Бөтә яңылыҡтар

Хәрби хеҙмәт сыныҡтыра

Сибай егете Арслан Мусин былтыр көҙ Ватаны алдындағы бурысын Ростов өлкәһенең Персиановский ҡасабаһындағы хәрби часта намыҫ менән үтәп ҡайтҡан. Тырыш егет 68-се танк гвардияһы полкы 150-се мотоуҡсылар дивизияһының танк ғәскәрҙәре сафында водитель булып хеҙмәт иткән. Армияға ҡәҙәр гимназияла 9-сы класты тамамлап, Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжда ҡоролмалар төҙөлөшө һәм эксплуатация бүлегендә һөнәр үҙләштергән.

Хәрби хеҙмәт сыныҡтыра
Хәрби хеҙмәт сыныҡтыра

Юғары белемгә ынтылышы егетте Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтына алып бара. Техник урта махсус белемле егет уҡыу йортоноң технология һәм информатика факультетын һайлай. Уны шунда уҡ төркөм старостаһы итеп тә ҡуялар. Студент тормошона баш-көллө сумдым, тигәндә илдә өлөшләтә мобилизация башланып китә. Йәш егеттәрҙе әрме хеҙмәтенә лә саҡыра башлайҙар. Колледжда белем алған сағында әрменән кисектерелеү бирелгәс, был юлы егеткә һайлау бирелмәй, шуға ла ул тиҫтерҙәре менән хеҙмәт итеп ҡайтырға була. Улының был ҡарарын ваҡытында Һамар, Тоцк тарафтарындағы мотоуҡсылар разведка взводында хеҙмәт иткән атаһы,  ҡаланың “Юлдаш” һауыҡтырыу лагеры директоры Рөстәм Салауат улы Мусин да хуплай.

-Хәҙерге заманда әрме сафын үтмәй тороп, эшкә урынлашыуы бик ауыр. Һәр егет был мәктәпте үтергә тейеш, тип иҫәпләйем. Хәрби хеҙмәт сыныҡтыра, нығыта, донъяға ҡарашты үҙгәртә, ата-әсә ҡурсыуы, ҡанаты аҫтынан яңы сыҡҡан малайҙарҙан ысын ир-егеттәр яһай,--ти Арслан Мусин.

Арслан әрменән ҡайтҡас та институтта уҡыуын дауам итә. Төркөмдәштәре алдында быға ҡәҙәр махсус уҡыу йортон тамамлап килгән егет булараҡ абруй ҡаҙанһа, әле уны һалдаттан ҡайтҡан, тормош күргән егет тип ихтирам итәләр. Кураторҙары Рафиҡ Рәжәп улы Байғотлин да тырыш студентҡа яуаплы эштәр ҡуша.

Арсландың әсәһе Гөлнур Рәфҡәт ҡыҙы Алтын ҡасабаһының “Алтынай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Һеңлеһе Гүзәлиә ағаһы белем алған Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжының информатика бүлегендә уҡый. Бәләкәстәре Мәҙинә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Һалдаттың ата-әсәһе лә, һеңлеләре лә уның менән сикһеҙ ғорурлана.

Автор:Гульдар Кадаева