

Һуңғы йылдарҙа республикала, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, социаль өлкә учреждениеларын, шул иҫәптән мәҙәниәт ойошмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға ҙур иғтибар бирелә. Хәйбулла районында бер юлы ике усаҡ--Первомайский ауылы клубы һәм Ивановка күп тармаҡлы мәҙәниәт комплексы яңы төҫ алыуы быға сағыу миҫал.
"Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит” федераль проектына ярашлы 15 йыл эшләмәй торғандан һуң Первомайский ауылы клубы эшмәкәрлеге тергеҙелде. Ауыл халҡы тормошонда мөһим һәм күптән көтөлгән ваҡиға Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, республика хөкүмәте, "Башҡорт баҡыры" предприятиеһы һәм урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара уңышлы хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Мәҙәниәт усағының бинаһы тулыһынса капиталь ремонтланып ҡына ҡалмаған, саралар уҙғарыу өсөн өр-яңы заманса тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, музыка ҡоралдары, оргтехника, мебель һатып алынған, яңы сәхнә кейемдәре тектерелгән.
-Халыҡтың ижади потенциалын үҫтереү һәм рухи традицияларҙы һаҡлау өсөн ауылда бөтә шарттар бар. Йылы, уңайлы һәм заманса мәҙәниәт усағы ауыл халҡының яратҡан ял итеү урыны булһын һәм үҙешмәкәр сәнғәтте артабан үҫтерһен!—тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, клубты асыу тантанаһында.
Әйткәндәй, Первомайский ауылы клубына “Мәҙәниәт” милли проектының мәҙәниәт өлкәһенең тейешле хеҙмәттәр күрһәткән муниципаль учреждениеларын реновациялау, атап әйткәндә, уларҙың объекттарын капиталь ремонтлау проектын тормошҡа ашырыу программаһына ярышлы башҡарылған эштәргә йәмғеһе 7 миллион 500 мең һум аҡса бүленгән.
Быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһының "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" федераль программаһы сиктәрендә Ивановка күп тармаҡлы мәҙәниәт комплексын төҙөкләндереүгә 10 миллион һум аҡса күскән. Төбәктең 11 клубына өҫтәмә музыкаль инструменттар, сәхнә кейеме, оргтехника, бильярд һәм 16 урынлыҡ "Газель" автобусын һатып алынған
Яңы төҫ алған Ивановка мәҙәниәт йорто ла рәсми рәүештә үҙ ишектәрен асты. Тантана барышында "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" программаһында ҡатнашыуға йомғаҡ яһалды. Шуныһы ҡыуаныслы: хәйбуллалар өсөнсө йыл рәттән махсус программала еңеү яулай һәм төбәктең мәҙәни усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға өлгөшә.