АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ир үсегеп, айҙар буйы һөйләшмәһә, нишләргә?

Иртән "Юлдаш" радиоһында психологҡа бер ҡатын һорау бирҙе: "Ир үсегеп, айҙар буйы һөйләшмәһә, нишләргә?". Психолог яуап бирә: "Конструктив һөйләшеү кәрәк! Әйҙә, ултырып һөйләшәйек, нимә оҡшамай?-тип"...Һы! Бәлки, ятып теҙләнергәлер?! Үсеккән әҙәм менән мәңге аралашмаған кешенең кәңәше.

Ир үсегеп, айҙар буйы һөйләшмәһә, нишләргә?
Ир үсегеп, айҙар буйы һөйләшмәһә, нишләргә?

Тост созрел, әй, пост созрел))

Ҡайһы саҡ психологтарҙың үҙҙәрен дауалағы килә, ей-богу)).

Үсеккән иргә инәлеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың ҡәҙер генәһе, беләһегеҙме, ниндәй кимәлдә? Плинтус тәңгәлендә. Көйһөҙ кейәүҙең ҡурайына бейей торғас, үҙ баһаһын һалып тапайҙар. Тегеһе манипулятор. Шуның менән файҙалана. Үсегеп, ҡатынын инәлтеп, үҙенең мөһимлеген иҫбатлай. Кәмһетеүҙән үҙенә көс ала. Ул кем шул хәтле? Алланың ҡашҡа тәкәһеме? Кемдеңдер комплекстарын дауалар өсөн кейәүгә сыҡмай ҙаһа ҡатын-ҡыҙ! Ҡотҡарыусы ла түгел. Маңҡаһын һөртөп, каприздарына бейеп торорға әсәй булып та бармаған. Әсәйҙе лә 6 йәштән һуң бейетмәйҙәр. Терәк-таяныс тойоп, аңлашып йәшәр өсөн тормошҡа сыға ҡатын-ҡыҙ. Ултыр ҙа һөйләш, ир бул! Ҡайҙа тәүбаш яуаплылыҡ?! Айҙар буйы яҡыныңды ыҙалатыр өсөн ғаилә ҡорҙоңмо ни?

"Әйҙә, һөйләшәйек әле, аңлашайыҡ инде" тип йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың хаҡы һуҡыр бер тингә тиң. Сөнки ғаилә, мөнәсәбәттәр, парлылыҡ бары тик уға ғына кәрәккә әйләнә. Ә йәбешеп ятҡан бәхеттең ҡәҙере юҡ.

Балалыҡтан сығып бөтмәү ул үсексәнлек. Бахырлыҡ. Һөйләшмәгәс, нишләп йәшәйһең уның янында? Ҡарауыллайһыңмы? Һинән башҡа һөйләшеүсе ир табылыр тип ҡурҡаһыңмы? Табылыр ҙа! Уҡытырлыҡ һабаҡ булыр.

Нишләргәме? Үсеккән "малайға" түшәлеп, ҡорбан хәленә төшмәҫкә! Һөйләшмәй икән - мәйеле! Үҙ тормошоң менән йәшәп тик ятырға. Үҙенә кәрәкһә, һөйләшер әле, һайрап ебәрер! Шул ваҡытта "Бәтәс, һин дә бармы ни был донъяла?" тип "ғәжәпләнергә" генә онотмаҫҡа)). Битарафлыҡ - иң көслө уҡытыусы.

Светлана Насырова.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Гульдар Кадаева