АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

Аҡлыҡ, сафлыҡ бөркөлә

Кеше тормошо рәсми рәүештә Граждандар хәле акттарын теркәү (ЗАГС) бүлегендә башлана һәм шунда тамамлана. Ә инде өйләнешеү, бала тыуыу һәр кемдең ғүмерендә сағыу ваҡиға. Шуға күрә, был урын башҡа ерҙәрҙән айырылып торорға, йәмле, йәнле булырға тейеш.Ошонан сығып Сибай ҡалаһы ЗАГС-ы бинаһы өлөшләтә ремонтланғандан һуң, яңынан үҙ ишектәрен асты.

Аҡлыҡ, сафлыҡ бөркөләАҡлыҡ, сафлыҡ бөркөлә
Аҡлыҡ, сафлыҡ бөркөлә

-Бүлек етәкселеге никах тантанаһы үткән залда күптән ремонт уҙғарылмауын белдергәс, был йүнәлешкә комплекслы ҡараныҡ һәм уға заманса төҫ бирер өсөн косметик ремонт яһаныҡ. Эш барышында башҡа бүлмәләрҙең дә элеккесә ҡала алмауын аңланыҡ һәм уларҙы ла матурланыҡ, заманса йыһазландырҙыҡ,--тине бүлекте асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров.

Ысынлап та, ЗАГС бүлеге хәҙер бөтөнләй икенсе төҫ алған. Никах теркәү залы, кәләш һәм кейәү бүлмәһе, холл һәм сисенеү урыны реконструкциянан һуң бөтөнләй икенсе мөхиткә әүерелегән. Ремонт сиктәрендә шулай уҡ матди-техник база ла яңыртылған.

-ЗАГС бинаһында ремонт тамамланғандан һуң бында ингән беренсе кеше булараҡ, үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торҙом: бындағы аҡлыҡ-паклыҡҡа күҙ сағылды. “Атайсал” проектында ҡатнашып, тыуған ҡалаһы өсөн бик күп эштәр башҡарған Денис Андреевичҡа ҙур рәхмәт,--тине Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова.

ЗАГС бүлеге мөдире Айгөл Бохарбаева Гүзәл Әхмәт ҡыҙының һүҙҙәрен хупланы һәм бинаға яңы һулыш биреүгә күп көс һалған барлыҡ ижади һәм эшсе төркөмгә ҙур рәхмәт белдерҙе.

Бина ремонттан һуң рәсми асылған көндө бында ҡыуаныслы ваҡиға ла булды—бүлектә 300-сө бала тыуыуы тураһында акт теркәлде. Бәхетле йәш ғаилә--Айгөл һәм Урал Солтановтар былтыр ошо бүлектә 17 июндә өйләнешкән. Туйҙарының 1 йыллығына бүләк булып тап шул көндө ҡыҙҙары Асель тыуған. Денис Назаров йәш әсә Айгөл Солтановаға сабыйҙың тәүге фотоһүрәттен һаҡлау өсөн альбом һәм “Беҙҙең сабыйға” бүләк йыйылмаһы тапшырҙы. Унда бала табыу йортонан сыҡҡан саҡтағы сабыйҙың ҡулындағы биркаһын, беренсе тешен һәм ҡарын сәсен һаҡларға була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ЗАГС бүлеге һәм урындағы “Алға, Сибай!” йәмәғәт ойошмаһы бындай акцияны икенсе йыл рәттән ойоштора. Уға ярашлы һәр түңәрәк һан аҫтында теркәлгән сабыйҙың ата-әсәһенә тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа ҡушып иҫтәлекле бүләк бирелә.

Сибай ҡалаһы ЗАГС-ы барлыҡ эшмәкәрлеген "Демография" милли проектына ярашлы алып бара.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас