Бөтә яңылыҡтар

Вәзәменә ҡайтып ятты...

Хәйбулла районы халҡы махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ Илшат Мөхәмитдин улы Ҡырғыҙбаевты һуңғы юлға оҙатты

Вәзәменә ҡайтып ятты...
Вәзәменә ҡайтып ятты...

Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов белгертте:

-Бөгөн беҙ махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ Илшат Мөхәмитдин улы Ҡырғыҙбаевты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ил яҙмышында барған ваҡиғаларға битараф ҡалмай, Илшат Мөхәмитдин улы тиҫтәләгән мең һалдат һәм офицерҙарыбыҙ кеүек нацизмға ҡаршы көрәшкә баҫа, Ватаныбыҙҙы, беҙҙе яҡларға ҡарар итә. Алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәп, ул ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланында һәләк була. Ул беҙҙең һәр беребеҙҙең, хәйбуллаларҙың һәм республиканың яҡты киләсәге өсөн башын һалды. Яҡташтары хәтерендә үҙ ғүмерҙәрен аямай һәләк булған батырҙарыбыҙ мәңге йәшәйәсәк. Әле яу яланында йөрөгән егеттәребеҙ имен-аман тыуған ерҙәренә тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын, ил-йортобыҙ тыныс булһын! Яугирҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Тыныс йоҡлаһын батыр яҡташыбыҙ. Беҙҙең хәтерҙә ул ғүмерен илдең азатлығы, яҡты киләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ!

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Вәзәменә ҡайтып ятты...
Вәзәменә ҡайтып ятты...
Автор:Гульдар Кадаева