Бөтнөк—мята
1.Эс ҡыҫылыуын (спазм) баҫа. Бөтнөк аш һеңдереү системаһы мускулдарын йомшарта, шуға ла спазм баҫыла. Әгәр үтә борсолоп эсегеҙ ауырта башлай икән, бөтнөк менән эҫе сәй йә иһә лимонлы-бөтнөклө йылы һыу эсегеҙ.
- Инфекцион сирҙәрҙе киҫәтә. Бөтнөк бактерияға ҡаршы көскә эйә. Уны үҙ рационығыҙға индерһәгеҙ, организмығыҙ төрлө инфекцион һәм бәшмәк ауырыуҙарына бирешмәҫ.
3. Сысҡандарға ҡаршы «көрәшсе» лә ул бөтнөк. Өй тирәләй күберәк бөтнөк сәсегеҙ. Һеҙҙең биләмәлә сысҡан, ҡомаҡ булмаҫ.
4. Аяҡтар өсөн тынысландырыусы скраб эшләргә була. Бөтнөктә ментол бар, ул көнө буйына талған аяҡты тынысландыра. Ваҡ ҡына ҡырҡылған бөтнөктө еүеш тоҙ һәм зәйтүн майына ҡушығыҙ ҙа, шуның менән табанды ышҡығыҙ. Аҙыҡ йыуырһығыҙ.
5. Баш ауыртыуын баҫа. Баш ауырыуы йыш ҡына спазмға бәйле. Эс ауыртҡандағы кеүек үк бөтнөклө эҫе сәй эсегеҙ.
- Танау тонһа тын алыу ауырлаша. Шул саҡта бөтнөктән төнәтмә эшләп, ингаляция эшләгеҙ. Унан килгән йылы парҙа ментол була. Танауға тамыҙған дарыуҙан һис кәм түгел.
7. Стресты ебәреү өсөн дә бөтнөк яҡшы. Йәнә бөтнөклө сәй йә йылы һыу эсегеҙ.
8. Яман шеш ауырыуҙарынан профилактика. Әле бөтнөктөң яман шеш күҙәнәктәренә тәьҫире ныҡлы өйрәнелә. Ул сирҙең үҫешенә тотҡарлыҡ яһай тигән фекер бар. Әлбиттә, әле иҫбатланмаған, әммә бөтнөклө сәй зыян итмәҫ.
9. Турамаға ҡушып ашағыҙ. Йәшелсәле салатығыҙға бер нисә бөтнөк япрағын ҡушығыҙ. Тәмле лә, файҙалы ла.
10. Косметикала ҡулланырға була. Бөтнөктөң эфир майын дарыуханала табырға була. Шуның бер генә тамсыһын көндәлек кремығыҙға, шампунығыҙға ҡушығыҙ.
11. Бөтнөклө боҙ. Бөтнөктө боҙолмаҫ борон ҡулланырға кәрәк. Боҙолмаһын тиһәгеҙ, уларҙың берәр япрағын һыуға ҡушып, боҙ итеп туңдырығыҙ. Аҙаҡ һәр киҫәген һыуға, лимонадҡа, һыуыҡ сәйгә ҡушырға ла хуш еҫле эсемлек итеп эсергә мөмкин.
12. Бит өсөн тоник эшләп алығыҙ. Һыуыҡ һыуға бөтнөктө ваҡлап һалып, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Аҙаҡ ошоноң менән битегеҙҙе сайҡатығыҙ.
- Балаҫығыҙға бер сәғәткә ваҡланған бөтнөк һәм аш содаһы һибегеҙ. Унан саң һурҙырғыс менән һурҙырығыҙ. Бүлмәлә хуш еҫ таралыр һәм таҙа булыр.
14. Һауа таҙартыу сараһы. Бының өсөн башҡа сәскә таждарына йә япраҡтарына бөтнөк ҡушып бүлмәгә ҡуйығыҙ.
15. Теш таҙартыу пастаһы эшләргә була. Аш содаһы һәм водород перекисына бөтнөк майы ҡушығыҙ. Был теште ағарта, алама еҫте ала. Тик быны йыш ҡулланыу тыйыла! Аҙнаһына бер, бәлки унан да һирәгерәк ҡулланырға кәңәш ителә.
*Табип менән кәңәшләшергә.