ШИШМӘЛӘР СЫЛТЫРАП АҠҺЫН!

Әбделнасир ауылынан 6 саҡырым аҫта “Йәйек буйы” тип аталған ерҙә урғылып сыҡҡан шишмәне тәрбиләп, таш плитәләр һалып, ҡойма менән уратып, кәртәләп ҡуйҙыҡ.

ШИШМӘЛӘР СЫЛТЫРАП АҠҺЫН!ШИШМӘЛӘР СЫЛТЫРАП АҠҺЫН!
ШИШМӘЛӘР СЫЛТЫРАП АҠҺЫН!

Хәйбулла районы Сиҙәм ауылы янындағы юл сатынан һулға ҡайырылып, 15 километр үтһәң, матур башҡорт ауылы Әбделнасир күҙгә ташлана. Шуныһы ҡыҙыҡ: юл буйы ҡырыҫ дала киңлеген күҙәтәһең, ә бына Әбделнасирға етеп барғанда ладшафт кинәт үҙгәреп, йәшел тауҙар ҡосағындағы йәмле ҡайын сауҡалығы барлыҡҡа килә. Йәй етһә, унда ҡыҙарып еләк бешә, көҙ иһә мул бәшмәктәре менән ҡыуандыра. Тәбиғәттең барлыҡ хозурлығын үҙенә туплаған бай тарихлы бәләкәй генә башҡорт ауылында уңған һәм тырыш халыҡ йәшәй.

Әбделнасир ауылының 1742 йылда барлыҡҡа килеүе билдәле. Унда түңгәүер ырыуы уҙаманы Әбделнасир Аһылай улы тәү башлап нигеҙ һала. 1880 йылда бында 140 йорт хужалығы иҫәпләнә, башҡорт балалары өсөн ике һәм ҡаҙаҡ балалары өсөн бер мәҙрәсә һалына. Был мәҙрәсәләрҙең даны алыҫҡа тарала, хатта татар шағиры Ғабдулла Туҡай ошонда бер нисә тапҡыр туҡталып үткән, тип һөйләйҙәр. 1914-1915 йылдарҙа ауылдың алдынғы ҡарашлы кешеләре ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым мәктәп аса. Әммә заманына күрә хәлле генә йәшәгән ауыл халҡы ҙур ҡаза күрә. 1921 йылғы йотлоҡ мәлендә янғын сығып, ауылдың яртыһы янып көлгә әйләнә.

1934 йылда ауылда “Елбаш” тип аталған коллектив хужалыҡ йошторолоп, уның рәйесе итеп Кинйәбай Аһылов һайлана. Һуңыраҡ Сәйетов Әхмәтшараф рәйес, ә уның урынбаҫары итеп Зәкир Аһылов эште алып бара. 1951 йылда Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз ойошторола, Иҫәнгилде ауылы ла ошо колхозға инә. 1956 йылда Иҫәнгилде һәм Әбделнасир ауылдары бергә, “Хәйбулла” совхозының Хоҙайбирҙин бүлексәһенә әйләнә, ә 1997 йылдан Әбделнасир ошо хужалыҡтың үҙаллы бүлексәһе була. Ошо осорҙа совхозды күтәреү өсөн әсе тир түгеп, тырышып эшләгән Әбделнасирҙың күпселеге юғары наградаларға лайыҡ була. Мәҫәлән, Әбделхаҡ Фәйзуллин--Ленин ордены, Хәйбулла Хәләфетдинов--3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены, Октябрь революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы ордендары, Абрар Аһылов менән Хәйбулла Фәйзуллин--Почет билдәһе, Фәрит Таһиров 3-сө дәрәжә Дан ордены менән наградлана.

Бөгөн Әбделнасир ауылында 128 кеше йәшәй. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, балалар үҫтерәләр, әүҙем тормош алып баралар.

