Бөтә яңылыҡтар

ҺАЛДАТТАРҒА ИКМӘК ЕБӘРӘЙЕК

Сибай ҡалаһында "ПеркариЦа" икмәкханаһын тотоусы Раушан Ғизәтуллина Сибай халҡын һәм барлыҡ битараф булмаусыларҙы акцияға ҡушылырға саҡыра. Унда ҡатнашырға теләүселәр  "Пекарица"нан икмәк алһа, унан килгән аҡсаға он, башҡа ингредиенттар алынасаҡ һәм 27-29 октябрҙә күпләп икмәк бешереләсәк һәм махсус операциялағы егеттәргә ебәреләсәк! Әйҙәгеҙ, дуҫтар, акцияла ҡатнашайыҡ, мәғлүмәтте таратайыҡ!

ҺАЛДАТТАРҒА ИКМӘК ЕБӘРӘЙЕК
ҺАЛДАТТАРҒА ИКМӘК ЕБӘРӘЙЕК

"ПекариЦа" Сибай ҡалаһы, Интернациональный тыҡрығы, 3 адресы буйынса урынлашҡан. Элекке "У Никиты" магазины.

Әйткәндәй, Раушандың улы махсус операцияға эләккән, ә ире үҙ ирке менән юлланған. Икмәкхана хужабикәһенә түҙемлек, егеттәренең имен ҡайтыуын теләйек!

Автор:Резеда Валиева