АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кеше яҙмыштары

Ял йортона барып урынлашҡас, таныштар булмаҫмы, тип шифахананың биләмәһе буйлап киттем. Бер юлы танышып та сығырмын. Кире боролғанда күреп ҡалдым мин ул ҡатынды. Моңһоу ҡараштарын алыҫҡа төбәгән апайҙы ҡайҙалыр күргән һымаҡ булғас, уға яҡынланым. Һүҙ ҡушҡанды ла ишетмәне , ахрыһы. Икенсегә һаулашҡас ҡына , һин кем ул, тигәндәй ,ҡарашын миңә төбәне. Таныным мин уны . Бала сағым үткән ҡалала ҡала араһында йөрөгән автобустарҙың береһендә кондуктор булып эшләне. Күрер күҙгә һөймәләкле был апай үҙ ғүмеремдә меңләп күргән кондукторҙар араһында күңелемә шул тиклем уйылып ҡалғайны.

Кеше яҙмыштары
Кеше яҙмыштары
Автор:Гульдар Кадаева