АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Ололарҙы баҡҡан өсөн аҡса түләнә

2021 йылдан Башҡортостанда пилот режимында республика бюджеты иҫәбенә өйҙә социаль хеҙмәтләнедереү сиктәрендә оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы оҙайлы бағыу технологияһы тормошҡа ашырыла. Быйыл сентябрь айында иһә был оҙайлы ваҡыт бағыу системаһы пилот проектына Сибай ҡалаһы ла ҡушылды.

Ололарҙы баҡҡан өсөн аҡса түләнәОлоларҙы баҡҡан өсөн аҡса түләнә
Ололарҙы баҡҡан өсөн аҡса түләнә

- Ике йылдан ашыуыраҡ ваҡыт был юҫыҡҡа республика бюджетынан аҡса бүленде һәм ул башлыса баш ҡалала практикаланды. Проект федераль кимәлдә уңышлы тип табылғас, быйыл сентябрҙән уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтеүгә федераль ҡаҙнанан аҡса бүленде һәм ул республиканың ҡала-райондарында ла "Демография" милли проектына ярашлы ғәмәлгә индерелә башланы,--ти Сибай ҡалаһының “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһам Абдулғужин.-Ололарҙы һәм инвалидтарҙы бағыу нигеҙҙәренә өйрәнергә теләгән 15 кешенән төркөм булдырылып, улар Сибай медицина колледжында “Бағыу буйынса ярҙамсы (Сиделка)” йүнәлеше буйынса белемдәрен камиллаштырҙы. Уларға Урал аръяғының Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр районынан тағы 17 кеше ҡушылып, ярҙамға мохтаждарҙы ҡарауҙың теоретик һәм практик алымдарын үҙләштерҙе.

-Уҡыу курстары ике өлөштән торҙо: беренсеһе, дөйөм белем биреү циклы булып, унда теоретик белем бирелһә, икенсеһе--профессиональ блок. Унда инде теорияла үҙләштерелгән белемде курс үтеүселәр практикала ҡулланып ҡараны. Йәғни, пациенттар өсөн ашарға әҙерләү, түшәктә ятыусыларҙы бығыу, гигиена хеҙмәте күрһәтеү ысулдарын, процедуралар манипуляцияларын өйрәнделәр. Түшәктә ятыусыларҙы торғоҙоп ултыртыу, әйләндереү, күсереп йөрөтөү алымдары ла ҡаралды,--ти Сибай медицина колледжы уҡытыусыһы Айгөл Әхмәрова.

Курстар һуңында ололарҙы бағыу буйынса һабаҡ алыусылар менән аралаштыҡ.

-Курстарҙың файҙаһы ҙур булды. Түшәктә ятҡандарҙы нисек итеп үҙеңә көс төшөрмәйенсә ҡалҡытып ултыртыу, әйләндереү алымдарын өйрәттеләр. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтә лә беләбеҙ хәҙер,--тине Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылынан Лилиә Кәримова.

Йылайыр районының Йылайыр ауылынан килгән Сулпан Һеләүһенова ла оҙаҡ йылдар социаль хеҙмәткәр булып эшләй.

-Кеше хәҙер түшәктә ятҡан үҙ ата-әсәһен, яҡындарын ҡарауҙы ауыр күрә. Аңлашыла, һәр кемгә аҡса эшләргә, донъя көтөргә кәрәк. Шундайҙарға яҡындарын, туғандарын ҡарарға ярҙам итәбеҙ ҙә инде. Ҡартлыҡ һәр кемебеҙгә лә килә, шуға күрә миһырбанлы, мәрхәмәтле булырға ла кәрәк. Курсҡа килгәндә, беҙгә оҡшаны. Барыһы ла аңлашылды, уҡытыусылар еренә еткереп аңлатты. Файҙаһын күрергә яҙһын,--тине ул, тормошта төрлө хәлдәр булыуын иҫкәртеп.

Әйткәндәй, оло кешене бағыу буйынса курс үтеүселәр араһында ике ир-егет тә бар ине. Уларҙың икеһенең өйҙәрендә ярҙамға мохтаж оло кеше барлығы асыҡланды. Быға ҡәҙәр улар өлкән йәштәгеләрҙе яҡыны булараҡ бушлай ҡараһа, әле эш хаҡы түләнеү, стаж барыуы ҡыҙыҡһындырған.

Күптәрҙә: “Өйгә килеп йөрөгән социаль хеҙмәткәрҙән оҙайлы ваҡыт баҡҡан ярҙамсының хеҙмәте нимәһе менән айырыла?—тигән һорау тыуыуы ихтимал.

Социаль хеҙмәткәр аҙнаһына 2 тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы көнкүреш ярҙамы күрһәтә;

Бағыу буйынса ярҙамсы көн һайын 4 сәғәт мохтаж кешенең янында була, шул иҫәптән ял көндәрендә лә ( аҙнаһына 24 сәғәткә ҡәҙәр) эшләй.

Проекттың урында уңышлы тормошҡа ашырылырына шик юҡ. Киләһе йылға даими ҡарау һәм бағыу талап иткәндәрҙең һанын арттырыу өҫтөндә эшләүҙәре ҡыуандыра. Тулы мәғлүмәт алыр өсөн Сибай ҡалаһының “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә (Урал аръяғы райондары үҙҙәрендәге үҙәктәргә) мөрәжәғәт итергә мөмкин.

*

Түшәктә ятҡан, йөрөү мөмкинлеге сикләнгән яҡындарын, туғандарын ҡараусылар бушлай махсус курс үтеп, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерциялы булмаған ойошмаға сиделка булып эшкә урынлаша ала. Оло кешене ҡараған өсөн эш хаҡы түләнә, стажға иҫәпләнә.

*

2023 йылдың сентябренән республикала оло кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы ҡарауға федераль бюджеттан аҡса бүленә. Һөҙөмтәлә оҙайлы ваҡытлы бағыуға мохтаждарҙы ҡарау мөмкинлеге 4 тапҡырға арта. Элек 218 кеше булһа, хәҙер 800 кешене ҡарау мөмкинлеге тыуа.

 

Ололарҙы баҡҡан өсөн аҡса түләнә
Ололарҙы баҡҡан өсөн аҡса түләнә
Ололарҙы баҡҡан өсөн аҡса түләнә
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас