АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Парлы йәшәүгә ни етә?

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда «Пар ҡанаттар» район конкурсы үтте. Ғаилә йылына арналған сара оҙаҡ йылдар бергә тиң һәм тигеҙ йәшәгән төрлө ауылдарҙан ғаиләләрҙе бер сәхнәгә йыйҙы. Уларҙың сығыштары шул тиклем моңло йырҙар менән үрелеп барҙы, ҡатындары йырлаһа, ирҙәре гармунда уйнаны. Конкурсанттар үҙҙәре, яратҡан аш-һыуҙары, шөғөлдәре менән таныштырҙы.

Парлы йәшәүгә ни етә?
Парлы йәшәүгә ни етә?

 Ярышта Ергән ауылынан Гөлсөм һәм Юнир Әлибаевтар Нуритдин һәм Рәймә Юнысовтарҙың махсус бүләге менән бүләкләнде.
Беренсе урынды Фәрит менән Әминә Юнысовтар (Әбеш ауылы) яуланы.Бергә 39йыл йәшәйҙәр. Нуритдин һәм Рәймә Юнысовтарҙын махсус бүләге менән бүләкләнде.
Икенсе урынға
Фазылйән һәм Фәнүзә Ишҽмғоловтар сыҡты. Улар Аҡъюл ауылынан бергә 55 йыл ғүмер иткән пар. (Махсус бүләкте Атингән ауыл биләмәһе башлығы Айнур Юнысов бүләк итте һәм Йәнтеш мәҙәниәт йорто бүләге).
Әүхәт һәм Фәйрүзә Карпеевтар Аҡташ ауылынан, 41йыл бергәләр. (Йәнтеш мәҙәниәт йортоноң һәм Зилә Сынбулатованың бүләген алдылар).
Өсөнсө урынға:
Рәшиҙә һәм Рәис Сәйфуллиндар 30 йыл бергә ғүмер итә, Һаҡмар-Наҙарғол ауылынан. (Йәнтеш мәҙәниәт йортоноң бүләге, Нуритдин һәм Рәймә Юнысовтарҙын махсус бүләге менән бүләкләнде).
Дамир һәм Зимфира Исмәғилевтар 46 йыл бергә ғүмер юлы үтеп, Әбеш ауылында йәшәй.(Йәнтеш мәҙәниәт йортоноң бүләге).
Гөлгөнә һәм Шәһит Йыһаншиндар, Сәғит һәм Лилиә Моталовтар Йәнтеш мәҙәниәт йортоноң бүләге менән бүләкләнде.

Автор:Гульдар Кадаева