Яҙ етеп,малды ҡырға ҡыуыр алдынан тупһа алдына ҙур алама балаҫ йәйеп ебәрәбеҙ ҙә,кәзә тарарға ултырабыҙ.Күрше ҡатындарҙы өмәгә әйтәбеҙ.Әрһеҙгә кейгән халаттарын беләктәренә элеп,үҙҙәре менән кәзә тараҡтарын тотоп киләләр.
Тәүҙә урындыҡта аяҡтарын һоноп ултырып ,самауырҙы һарҡытҡансы сәй эсәләр.Шунан тыштағы балаҫҡа ултырып кәзә көтәләр.Ағайым берәмләп кәзәләрҙе тотоп алып килеп тора,әсәй оҙон ойоҡ менән кәзәләрҙең өс тояғын ҡушып ,шаҡара бәйләй ҙә,өмәселәрҙең алдына һалып тора!Канвейыр мени!Беҙ,ҡыҙҙар ҙа,бәрән кәзәләрҙе тарарға көтөп ултырабыҙ.Эре тәкәләрҙе әсәй үҙе тарай.
Ниһайәт ,беҙҙең алдыбыҙға ла тояҡтары бәйле кәзә килеп ята.
Тараҡтарыбыҙҙы кәзәнең һыртына батырыуыбыҙ була,кәзәләребеҙ күҙҙәрен алартып ,үҙәк өҙгөс тауыш менән баҡырырға тотоналар,тыпырсыналар, бәйләнмәй ҡалған тояғы менән тибешергә,баштарын күтәреп һөҙөргә ынтылалар,уңғырҙар!
Бахыр кәзәләрҙең тиреһен һаҡһыҙ сапсып ебәрәбеҙҙер инде.
-Ипләп!Тиреһен йырта тырнайһығыҙ бит,аламалар,ошолайтып,тарағығыҙҙың тешен ныҡ батырмай ғына тарағыҙ,- әсәй ҡулыбыҙҙан тотоп,ипләп кенә тарап күрһәтә.Кәзәләр бер -ике тыпырсыналар ҙа,шымалар.Күнәләр бахырҙар.Күҙҙәрен йомоп яталар,йоҡлап китәләр.
Кәзә тарау бер байрамға оҡшап китә.Мәрәкәләшкән ҡайҙа ул!Таҡмаҡ сығарышыу,эс ҡатҡансы көлөү.
Эш бөткәс,әлеге лә шул баяғы кәзә ите ашап,бишбармаҡ менән һыйланып,тирләп-бешеп сәй эсеп,таралышалар ҡатындар.Һәр беренә берәр яулыҡ ябындырып ,гәзиткә күстәнәс төрөп оҙата әсәй.
Шунан дебеттәрҙе еҙ мыҫҡалға һалып үлсәйбеҙ.Мыҫҡалдың бер яғына бер әсмүха сәй һалабыҙ,икенсе яғына- дебет!
Иллешәр,йөҙәр грамм итеп, дебетте гәзиткә төрөп,
күк кәзә,йәйҙәүес аҡ кәзә,ҡара бәрән кәзә,һыныҡ мөгөҙлө кәзә дебете,тип һәр төргәккә яҙып,ҙур сумаҙанға тултырабыҙ ҙа урындыҡ аҫтына тығып ҡуябыҙ.
Әсәй кистәрен ,бушаған мәлдәрендә,дебет иләй.Магниттан алып ҡайтҡан шленканы ҡушып сиратып,йомғаҡлап,Бибис инәйгә алып барабыҙ.
Бибиниса уның тулы исеме.Халыҡ Бибис ,ти ҙә ҡуя.Ул яңғыҙы ғына ҡурсаҡ өйө кеүек бәләкәс кенә өйҙә йәшәй.Тимер карауаты,йәтеш урындығы,өҫтәле ,мейесе,һандығы бар.Йәтеш кенә тәҙрәләрҙә сәскәләр,япраҡтар,күгәрсендәр сигелгән ҡорғандар эленгән,стеналағы кәртишкә рамдарының өҫтөнә лә,көҙгө өҫтөнә лә сәскәле таҫтамалдар һалынған да,һәлберәп төшкән ике ситтәрендә -шау сәскә лә күгәрсендәр.Карауаттың япҡысы ла сигелгән,күперешеп ултырған яҫтыҡтарында ла пар күгәрсендәрҙе сигеп ҡуйғандар!
Урындыҡ өҫтөндә урҙа һуҙылған.Уның өҫтөндә Бибис инәйҙең ,,кешелеккә" кейгән күлдәк,камзулы,эре сәскәле кизе шәле,һары йөмпөрө -эре төймәле кофтаһы эленеп тора.
