

Юлдыбай ауылы биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев хәбәр итә:
Атайсалға изге ғәмәлдәр йылында Юлдыбай ауылының “Иҙрис хәлфә” мәсетендә ремонт эшләргә ҡарар итеп, ике ай дауамында ошо эште атҡарып сыҡтылар. Был изге эшкә беренселәрҙән булып Йәмил Рафиҡов, Гөлбикә Һөйәрғолова, Илгиз Алсынов, Юнир Рәхмәтуллин, Морат Рәхмәтуллин һәм ошо мәсеттә йөрөгәндәр барыһы ла аҡсалата һәм дә таҡта, материалдар менән иғәнә индерҙе. Сит тарафтарҙа йәшәүселәр ҙә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Изге эштә үҙ өлөшөн индереүселәрҙе әйтеп бөтөп тә булмай. Иң элек Йәмил Рафиҡов, Марс Жиляев, Айҙар Алсынов, Рәшит Абдуллин, Марат, Ринат Рәхмәтуллиндар намаҙ укыу бәлмәһенең нигеҙен нығытты, унан стенаһын, иҙәнен дә өр-яңынан эшләп, йәмләп буяп та ҡуйҙылар, ә түбәһенә тарттырылмалы түшәм йәйелде. Ошондай уҡ эштәр уҡыу бүлмәһендә лә эшләнде. Ингән ерҙең түшәме һәм ишектәре ремонтланды. Йәмғеһе туғыҙ тәҙрә евроға алмаштырылды. Тәҙрәләр яһаусы Иҫәндәүләтов Нурис арыуыҡ ҡына ташлама яһап беҙҙе ҡыуандырҙы. Баймаҡ ҡалаһындағы "Стройка" магазины ла ташлама яһаны. Ремонт эшендә кемдер аҡсалата, ә кемдәр ҡул көсө менән ярҙам итергә тырышты. Ярҙам күрһәткән барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ремонт эштәренән тыш, мәсеткә өҫтәл, тумбочка, селтәрҙәр алынды. Хәрби операцияла йөрөгән уландарыбыҙ Урал Рафиков, Илнур Нәҙерғолов, Шәһит, Арслан Айытҡоловтар, Динар Исламғолов, Булат Булатов, Рәдиф Шәкиров, Рим Мостафин, Данир Хамзин, Юлдаш Ҡотошев, Дим Хамматов, Радик Горстов кухня гарнитуры, шулай уҡ Карасов Зөфәр диван, ултырғыс, Баһаутдинова Ғәлиә ултырғыс, Юнир һәм Азат Нәҙерғоловтар Ҡөрьән бүләк итте.
Ошо ремонт өсөн халыҡ һәммәһе 75214 һум аҡса йыйҙы. Төп өлөштө Рафиҡовтар индерҙе. Хәйергә төшкән аҡсаларҙы ҡушып ремонт яһауға бөтәһе 143714 һум аҡса тотонолдо. Ярҙам иткән кешеләргә бөтәһенә лә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, сауаптары насип булһын, Аллаһы Тәғәлә ҡабул итһен һәм риза булһын!