Бөтә яңылыҡтар

СЫҢҒЫҘҘАР ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ

Кисә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында Алсынбай тауы итәгенә ағас ултыртыуҙарын хәбәр иткәйнек. Бөгөн дә сыңғыҙҙарҙы маҡтарға булдыҡ. Сөнки бөгөн улар шишмә буйын таҙаларға сыҡты.

СЫҢҒЫҘҘАР ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ
СЫҢҒЫҘҘАР ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ

Сыңғыҙ ауылы клубы янында "Йәнтөйәк" фольклор ансамбле эшләп килә. Бында пенсия йәшендәге инәйҙәр йыйылған. Улар төрлө йолаларҙы ғына атҡарып килмәй, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнә, тергеҙә, йәштәргә өйрәтә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ йыл да үҙ теләктәре менән экологик өмә ойоштороп ала. Ауыл ситендә сылтырап аҡҡан Ялан үҙәк шишмәһе ҡайһылыр мәлдә юҡҡа сыға, йә кире килеп сыға. Быйыл ямғырлы булғас, ҡәҙимге мулайған. Тағы ла йәмлерәк, шәберәк аҡһын өсөн бөгөн инәйҙәр өмәгә сығып, ике яҡ ситен генә түгел, шишмәнең ағыр юлын да таҙалаған. Инеш сылтырап ағып киткәс, инәйҙәр ҡыуанып, уның янында фотоға төшөп, күңелдәре булып ҡайтҡан.

Афарин, инәйҙәр! Һеҙ һәр яҡлап йәштәргә өлгө. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева