

Баймаҡ районы Янғаҙы ауылында “Атайсал” проекты сиктәрендә мәсет ремонтланған.
Ауылдың иман йортона яңы төҫ биреүгә ауылдаштар бергәләп тотонған. Башҡа яҡта йәшәүсе яҡташтары ла ситтә ҡалмаған. Мәсеттең стеналары һәм фронтондары профнастил менән көпләнгән, ишек һәм ҡапҡа яңыртылған. Материалдарға 200 мең һумдан ашыу аҡса киткән. Әйткәндәй, ремонтҡа аҡса йыл дауамында йыйылған. Ә эштәр 3-10 июндә башҡарылған.
Иман йортон төҙөкләндереү эшен имам-хатиб Азамат хажи һәм уның улы, Күмертау ҡалаһында урынлашҡан М.Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Шайморат Тимербулатов ойошторған. Нәҡ уларҙың инициативаһы менән әлеге күркәм, изге ғәмәл атҡарылған.
--Ауыл мәсетен ремонтлау эшен мин шатланып “Атайсал” проектына индерҙем. Ул минең өсөн яҡын, ҡәҙерле. Киләсәктә иман йортона микрофон, тауыш көсәйткес һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алырға ниәт итәбеҙ. Янғаҙылар төҙөкләндереү эшендә ихлас ҡатнашты. Йыл әйләнәһенә аҡса йыйыуҙы мәсет казначейы Мәҡсүдә Тимербулатова ойошторҙо. Ауылдың ир-уҙамандары Салауат Сәлихов, Рәмил Байгилдин, Мәүлитдин Йосопов, Зәйнитдин, Ғәзиз, Салих, Айсыуаҡ, Рәмил, Илшат Тимербулатовтар, Вадим Билалов, Зөфәр Аслаев, Мөнир Абзанов, Денис Шәйәхмәтов, Риф Барлыбаев өмәлә әүҙем ҡатнашты. Уларҙы ауыл ағинәйҙәре Гөлнур, Гөлсирә, Тәнзилә, Фәрзәнә инәйҙәр тәмле аш-һыуҙары менән һыйланыы. Барыһына ла рәхмәт белдерәм,--ти Баймаҡ районы Советы депутаты Шайморат Тимербулатов.
Күмәкләгән—яу ҡайтарған, тиҙәр. Ысынлап та, изге ғәмәлдәргә бергәләп тотонһаҡ, күп кенә эштәр башҡара алабыҙ. Мәсет төҙөү йә ремонтлаумы, спорт йә балалар майҙансығы төҙөүме, йылға-күл буйҙарын таҙартыумы—барыһын да булдырабыҙ. Әйҙәгеҙ, берҙәмлекте юғалтмайыҡ! Үҙ төйәгебеҙҙе матурлауға көс индерәйек!