АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Икмәк алдыҡ, аҡса ла бирҙек

Күптән түгел генә хәбәр иткәйнек: Сибай ҡалаһының “ПекариЦа” икмәкханаһы махсус операциялағы яҡташтарыбыҙ өсөн икмәк бешереп, уны Сибайҙан китәсәк ылау менән бергә ебәрә. Бөгөн икмәкхананың хужабикәһенә ярҙам кәрәк. Ул ҡалалаштарҙы ошо арала күпләп икмәк алырға саҡырғайны, сөнки он һәм башҡаһын алырға аҡса талап ителә. Акция хаҡында яҙыуыбыҙ булды, иң беренсе булып Төйәләҫ ауылы ағинәйҙәре ҡушылды.

Икмәк алдыҡ, аҡса ла бирҙек
Икмәк алдыҡ, аҡса ла бирҙек

--Ағинәйҙәр ҡорон булдырыусы ауылдашыбыҙ, мәғариф ветераны Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова әле Сибайҙа йәшәһә лә беҙҙең менән бәйләнешен өҙмәй. Ул беҙгә әлеге акцияны әйтеүе булды шунда уҡ икмәкханаға ярҙам итергә ҡарар иттек. Таныштарыбыҙға, күршеләребеҙгә әйттек. Фәрзәнә Ишемғолова, Рәсимә Насырова һәм бик күптәр аҡса бирҙе. Төйәләҫ мәктәбенең фән-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Илүзә Әсхәт ҡыҙы Буранғолова электән ағинәйҙәр менән берлектә тәрбиәүи эштәр алып бара, ул да тиҙ генә мәктәп коллективын акцияға ҡушылырға әйҙәне, улар ҙа аҡсалата ярҙам күрһәтте. Ауыл китапханасыһы Лариса Мөбәрәк ҡыҙы Бикҡолова ла беҙҙең изге эшкә ҡушылды. Ағинәйҙәр Гөлбикә Мортазина, Гүзәл Сәфиуллина, Зәлфиә Байғотлина, Сәғиҙә Байназарова - һәр беребеҙ 500-700 һумлап йыйҙыҡ. 25 октябрь көнө бергәләшеп Сибайға барҙыҡ, аҡсаны тапшырҙыҡ, өҫтәп икмәк тә алдыҡ. Әйткәндәй, бер ағинәйҙең ҡыҙы Яҙгөл Исламбаева Төйәләҫтә магазин тота. Ул да күпләп икмәк алып, ауыл магазинына һатыуға ҡуйҙы. Бына шулай үҙебеҙсә МХО-лағы яҡташтарға ярҙам күрһәтәбеҙ,--ти Төйәләҫ ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Римма Сәйетәхмәт ҡыҙы Ғәзимова.

Уларҙың һүҙен Сибайҙа йәшәүсе Сәғиҙә Байназарова хупланы:

--Төйәләҫтәр электән әүҙем, бер нигә битараф ҡала алмайҙар. Акция хаҡында әйткәс тә дәррәү генә ҡушылдылар. Уларға рәхмәтем сикһеҙ, сауаптары насип булһын. Был икмәк магазинына электән яратып йөрөйөм. Һуңғы арала эшләмәй торҙо. Хужабикәнең ире махсус операцияға эләккәс, эшләү ауырлашҡандыр, ябылғайны. Әле нәҡ МХО-ға ярҙам итер өсөн генә асылдылар. 25 октябрь беҙ барғанда бында һатып алыусылар күп ине, барыһы ла икмәкте маҡтай. Ысынлап та, тәмле шул. Һатып алыусылар, ярҙам йөҙөнән аҡса биреүселәр араһында элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе Рәшит Маликов, билдәле актрисабыҙ Зифа Баязитова ла бар ине. Бер ир-егет 3 меңлек икмәк алды. Афарин! Махсус оперцияға икмәк ебәрергә ҡарар иткән Раушан Рәмил ҡыҙына, ул бешергән икмәктәрҙе һатып тороусы әсәһе Венера Мөхәметдин ҡыҙына оло рәхмәт!

Сибай ҡалаһында йәшәүселәр, ысынлап та, Раушан Рәмил ҡыҙы Ғизәтуллинаның икмәген маҡтай.

--Сибайҙа бындай икмәкте бер ерҙә лә табып булмай, шул тиклем тәмле бешерәләр. Гел ошонан алам,--ти Агина Әғләмова.

Автор:Резеда Валиева