АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

ЯҢЫ БАҪМА ҺАЛҒАНДАР

Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауылында үҙҙәренең өй мәшәҡәттәрен артҡа ҡуйып, ҡыҙыу бесән мәле тип тормай Фәнис Сырлыбаев һәм Азамат Ғәниев авторалли мәлендә емерелгән баҫма урыны яңы баҫма эшләп тә ҡуйған...

ЯҢЫ БАҪМА ҺАЛҒАНДАРЯҢЫ БАҪМА ҺАЛҒАНДАР
ЯҢЫ БАҪМА ҺАЛҒАНДАР

--10 июль көнө Һаҡтау ауылы аша "Ебәк юл" авторалли уҙышы үткән саҡта 301 номерлы машина юлдан яңылыш төшөп китеп үрге ҡоҙоҡ--Сәитғәле ҡоҙоғо яғынан килеп сыҡҡан ине. Һыуға илткән баҫманан түмәр-таҡта, ҡаҙау өйөмө генә ятып ҡалғайны. Ул ҡоҙоҡта беҙҙең өсөн иң тәмле һыу, ауылға ҡайтҡан һайын шунан һыу алып сәй эсмәйенсә күңел булмай, ауыл халҡы ла шунан һыу ала. Бына шул баҫмабыҙҙы, үҙҙәренең өй мәшәҡәттәрен артҡа ҡуйып, ҡыҙыу бесән мәле тип тормай Фәнис Сырлыбаев һәм Азамат Ғәниев эшләп тә ҡуйҙылар! Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ, сауаптары насип булһын егеттәр! Мәрғиә Фазылйән ҡыҙына ҙур рәхмәт, ҡайҙа кәрәк яҙып булған ергә яҙып, шылтыратыр ергә шылтыратып, барыр ергә барып тигәндәй ойошторғанына. Ҡоҙоғобоҙҙан оҙон -оҙаҡ һыу ташып эсергә яҙһын, баласаҡтарҙа ялан аяҡ баҫҡан һуҡмаҡтарыбыҙ ҡоромаһын!--тип яҙалар Һаҡтау (Ҡәнзәфәр) ауылының социаль селтәр битләүендә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас