АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өшөмәһен егеттәр

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы халҡы егеттәргә йылы әйберҙәр - юрғандар, бейәләйҙәр, йөн ойоҡтар йыйған

Өшөмәһен егеттәр
Өшөмәһен егеттәр

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә ярҙам кәрәк тигәндә, Күгиҙел ауылы халҡы гел генә әүҙемлек һәм берҙәмлек күрһәтә. Был юлы ла шулай булды. Ниндәйҙер ватсап төркөмөндә егеттәргә йылы әйберҙәр кәрәк тигән хәбәр таралғас, күп уйлап тормай әйбер йыйырға керештек. 

#БеҙБергә#КүгиҙелҺеҙҙеңМенән девизы аҫтында егеттәребеҙгә ебәрергә бик күп кенә әйберҙәр йыйылды һәм Билал ауыл хакимиәтенә алып барып тапшырылды. Беҙ ебәргән гуманитар ярҙам - беҙҙең күңел йылыһын ҡушып әҙерләгән йылы өсбармаҡ -бейәләйҙәр, йөн ойоҡтар, юрғандар егеттәребеҙгә тыуған яҡ, өй йылыһын еткерһен.
Эйе, беҙ, күгиҙелдәр, һәр ваҡыт бергә һәм һәр ваҡыт әүҙем! Ауыл халҡына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ил-йорт тынысланып, егеттәр тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, ә ауылдаштар һау-сәләмәт булһындар!

 

Әлиә Дауытбаева, Күгиҙел китапханасыһы.

Автор:Резеда Валиева