Бөгөн, Республика көнө алдынан, Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында мөһим ваҡиға булды. Темәс-Әмин-Үрге Иҙрис-Түбәнге Иҙрис-Ҡолсора-Муллаҡай йүнелешендәге газ үткәргесе тоташтырылып, Үрге Иҙрис ауылы өйҙәренә «зәңгәр яғыулыҡ» инде. Был районда газификация кимәлен күтреүгә йәнә бер етди аҙым. Газ үткәргесте төҙөү еңел түгел, әммә мөһим проект. Берҙәм тырышлыҡ һәм көс менән ул эш башҡарыла. Район етәкселеге «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең Сибай филиалына, подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтле.
«2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында газификацияны һәм газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһы»н Баймаҡ районында уңышлы тормошҡа ашыралар. Март айында Урғаҙа-Янғаҙы-Ишмөхәмәт йүнәлешенда ауыл-ара газ үткәргес эксплуатацияға тапшырылһа, Сәйғәфәр-Йомаш-Юлыҡ-Ишбирҙе тарафында эштәр тамамланыуға бара. Был үткәргес йәмғеһе 1,5 мең өйҙө һәм 20-нән ашыу социаль объектты «зәңгәр яғыулыҡ»лы итмәксе. Бының менән генә эш тамамланмай. Киләсәктә Һәмән, Күгиҙел, Үрге Яйыҡбай, Һаҡмар һәм Ҡыуат ауылдары ла сиратта тора.