Иртәгә - Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

Сибай үҙәк дауаханаһының табип-анестезиолог-реаниматологы Линар Ринат улы Иҫәнгилдин медицина учреждениеһында 2020 йылдан алып эшләй. Йылайыр районының Йылайыр ауылы егете ординатор булараҡ эшкә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң килгән. Тырыш егет Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында белем алған.

Иртәгә - Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөИртәгә - Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө
Иртәгә - Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

-Медицина университетында уҡый башлағанда торакаль хирургия тармағынан китермен, тип уйлағайным. Әммә был өлкәгә күңелем ятманы. Операциялар барышында анестезиолог-реаниматологтарҙың эшенә иғтибар иттем. 4-се курсҡа уҡырға барғанда аныҡ ошо өлкәнән китеремде белә инем,--тип һөйләй йәш белгес.-Беҙҙең эштең төп асылы—йәшәү өсөн мөһим органдарҙың эшмәкәрлеген көйләү. Наркоз миҡдарын белеүгә һәм биреүгә кеше ғүмерҙәре бәйле, шуға күрә препараттар менән бик һаҡ эш итергә кәрәк.

Линар Ринат улы эшкә килгәндә уны Рушан Рәшит улы, Айнур Дим улы ҡаршы ала. Анестезиология-реаниматология бүлеге мөдире Фәнзил Фәнил улы һөнәри оҫталыҡҡа өйрәтә. Дауаханала "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы медицина ҡорамалдарын яңыртып торалар, шарттар бар, эшләргә лә -эшләргә генә ҡала.

27 йәшлек Линар Иҫәнгилдиндың нәҫелендә медицина хеҙмәткәрҙәре юҡ, әммә уның өс бер туған ҡустыһы ла ғаиләләге баш бала булған ағайҙарының юлынан китмәксе. Өлкән ҡустыһы Радмир әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының 4-се курсында уҡый. Рәмзил ҡустыһы быйыл 11-се класты тамамлап, медицина университетына уