Данир Хәмзин 2 йыл элек бер нисә коллегалары менән бергә өлөшләтә мобилизацияға эләкте. Әлеге көндә ул алғы һыҙыҡта неофашизмға ҡаршы көрәшә.
-Кәләшем менән 2 йыл элек Илнар һәм Фидәлиә Хәтмуллиндарҙың туйында ныҡлап дуҫлашып киттек. Ваҡыт беҙҙе һайлағас, Тыуған ил һағына баҫтыҡ. 5 бейеүсе бергә инек, ҡыҙғанысҡа күрә, икәүебеҙ һәләк булды,--тип һөйләй “Хәмзә” ҡушаматлы яугир.-Шулай ҙа яҡшыға өмөт итәбеҙ, еңеү яулап ҡайтырыбыҙға ышанам. Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселеге беҙгә матди яҡтан да, рухи яҡтан ныҡлы ярҙам күрһәтә. Был юлы ла дрон, дронға ҡаршы ҡоролма һатып алып бирҙе. Хәрби заданиеларҙы үтәгәндә улар ныҡ кәрәк. Рәхмәт барыһы өсөн дә!
Данир Хәмзиндың яуҙа күрһәткән батырлығы “IV дәрәжәле Святой Георгий” ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән баһаланған.
Яугирҙең кәләше Гүзәлиә Бөрйән районы ҡыҙы. Ул Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Себер тарафтарында нефть-газ компанияһында эшләй, ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем ала.
-Данир махсус хәрби операцияға киткәнгә ҡәҙәр уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Әммә быйыл яҙ ғына өйләнешеү насип булды. Данир ваҡытлыса ялға ҡайтһа, уға өйрәнеп ҡалам да, китер ваҡыты етһә айырылышыуы ныҡ ҡыйын. Башҡаса әмәл юҡ, тыным менән һурып алырҙай булһам да түҙәм, көтәм,--ти йәш кәләш.
Нисек кенә булмаһын, тормош дауам итә, йәштәр ғаилә ҡора. Тиҙерәк донъяла тыныслыҡ, именлек урынлашһын да ир-егеттәребеҙ бырыһы ла имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!