Бөтә яңылыҡтар

ЕГЕТТӘРҘЕҢ ҮТЕНЕСЕН ҮТӘП...

Баймаҡ районы Ярат мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаеваға элекке уҡыусыһы, әлеге көндә махсус операцияла булыусы егет мөрәжәғәт итеп, маскировка селтәре бик күп кәрәк булыуын белгертә. Миләүшә Азамат ҡыҙы был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә уйлана башлай һәм интернеттағы социаль селтәрҙәр аша ауылдаштарына, яҡташтарына, ошо өлкәлә тәжрибәле кешеләргә мөрәжәғәт итә. Станоктар эшләнә, аҡса йыйыла, селтәрҙәр үрелә... Бының менән генә эш туҡтап ҡалмаясаҡ әле. Туҡтамаҫҡа ла тейеш. Сөнки егеттәргә беҙҙең ярҙам ныҡ кәрәк.

ЕГЕТТӘРҘЕҢ ҮТЕНЕСЕН ҮТӘП...
ЕГЕТТӘРҘЕҢ ҮТЕНЕСЕН ҮТӘП...

--Һеҙ минең егеттәребеҙгә ярҙамға сеткалар үреү эшен ойоштора башлағанды беләһегеҙ инде.Кәрәкле күләмдә аҡса йыйып, заказ биргәнсе, ул заказдар килеп еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтеп тә китте. Һәм бөгөн, ниһайәт, әҙерлек эштәрен тамамлап, маскировочная сеткалар үрергә тотондоҡ.
Беҙгә Межгорье ҡалаһынан волонтер Әлфиә Явгастина килеп етте. Ул бик егәрле ҡатын булып сыҡты. Арымай- талмай, сетка үреүҙең бөтә серҙәренә төшөндөрөргә тырышты.
Ошо бөгөнгө сараға килгән ауылдаштарыбыҙға, ир- егеттәребеҙгә, ҡатын- ҡыҙҙарға оло рәхмәтемде еткерәм. Өлкәнмен тип тормай, ярҙамға килгән пенсионер апайҙарға ла ҙур рәхмәт💥💥💥
Барыбыҙ ҙа һау һәм бәхетле булайыҡ.
Шулай уҡ, егеттәребеҙгә ярҙам өсөн аҡса йыйыу эше дауам итә. Кемдәрҙең мөмкинселеге килеп сыҡҡан, яйлап ҡына аҡса күсерә тороғоҙ. Тиҙҙән ҡышҡы камуфляждар менән эш башлайбыҙ. Әлегә көҙгө варианттар менән эшләй торабыҙ,--тип яҙа үҙенең социаль селтәрендә Ярат мәктәбе директоры, ирекмән Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева.

Миләүшә Азамат ҡыҙы һүҙҙәре буйынса, барлығы 107 400 һум йыйылған.

Миләүшә апай ойоштороп ебәргән изге һәм кәрәкле эш хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.

Автор:Резеда Валиева