Бибис инәйҙең башында матур ялтыр яулыҡ,муйынында ат күҙендәй ҙур ҡыҙыл мунсаҡтар.Күҙҙең яуын алырлыҡ.Ҡыҙҙың күҙе ҡыҙылда бит!Иһем китеп ултырам.
Шәл бәйләй ине ул.Оҙон бармаҡтарына күҙ ҙә эйәрмәй.Энәләренең остары бер-береһенә сыҡ,сыҡ итеп тейеп алған булалар.
Бибис инәй үҙе килеп тороп һағыҙ сәйнәй.Туҙҙан ҡайнатылған һағыҙы шарт-шорт килә ауыҙында.Магниттан алып ҡайтҡандыр инде.Баҙарҙан. Минең дә һағыҙ сәйнәгем килеп китә.
Әле әсәй шәл ситен бәйләтергә,тип йомғаҡтар алып килде.Һәләк оҫта,тиҙ бәйләй шул.
Әсәйебеҙ уртаһын үҙе бәйләй.
Эш хаҡын килештеләр,әсәйем күстәнәскә бер йомарҙам май,ҡорот,кәзә ите алып килде.
Ҡыш етһә,Бибис инәй менән икәүләп Магнитҡа шәл һатырға йөрөйҙәр.Гәзиткә төрөлгән дебеттәр ҙә ,һарыҡ йөндәре лә ҙур баҙарҙа һатылып бөтә.
Бер шулай былар баҙарға,тип киттеләр ҙә,поездға һуңлап,Магнитта Бибиниса инәйҙең ызнакум мәрйәһендә йоҡларға ҡалдылар,тей.
Шәп мәрйәм бар минең,-тип алып киткән әсәйҙе Бибиниса инәм.
-Ҙур аҡ кәритәһе бар ,ванный,тип атала.Шунда йыуынып ҡайтырбыҙ бер юлы,-тип әйтә икән тей Бибиниса инәй.Ул Магнитҡа аҙна һайын йөрөгәс,ызнакумһыҙ булмай инде!
Кейем-һалым,махорка,одеколон,күлдәклек дауар,суҡлы шәлдәр ,йөн буяуҙары.карманайҙар ,сәйҙәр алып ҡайтып һата.Ыспикулант ,тип әйтәләр уны ауылда.Ул һәйбәт һүҙме,насармы белмәйем.Моғайын ,һәйбәт һүҙҙер.Әсәй насар кеше менән ҡатышмаҫ ине.
Шулайтып,әсәй менән Бибис инәй кисләтеп кенә барып еттеләр,тей мәрйәнең фатирына.Ҡыңғырауға баҫыуҙары булды,ишекте асып та ебәрҙе,ти мәрйә,Бибис инәйҙе һыға ҡосаҡлап,үпәс итеп ,илап та алды,тей.
Шулай ҡыуанды,тей.Бер туғандарын күргән һымаҡ,югереп йөрөп сәй әҙерләп,ашатып,эсереп,йыуындырып,ап-аҡ түшәктәр түшәп,йоҡларға һалды,тей.
-Шулай шәп ул минең Маташам,-тип әйтеп йоҡлап китте,тей Бибис инәй.
Ана шул Бибис инәйҙең Маташаһы йәй еткәс,ауылға еләккә барырмын ,тип әйтте,ти.
-Килерһең,еләк тә мнугы,сейә лә беҙҙә мнугы,тип,вәғәҙәләр бирешеп ҡайтҡандар әсәй менән Бибис инәй ҡыш өҫтөндә.
Ҡыштар үтеп,яҙға инеп,кәзәләрҙе тарап ,улай-былай иткәнсе
йәйе етеп,ғәләмәт булып еләк тә,сейә лә уңды бит! .Бибис инәй Магнитҡа ,үҙе әйтмешләй ,рассада "ашарға барғанында мәрйәһенә инеп сәй эскән,шунан Маташаһын эйәртеп алып ҡатҡан.
Кискә Мәрйәһен өйҙә ҡалдырып,үҙе генә беҙгә килде.
-Ней бит әле,Гөлшат,Маташа килде эйәреп.Еләккә.Ягода йыйырға.Атың бармы?Кейәү ҡайҙа?-Бибис инәйҙең кәйефе юҡ һымағыраҡ.
-Ат юҡ бит әле.Кейәүең ике көнһөҙ ҡайтмай.Ат бушамай,-ти әсәй.
-Ярай,йәйәүләп апарырбыҙ,-Бибис инәй сәйгә һөт алып,ҡайтып китте.
