

Май айының һуңғы ун көнлөгө башланып ҡына торғанда Йылайыр районында Сиҙерҙән Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфирә Ҡотоева шылтыратты.
--Фәрит ағай, алдағы шәмбе Аралбайҙағы иҫке зыяратты кәртәләргә өмә иғлан иткәнбеҙ. Бағаналар, бөтә кәрәк нәмә әҙер, һеҙ ҙә килә алмаҫһығыҙмы икән?--тине.--Ауыр эшкә ҡушмаҫбыҙ, фотоаппарат, ҡағыҙ, ҡәләм алып килһәгеҙ булды,--тип шаяртып та ҡуйҙы.
--Аһ, һеҙ картуф ултыртып та бөттөгөҙме ни!--тинем шаяртыуҙы ҡабул итеп.--Мин һаман осона сыға алмайымсы.
--Картуф ни...ятып торор...
--Бик шәп эш ниәтләгәнһегеҙ. Нәмә алайым--көрәкме, балтамы?
...Аралбайҙа беҙҙе, өс бер туған Әхмәровтарҙы, кәкүк сәләмләп ҡаршы алды. Тас бала саҡтағы кеүек. Ғәҙәт буйынса өсөбөҙ ҙә Ҡурҡыс башына күҙ ташланыҡ. Элек ошо тауҙың осонда тип әйтерлек ҡомғанға оҡшаған бер ҡарағас төпһәһе була торғайны. Беҙ уны Кәкүк ҡомғаны тип йөрөттөк. Йәйҙәрен, көн дә иртән, томан да таралмаҫ элек, кәкүк шунда ҡунып саҡырып беҙҙе уятыр ине. Хәҙер ул төп юҡ инде, сереп юҡҡа сыҡҡан. Ләкин ...кәкүк саҡыра бит? Һаман саҡыра! Ҡайҙа ҡунып саҡыра икән?
Һуңғы быуат башында ауылыбыҙ бөтә яҙып ҡуйҙы. Ауыл уртаһында бер мәсет кенә ултырып ҡалды. Йәше икенсе йөҙгә етеп килһә лә, бөтә балалары ташлап китһә лә--түҙҙе, үлмәне. «Балаларын үҫтереп, ситкә осороп, ҡартайып хәле бөткән көндә яңғыҙ ҡалған ҡарт инәйгә оҡшатып ҡуйҙым мин уны... Таяғын тотҡан да яңғыҙ үҙе өйө нигеҙенә ҡояшта ҡыҙынырға сығып ултырған... Бына-бына ҡытыршыланып ҡатҡан ҡулын һүнеп барған күҙҙәре өҫтөнә ҡуйыр ҙа көсһөҙ тауыш менән:
--Улым, һин кемдең улы булаһың?--тип һорар кеүек... --тип яҙып та сыҡҡайным күҙ йәшем менән бер ваҡыт. Ауылдашыбыҙ Әсхәт Фәйзулла улы Тауылбаевтың да был ғәҙелһеҙлеккә йөрәге түҙмәй йөрөгәндер. Йылдар буйы яйлап йөрөп, ваҡыт ғәли-йәнәптәре емерә башлаған мәсетте төҙәтеп, манараһын яңынан күтәреп, ҡурсаҡ кеүек итеп ултыртып ҡуйҙы, үҙенә өй һалып сыҡты, өҫкө яңы зыяратты кәртәләтте.
Хәҙер ауылда биш өй. Әсхәттән күреп Һеләүһенов Аллабирҙе ағайҙың улы Рәүеф, Илтенбаев Хәмиҙулла ағайҙың улы Азат, Аблаев Марат ағайҙың улы Дамир өй һалып сыҡты. Берҙән-бер өй--Боҫҡонов Мөхәмәтсафа ағайҙың өйө генә имен ултыра ине. Бөгөн күрәм, алтынсы өй төҙөлөп ята: Тауылбаев Басир олатайҙың нигеҙенә Аблаев Мостафа олатайҙың бүләсәре Гөлкәй бура күтәргән. Әлегә Аралбай ауылында ике кеше генә иҫәптә тора: Тауылбаев Әсхәт һәм Аблаев Дамир. Быныһы бик мөһим дә түгел, ер йөҙөндә Аралбай исемле боронғо ауылдың һаҡланып ҡалыуы мөһим.
Кеше күренмәгәс, беҙ беренсе икән тип йөрөһәк, элекке ут күршебеҙ Аблаев Марат ағайҙың улы Дамир Аҡморондан килеп (Баймаҡ районы) һарыҡ һуйып та өлгөргән. Аралбай килендәре Әлфирә менән Миңһылыу Ҡотоевалар ит һалып ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырған. Билдәләнгән ваҡытҡа бер-бер артлы машиналар килеп туҡтай башланы. Ике ҡуллап килеп күрешәләр. Ҡайһыларын аталарына оҡшатып төҫмөрләйем. Күбеһен танымайым. Ҡулдарын ҡыҫам да йылмаям. Ни тиһәң дә, Аралбайҙан киткәнгә 46 йыл ғүмер үтеп киткән.
--Ағайҙың кәйеф шәп!--тиҙәр.
--Ауылда минең Камил исемле дуҫым булды. Әйткәндәй, ул миңә класташ та ине. Ул беҙгә ҡапма-ҡаршы ғына өйҙә йәшәне. Күптәрегеҙ, бәлки, иҫләйҙер ҙә әле. Шул Камил ауылға килгән ҡунаҡтарҙан, исем-шәрифе менән дә ҡыҙыҡһынып тормай, иң тәүҙә:
--Һеҙҙең Һаҡмарығыҙ бармы?--тип һорай торғайны. Мин һеҙгә Камилдың һорауын биреп тормам. Ә бына атай-әсәйегеҙҙең исемен әйтеп таныштырһағыҙ, шәп булыр ине. Юғиһә, бутала башланым,--тинем шаярыуҙы ҡабул итеп.
