәйәбеҙ ҙә тәүҙә ҡыҙыл эремсек һалабыҙ. Унан алмаларҙы теҙәбеҙ, өҫтөнә ҡаймаҡ ҡатышмаһын ҡоябыҙ.
Г.Фәтхулова.