Иртәгәһен таң менән Бибис инәй,Наташа апай,әсәй ,ҡыҙҙар киттек еләккә.Ирәндеккә.Йәйәүләп,Көн эҫе.Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра.
Аҙыраҡ бара биргәс,үләнгә ултырып хәл йыйҙыҡ.Шешәләребеҙҙән һыу уртлаған булдыҡ.Тирләтте.Ярай урман эсенән,күләгәнән атлап киләбеҙ.Наташа апай күңелсәк кенә ҡатын икән.Тәбиғәткә-ҡош һайрауына ла,себен осҡанға ла,талғын иҫкән елгә лә,үлтереп ҡыҙҙырған ҡояшҡа ла ҡыуанып килә.
-Ох,как красиво птицы поют!Ой,мухи!Ой,бабочка!-тип ҡысҡырып ебәрә.
-Ни нәмә тей шул Маташа?Ниндәй бабушка булһын бында.Бабушка түгел,үҙебеҙ саҡ киләбеҙ,-тей Бибис инәй йәне көйөп.
-Ох,горы какие высокие!Ручеек такой чистый!-Наташа апай кисеүҙә битен йыуа башланы,көлә,шатлана,услап һыу һемерә,беҙгә һыу һирпә.
Әсәй менән Бибис инәй арттараҡ киләләр ине,Наташа апай йыуынып торғансы,беҙҙе үтеп киттеләр.
-Мәлһеҙ килде Маташаһы!Ат эштә саҡта!-тей Бибис инәй,һағыҙы ауыҙында шарт-шорт килә.Йәне көйгән һайын,ауыҙы шәберәк ҡыбырҙай.
Арыны ла инәй,арыуҙан бигерәк мәрйәгә йәне көйә.Һиҙеп киләм.Беҙҙең ауыл кешеһе ер-һыуын,еләк-емешен ,ағасын да ,ташын да,себен-серәкәйен дә ситтәрҙән ҡыҙғаныусандар .Москвич,жигулиҙар менән килгәндәрҙе тере биреләре күрәләр,йәнәһе,бесәнде тапайҙар,машина төтөнө һауаны бысрата.Миндек өҙгәндәрҙе лә яратмайҙар-гурыт кешеһенә ббу...бысағымамы миндек? Сабыналыр шул улар.Уларҙың аҡ ванныйҙары бар!Мал көтөп йонсоп ,кәбәтәләре ҡатып йөрөмәйҙәр әле!
,,Нишләп Наташа апайҙан ҡыҙғанып килә икән ҡырҙағы еләкте?Үҙе гел шул апайға йөрөй?Наташа апай күп булһа ,шул бер капрон биҙрә еләк йыйыр .Кеше ыспикулант,тип бушҡа әйтмәйҙер Бибис инәйҙе,тар эс булғанға әйтәлер"-тип уйлап алам-ыспикулант был настояшный!
Шул саҡ һыу кисеп йыуынып торған Наташа апай һаҙ яңғыратып сөскөрҙө бит.Алда китеп барған Бибис инәй терт итеп ҡалды .
-Әпсәһенең б...бб...башы!Маташааа!!!Һағыҙымды йотторҙоң!!!-тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡото осҡан Бибис инәй.
-Спасибо,Бибиниса апа!-Наташа апай шулай тип яуап бирҙе.
,,Будь здорова!"-тип аңланы Наташа апай.
Һөмһөрө ҡойолоп китеп барған Бибис инәм менән әсәй Ирәндекте яңғыратып көлөп ебәрҙеләр.Беҙ,ҡыҙҙарға ла етә ҡалды-тәгәрәшеп ятып көлдөк.Наташа апай ғына бер ни аңламаны.Йылмайып тик торҙо.
Шулай көлөшә-көлөшә бара инек,һибелеп ятҡан еләк өҫтөнә килдек тә сыҡтыҡ.
Ул еләктең эрелеге!Бибис инәйҙең мунсағынан да ҙур!
Күп итеп йыйып алып,ҡыуанышып ҡайттыҡ.
Наташа апай менән икенсе көндө лә
Ирәндеккә барҙыҡ.
Беҙ ҡайтыуға атай эштән ҡайтып,кәзә һуйып тора ине.
Рәхәт кәзә көткәс.Һуйһаң ите,эсһәң һөтө,тараһаң дебете!Бына дебет йөкмәп,Магнит барырбыҙ ҡышҡыһын .Наташа-Маташаларға инербеҙ,Алла бирһә!
С.Тамимдар.
ФОТО ИНТЕРНЕТТАН