

-2019 йылда Арҡайым мәсетендә өлкән ҡыҙымдың никахы үтте. Шунда Аллаһ йортоноң биләмәһендә сәскәләр үҫмәүен күреп йәнем әсене,--ти Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы.-2020 йыл яҙҙан уның биләмәһенә сәскәләр сәстем, һауыттарға ла ултырттым. 3 йыл рәттән инде, Аллаға шөкөр бында сәскәләрем шаулап үҫә. Тәүге йылдарҙа дини байрамдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға бергәләп сәскә үҫтерәйек, тип мөрәжәғәт итеп ҡараным. Әммә ҡолаҡ һалыусылар табылманы. Аллаһҡа тапшырып үҙем тотондом һәм уның ярҙамы менән мәсетебеҙ яны гөл-сәскәгә күмелә. Былай барыһына ла өлгөрәм.
Сәскә орлоҡтарын да, үҫентеләрен дә Фәйрүзә ханым үҙ аҡсаһына һатып ала, үҙе сәсә, йәй буйы баға.
-Мәсеттең имам-хатибы Юлай хәҙрәт, мәсеткә йөрөүселәр минең тырышлығымды күреп, баһалай. Месеткә стенд эшләттем, тауар һатып алып ҡорғандар тектерҙем,--ти иманлы, эшкә әрһеҙ ҡатын.
Аллаһ Тәғәлә хаҡына һәм ризалығына яҡшылыҡ ҡылырға ынтылып торған Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы быйылғы Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында сәскә түтәлдәрен тағы ла ҙурайтҡан, киңәйткән.
Быйыл айырыуса уның раузалары күҙҙең яуын алырлыҡ булып үҫеп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Иман йортона йәстү намаҙана йөрөүселәр һәр сәскә төбөндә ҡояш нурҙары менән эшләүсе панелдәр ҡуйылыуы мәсет биләмәһен тағы ла күркәмләндерә, яҡтырта, төнгө сихрилыҡ бирә, тип тә әйтә.
Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы һәм Венер Рамаҙан улы Ғөбәйҙуллиндар Арҡайым ҡасабаһында йәшәй. Шәхси йорттары ла уларҙың гөл-сәскәгә күмелгән. Баҡсаларын әйтеп тораһы ла түгел. Йәшелсә-емеш үҫтереп, эшкәртеп, йыл әйләнәһенә етерлек запас әҙерләп алалар. Йорт, мәсет мәшәҡәттәре менән генә булышмай Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы. Ул ҡаланың “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының иң шәп тәрбиәселәренең береһе лә. Ике тиҫтә йылға яҡын инде кескәй балалар менән эшләй. Юғары категориялы белгес эшенә мөкиббән бирелеүе менән дә башҡаларҙан айырыла.
-Заман шул тиклем тиҙ алмашынған осорҙа бала тәрбиәләүе иң ауыр эш. Ғаилә ҡиммәттәре төшөнсәһе тормошобоҙҙан юғала бара, шуныһы үкенесле. Тиҙләтелгән тормош ритмы, тиҙерәк һәм күберәк аҡса эшләп ҡалыу теләге, өлкәндәрҙең буш ваҡыты булмауы—ғаиләләрҙең төп бәләһе. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер кескәйҙәрҙе ғаилә түгел, киң мәғлүмәт саралары һәм компьютер технологиялары тәрбиәләй,--ти тәрбиәсе, көрһөнөп.
Эшендә уңған тәрбиәсе өйөндә 4 ҡыҙына өлгөлө әсәй ҙә. Ире Венер Рамаҙан улы “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгендә юрист булып эшләй. Оло йөрәкле Ғөбәйҙуллиндар бынан бер нисә йыл элек үҙҙәренең ике ҡыҙы янына тағы ике ҡыҙҙы һыйындырыуы ла уларҙың ни тиклем миһырбанлы, изге күңелле кеше булыуҙарын иҫбатлай.
-Ҡыҙҙарыбыҙҙы наҙлап ҡына үҫтерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта эшкә лә өйрәтәбеҙ. Өйҙә улар алыштырғыһыҙ ярҙамсыларым. Хеҙмәтте һөйөп үҫһендәр тип тырышабыҙ, үҙҙәренә тормош көткәндә еңел булыр,--ти күп балалы әсәй Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы.
-Күмәкләп театр, концерттарға йөрөйбөҙ. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ.
Бар яҡтан да килгән Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы ла. Башҡаларға ярҙам иткәндә һин үҙеңә лә ярҙам итәһең, тип иҫәпләй.
Буш ваҡыттарында бисер менән мауыға, һүрәт, фото төшөрә һәм төп шөғөлө--сәскәләр үҫтерә.
-Сәскәләр ни тиклем күп булһа, күңел дә шул тиклем таҙа була,--ти әңгәмәсем.
Мәсеткә лә сәскәләрҙе кеше күңелдәре таҙа, йорт-илдәр тыныс булһын, тип изге теләктәр теләп ултырттым.
Киләсәктә Фәйрүзә ханым Арҡайым ҡасабаһы мәсете биләмәһен ожмах баҡсаһы кеүек гөл-сәскәгә күмергә хыяллана.