АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

ЙӘШӘ, АУЫЛЫМ! БЕҘ БЕРГӘ!

Ғәлиәхмәттә матур сара үтте.

ЙӘШӘ, АУЫЛЫМ! БЕҘ БЕРГӘ!ЙӘШӘ, АУЫЛЫМ! БЕҘ БЕРГӘ!
ЙӘШӘ, АУЫЛЫМ! БЕҘ БЕРГӘ!

--Ғәлиәхмәт ауылында бөгөн "Йәшә, ауылым! Беҙ бергә!" исеме аҫтында яҡташлыҡты һәм берҙәмлекте, Тыуған илгә һөйөүҙе данлаған ауыл байрамы ойошторолдо. Сара тамырҙары менән ошо ергә бәйле булған, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәгән ауылдаштарҙы бергә тупланы. һуңғы тиҫтә йылдарҙа дөйөм илдә күҙәтелгән ваҡиғалар шауҡымы был ауылды ла ситләп үтмәгән. Яҡшы тормош артынан күп йәштәрҙең ситкә китеүе, ауылда башлыса урта һәм оло быуын вәкилдәренең йәшәүе күҙәтелә. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, килеп тыуған һынауҙарға ҡаршы тороп, лайыҡлы тормош итә ауыл халҡы. Яңыртылған социаль усаҡтар эшләй, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә яңы объекттар барлыҡҡа килә.
Ғәлиәхмәт районда ғына түгел, тотош республикала танылыу тапҡан бихисап ижад кешеләрен тәрбиәләп сығарған төбәк. Башҡа өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанып, тыуған ерен данлаусы ҡыҙҙар-егеттәре лә юҡ түгел. Тыуған ере йәшәйешенә үҙ өлөшөн индереп, әле лә ауылдаштарына һәр яҡлап ярҙам итеп тороусы яҡташтар, ауыл уңғандары билдәләнеп үтте. Юбиляр ғаилә парҙары, оҙаҡ йылдар фиҙаҡар хеҙмәт иткән уҡытыусылар тәбрикләнде.
Байрам ауыл һәүәҫкәрҙәре һәм Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто артистары һәм коллективтары тарафынан әҙерләнгән концерт менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ йәрминкә, күргәҙмәләр, балалар өсөн төрлө халыҡ уйындары ойошторолдо,--тип яҙалар Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәрендә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас