ТЫУҒАН ЯҠ СӘЛӘМЕ ЕТКЕРЕЛДЕ...

Был ылауҙы йыйыуға 30-ҙан ашыу эшҡыуар, “Светафор” сауҙа селтәре, предприятие һәм ойошма коллективтары ярҙам итте. Бынан тыш, туғандарынан посылка йыйылды...

ТЫУҒАН ЯҠ СӘЛӘМЕ ЕТКЕРЕЛДЕ...ТЫУҒАН ЯҠ СӘЛӘМЕ ЕТКЕРЕЛДЕ...
ТЫУҒАН ЯҠ СӘЛӘМЕ ЕТКЕРЕЛДЕ...

--4000 километр юл артта ҡалды. Сибайға ҡайтып барабыҙ. Махсус операция зонаһына гуманитар ярҙам алып барҙыҡ.

Ҡала халҡы, предприятие, шәхси эшҡыуарҙар, ирекмәндәр махсус операция башланған мәлдән хәрбиҙәргә ярҙам йыйыуға ҙур өлөш индерә.

Был ылауҙы йыйыуға 30-ҙан ашыу эшҡыуар, “Светафор” сауҙа селтәре, предприятие һәм ойошма коллективтары ярҙам итте. Бынан тыш, туғандарынан посылка йыйылды.

Бындай ярҙам яҡташтарыбыҙ рухын күтәрә. Быны ишетеп кенә түгел, ылау алып барған һайын үҙем күреп беләм. ЛНР һәм ДНР-ҙа хәрби позицияла тороусы яҡташтар менән осраштыҡ, юл ыңғайы госпиталдә ятыусы яҡташыбыҙҙың хәлен белештек. Һауыға башлаған.

Тыуған яҡтан килгән әйберҙәрҙең ҡайһы берҙәрен шәхсән ҡулдарына тапшырҙыҡ. Ҡайһы берәүҙәрен ҡалдырҙыҡ, уларҙы алып барып тапшырасаҡтар,--тип яҙа социаль селтәрҙә Сибай ҡалаһы башлығы Азамат Юлдашбаев.

 

Ир-егеттәрҙең имен-һау һәм теүәл тыуған яҡтарына Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас