Сибай балалар музыка мәктәбе – йыр-моңға, бейеүгә һәләтле уҡыусыларҙың сәнғәт серҙәренә өйрәнгән мәҙәни усаҡтарҙың береһе. Уның күп кенә сығарылыш уҡыусылары ижади юҫыҡта ҙур уңыштарға өлгәшкән. Әммә уҡытыусыларҙың һөнәри кимәле ни тиклем юғары булмаһын, мәктәптә музыкаль белем алыу өсөн уңайлы шарттарҙың булыуы бик мөһим. Шуға күрә мәктәп коллективы бынан бер нисә йыл элек урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы тормошҡа ашырыла башлағас та уға әүҙем ҡушыла һәм мәҙәниәт учреждениһын яңыртыуға өлгәшә.
--Сибай балалар музыка мәктәбе 1978 йылда төҙөлгән. 46 йыл эшләү дәүерендә учреждениеның тышҡы йөҙө тәүге тапҡыр ремонтланды. Ремонт эштәре 2020 йылдан 2024 йылға тиклем 4 этапта алып барылды. Эште урын еренә еткереп ҡуйыуға мәктәп эргәһендәге күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр һәм инициатив төркөм ҙур тырышлыҡ һалды. Хәҙер тыштан мәктәп заманса, матур күренһә, бина эсендә күпкә йылы буласаҡ,--тине Сибай балалар музыка мәктәбе директоры Илүзә Хоҙайғолова.-Был тәжрибә беҙгә берҙәм көс, аныҡ координация алға ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итеүен һәм һөҙөмтәгә илтеүен күрһәтте. Подрядсы ойошма - "Корпорация -Р" яуаплылығы сикләнгән йәмғәт етәкселегенә айырыуса рәхмәтлебеҙ. Улар мәктәптең тышҡы йөҙөн металл сайдинг менән көпләне, бинаның төнъяҡ стенаһын нығытты. Эште сифатлы итеп башҡарып, билдәләнгән ваҡыттта тамамлап ҡуйҙылар.
Мәктәптең тышҡы йөҙө эстетик төҫ алып, ҡала ландшафтында сағыу булып кешеләрҙе мәктәптә даими рәүештә уҙғарылған мәҙәни сараларға әйҙәп әллә ҡайҙан күренеп ултыра.
Гөлдәр Ҡадаева.