АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор

ӘҮҘЕМЛЕКТӘРЕН ЮҒАЛТМАЙҘАР...

Ауылдары менән бер һүҙле булғандар бик һирәктер ул, эйеме? Түбәнге Яйыҡбай ауылында ана шундай бер һүҙле, бер фекерле, берҙәм, татыу, әүҙем халыҡ йәшәгәнгә лә "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеп сыҡҡайнылар. Улар әле лә әүҙемлеген юғалтмай: һәр көн ауыл төҙөклөгөн, ауыл киләсәген бергәләп хәстәрләйҙәр. Хатта ҡул ҡаушырып бер көн ултырғандары юҡтыр. Бөгөнгө ямғырлы һауа торошо ла уларға кәртә булмаған.

ӘҮҘЕМЛЕКТӘРЕН ЮҒАЛТМАЙҘАР...ӘҮҘЕМЛЕКТӘРЕН ЮҒАЛТМАЙҘАР...
ӘҮҘЕМЛЕКТӘРЕН ЮҒАЛТМАЙҘАР...

--Түбәнге Яйыҡбай ауылында йорттарҙы төҙөкләндереү, ихаталарҙы тәртипкә килтереү эше бер генә минутҡа ла туҡтамай. Көндөң ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн ауылымдың ир-егеттәре клуб стенаһына яңы баннер элде, спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәни үҙәктең эскәмйәләрен нығытты, хоккей майҙансығының торошон ҡарап, тикшереп сыҡты. Ҡыҫҡаһы, ауылдың йәшәйеше, уның санитар торошо ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ныҡлы күҙәтеүе аҫтына алынған. Артабан да шулай булһын, --тип яҙа социаль селтәрҙә Рәүилә Хәсәнова.

 

Һоҡланғыс халыҡ йәшәй был ауылда. Афарин!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас