Бөтә яңылыҡтар

БАЛАЛАР ҠЫУАНҒАНДА БАТЫР РУХЫ ШАТЛАНҺЫН

Нур Ситдыҡов таҡтаташына сәскәләр һалынды... Ә Нур мәрхүмдең туғандары уҡыусыларға 6 пар саңғы бүләк итте! Ихх, балаларҙың ҡыуанғанын күрһәгеҙ...

БАЛАЛАР ҠЫУАНҒАНДА БАТЫР РУХЫ ШАТЛАНҺЫН
БАЛАЛАР ҠЫУАНҒАНДА БАТЫР РУХЫ ШАТЛАНҺЫН


Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы китапханасыһы ӘЛИӘ ДАУЫТБАЕВА хәбәр итә:


Чечня. Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да аса торабыҙ. Сөнки оноторға һәм онотторорға ярамай. Бына бөгөнгө сарабыҙ ҙа бушҡа "Һыҙланыу эҙҙәре буйлап" тип аталманы. Чечня һуғышында батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Нур Миңлеғәли Ситдыковтың әсәһе Гөлниса инәй һәм туғандары менән осрашыу ысынлап та, батырҙың атлаған эҙҙәре буйлап юлланды. Бала сағы, мәктәп йылдары, студент сағы, армия һәм ҡара ҡағыҙ... Нисек күтәргәндер был ҡайғыны әсә йөрәге?!
Осрашыу хәтирәләргә бай булды. Яугирҙың батырлыҡтары һәм үҙе яҙған хаттары, Чечня һуғышы тураһында яҙылған китаптарҙан күргәҙмә ойошторолдо. Мәрхүм рухына Рәшиҙә инәй аят бағышланы. Гөлниса инәй Нурҙың армияға алынғанға тиклем иҫтәлектәрен тыңлағанда бөтәбеҙҙең дә күҙҙәренә йәштәр алынды. Альбина Нарынбаеваның һалдат әсәһенә бағышлаған йыры үҙәктәрҙе өҙҙө. Күгиҙел мәктәбе уҡыусылары ла (класс етәксеһе Әнисә Әғзәм ҡыҙы) килгән ҡунаҡтарға бик матур концерт бүләк иттеләр. Нур Ситдыҡов таҡтаташына сәскәләр һалынды. Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы ҡунаҡтарға матур теләктәрен еткерҙе. Ә Нур мәрхүмдең туғандары уҡыусыларға 6 пар саңғы бүләк иттеләр! Ихх, балаларҙың ҡыуанғанын күрһәгеееҙ:
-Ҡасан ҡар яуа инде?,
-Был ысынлап та беҙгәме?,
-Апай, мин бит саңғыла әле йөрөй ҙә белмәйем?,
-Ҡасан ғына ҡыш етә инде!?- тип ҡыуаныстарынан үрле- ҡырлы һикерҙеләр. Ныҡ шәп бүләк булды ысынлап та! Йыл һайын ошолай ҡыуандырып торалар ул Ситдыковтар! Сауаптары насип булһын уларға. Балалар шатлығы, ил-йорт тыныслығы, аяҙ күк йөҙө булһын өсөн көрәшкән яугирҙар алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың исеме яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуынға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә, таҡтаташтарға һуҡмаҡтар өҙөлмәһен!

Автор:Резеда Валиева