Әбделнасир ауылы социаль яҡтан да үҫеш ала. 2000 йылда ауылдағы бөтә йорттарға һәм йәмәғәт биналарына “зәңгәр яғыулыҡ” үтте. Башланғыс мәктәп, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм магазиндар эшләй. Ауылдағы мәсет олоһон да, кесеһен дә үҙенә йәлеп итеп, иман нуры тарата, рух берҙәмлегенә саҡыра. Ҡайҙа иман--шунда яҡшылыҡ, тыныслыҡ. Һәр ғаилә үҙ  балаһын дөрөҫ тәрбиәләһә, уларҙың киләсәге яҡты булыр, яманлыҡтан азат йәшәр. “Үҙеңдән һуң матур, таҙа, төҙөк тәбиғәт ҡалдырыу, бөтә йәшәйешкә, тереклеккә, кешелеккә һөйөү тәрбиәләү мөһим”,--тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар.

2023 йыл--Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителеүенә ифрат шатбыҙ. Халҡыбыҙ үҙ төйәгенә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға тейеш. Беҙ, Сиҙәм ауылының “Әл-Фәджр” мәсете диндарҙары--Аслаев Юлдыбай, Мәхмүтов Наил, Сөләймәнов Юлай, Солтанов Рәүил, Хәмитов Мазһар һәм Аманбаев Рим, Әбделнасир ауылынан 6 саҡырым аҫта “Йәйек буйы” тип аталған ерҙә урғылып сыҡҡан шишмәне тәрбиләп, таш плитәләр һалып, ҡойма менән уратып, кәртәләп ҡуйҙыҡ. Һыуы шундай татлы, хатта күрше ауылдарҙан килеп һыу алып ҡайталар.

“Ер-һыуҙы һаҡлайыҡ” тигән алтаҡта ла элеп ҡуйҙыҡ. Ошо эшебеҙ менән “Атайсал” гәзите иғлан иткән “Минең Атайсалым” конкурсында ҡатнашрға ниәт иттек.

Беҙҙең теләгебеҙ ошо алда яҙылған тәбиғәт матурлығын һаҡлау һәм киләһе быуынға еткереү.  Йәштәр уны ҡайһылай бар, шулай ҡабул итеп, быуындан-быуынға матур итеп тапшырһын ине. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ошо “Йәйек буйы” тип аталған уйһыулыҡта Мунса йылғаһы үҙәне булды, һыуы күп булды, бәләкәй күләүектәр бар ине, уларҙа сурағай, табан, ташбаш балыҡтары үрсене. 1954 йылғы “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү” эпопияһынан һуң, ерҙе уйламай эшкәртеү, меңәрләгән баш эре мөгөҙлө мал, ат һәм һарыҡтар аҫырау сәбәпле, йылға ҡороно, бесән туғайы юҡҡа сыҡты, бәләкәй шишмәләр генә тороп ҡалды. Ә бит ул ваҡыттарҙа, беҙ –ул саҡтағы 12-14 йәшлек балалар--Ғизәтуллин Йыһаннур, Хәләфетдинов Ҡыяметдин һәм Аслаев Юлдыбай трактор косилкаларында, тракторсы Хәләфетдинов Ғилметдин ағай (хәҙер ул мәрхүм) совхоз малына бесән әҙерләй торғайныҡ. Ололар 17-18 кәбән өйөп ҡуя торғайны... Хәҙер 76-78 йәшлек ҡарттарға шуны һағынып иҫләргә генә ҡалды.

Хөрмәтле ватандаштар! “Атайсал” иғлан иткән акцияға ҡушылығыҙ! Ер-һыуҙы һаҡлайыҡ, изгелек ҡылайыҡ, йәш быуынға иман тәғлимәттәрен аңлатайыҡ, үҙебеҙ ҙә тәртипте һаҡлайыҡ!

Юлдыбай Аслаев, Сиҙәм ауылы “Әл-Фәджр” мәсете иман-хатибы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас