Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәрҙе хәстәрләп

Хәрби операциялағы егеттәр өсөн бер нәмә лә йәл түгел...

Яугирҙәрҙе хәстәрләп
Яугирҙәрҙе хәстәрләп

Бөгөн Баймаҡ районында йәнә гуманитар ярҙам әҙерләнә. Һәр ауыл ҡулынан килгәнсе кәрәк-яраҡ йыя, маскировака селтәре үрә. Түбәләр иһә борщ әҙерләгән.


--Түбә ауылы ағинәйҙәре махсус хәрби опҽрацияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләүҙә әүҙҽм ҡатнаша. Ауыл Советы һәм  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре  менән бергәләп ауыл мәҙәниәт йортонда йыйылып борщ әҙерләнеләр. Борщ әҙерләү өсөн  һәр кем кәрәкле йәшелсәләрҙе алып килде. Банкаларҙы ла бергәләп хәстәрләне.  Яугирҙәребеҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһын, тип теләй-теләй, бергәләп  ошо ризыҡтарҙы әҙерләнеләр. Беҙҙең күстәнәстәр уларға өй йылыһын, яҡындарының, ауылдаштарының  хәстәрен һәм сәләмдәрен алып барып еткерһен,--ти түбәләр.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: