АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уңғандар беҙҙең арала!

Сибай мәғлүмәт үҙәгенең бер төркөм хеҙмәткәрҙәре Рәсәй матбуғаты көнө һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Сибай ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Уларҙың йәштәр булыуы һоҡландыра.

Уңғандар беҙҙең арала!
Уңғандар беҙҙең арала!

Әйтәйек, бухгалтер Ралина Мөхәмәтшина үҙәктә 4 йылға яҡын эшләй. Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын бөткән ҡыҙ хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһының “Строймеханизация” йәмғиәтендә башлай. Иҫәп-хисапты яҡшы алып бара, дәрте ташып торған йәш белгес коллективта ҙур абруй менән ҡаҙана.

Типографияның электрон баҫма операторы Альбина Ниғәмәтуллина типографияла үҫте тиһәң дә була. Уның әсәһе Әлфирә Биктимерова оҙаҡ йылда ошо предприятиела эшләне. Әле ҡыҙы уның юлын 2019 йылдан дауам итә.

“Атайсал” гәзитенең верстка инженеры Гөлназ Шәрипованың хеҙмәт стажы арыу ғына – ул редакцияла 2007 йылдан хеҙмәт итә. Ике юғары уҡыу йорто тамамлаған белгес сығышы менән Баймаҡ районының Буранбай ауылынан. Ире Илнур Шәрипов менән 3 ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Йорт һалалар, тырышып донъя көтәләр.

“Атайсал” гәзите водителе Ренат Хәсәнов менән алыҫ юлдар ҙа ҡыҫҡа тойола. Автомобилдең техник торошона айырым иғтибар бүлгәнгә лә уның менән юл йөрөүе хәүеф тыуҙырмай. Бынан тыш, беҙҙең Ринат медик та. Уның башҡа һөнәрҙәре лә бик күп. Ярҙамсыл, эшкә шәп булғанға ла уны барыһы ла ихтирам итә. Ренат Мөхәмәт улы ҡатыны Гөлнәзирә менән Алиса, Вадим исемле матур балалар тәрбиәләй.

Уңғандар беҙҙең арала!
Уңғандар беҙҙең арала!
Уңғандар беҙҙең арала!
Уңғандар беҙҙең арала!
Уңғандар беҙҙең арала!
Автор:Гульдар Кадаева