--Мин Боҫҡонов Рамаҙандың улы Зөфәр булам...
--Мин Янсафтың улы...
--Мин Һеләүһеновтар тоҡомонан...
Тартыныу ҙа, уңайһыҙланыу ҙа бер минут эсендә юҡҡа сыҡты. Ҡул һоноп ҡабат күрешә, иҫтәлектәрҙе яңырта башланыҡ, шәжәрәләргә, иҫтәлектәргә төшөп киттек.
...Аралбай бер ваҡытта ла ҙур ауыл булмаған. Алтмышынсы йылдар башында 48 өй булғанын яҡшы хәтерләйем. Шул бәләкәй генә ауылдың ике ҙур зыяраты бар. Ошо дәлилдәр үҙҙәре генә лә ауылдың бик боронғо булыуы тураһында һәйләмәйме ни? Тарихы ла ябай ғына булмағандыр. Ауылға ингән ерҙә 1650 йылда нигеҙ һалынған тип яҙып ҡуйылған. Ул һанға шикләнергә кәрәкмәйҙер. «Һаҡмар аръяғында тағы ла ике бәләкәй генә ҡәберлек бар әле. Береһе Шәмеғол тауын төшкән ерҙә,--тинеләр тарихҡа иғтибарлы йәштәр.--Улары борон йәйләүҙә йөрөгәндәрҙең «эҙе»булыуы ла мөмкин. Ҡайһы бер урындарҙа таштан бурап яһалған «таш мәсеттәр»ҙә һаҡланған бит. Дин тотҡан кешеләр, мәсет эҙләп, ҡышлаҡҡа ҡайтып йөрөмәгәндәр, йәйләгән урынында ғына башҡарғандар йомоштарын».
Беҙ кәртәләйәсәк зыяраттың да бик боронғо булыуы күҙгә бәрелеп тора: тау битләүендә, ҡоро ерҙә урынлашыуына ҡарамаҫтан, ҡәбер таштары яртылаш ергә батҡан, ғәрәп хәрефтәре менән соҡоп яҙылған һүҙҙәр юйылып бөткән, таш буралар ергә һеңгән. 1996 йылда, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын үткәрер алдынан, кәртәләгән булғандар. Ваҡыт һорап тормай, үҙенекен эшләгән.
«Ауылыбыҙ--торғаны ожмах инде. Донъяла бындай матур урын бик һирәктер. Ошо иҫке зыярат кәртәләренең туҙып ятыуы ғына йәнде көйҙөрә ине. Быйыл ауыл идараһында ошо мәсьәлә ҡаралды һәм уны кәртәләргә ҡарар сығарҙыҡ, ауылдаштарҙан аҡса йыйып, бағана, ҡаҙау, буяҡ, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы теүәлләнек. Инде эш беҙҙә генә ҡалды. Бөгөн был эште теүәлләп ҡуйырға ине»,-- тине эш башлар алдынан Сидоровка ауылы старостаһы Руслан Мәхмүтйән улы Ҡотоев өмәселәргә өндәшеп. Шул һүҙ етте. Дамир Аблаев аршинын тотоп, бағана урындарын билдәләргә тотондо, көрәклеләр--соҡор ҡаҙа, ҡалғандар--бағана, һайғау ташый башланы. Дәрте ташып торған бәһлеүәндәй утыҙ ир-атҡа эшме ни инде ул. Шаярыша, һөйләшә-көлөшә, хәл ала туҡтағанда теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын Ҡурҡыс һыуын эсә-эсә дүрт сәғәт самаһы эшләүгә эш аҙағына ла яҡынлашты. Артыбыҙҙан Аралбай ҡыҙҙары--килендәре Сәлимә Тауылбаева, Мәфрүзә Түләбаева, Сидиҡа Рәмова, Рәмилә Тләүкәева, Нәсимә Һеләүһенова, Гөлйәүһәр Солтанова, Филиә Ҡотоева, Сания Боҫҡонова, Миңһылыу Ҡотоева, Гөлназ Аблаева прожилиналарҙы йәшел төҫкә буяп та сыҡты. Ҡыҙҙар эшен тамамлағанса ирҙәр элекке кәртәнән ҡалған ҡыйҙы утынға, түгеүгә айырып, өйөп тә ҡуйҙылар. Бер һүҙле булып, берҙәм тотонғас, эш беленмәй ҙә ҡалды. Ул арала «ашнаҡсы» ҡыҙҙар ашҡа саҡырҙы. Һарыҡты ҡорбан итеп Сиҙерҙә йәшәгән ауылдашыбыҙ--фермер Дамир Ҡотоев бүләк иткән тинеләр. Сиҙер мәсетенән Рим хәҙрәт мәрхүмдәр ризалығына аят бағышланы.
Аралбайҙа бындай фәһемле осрашыуҙар йыл да булып тора. 2021 йылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы шаулап-гөрләп үтте, былтыр ауылыбыҙ мәсете тирә-яҡ дин әһелдәрен йыйып уҡыу ойошторҙо. Унда Өфөнән, күрше райондарҙан вәкилдәр ҡатнашты.
«Яҡын арала мәсетте кәртәләп алаһы бар әле»,--тип оҙатты беҙҙе Руслан Ҡотоев.
Бәләкәй тип кәмһетмәгеҙ, яҡты ауыл ул беҙҙең Аралбайыбыҙ.
Фәрит Әхмәров.
Йылайыр районы Аралбай ауылы.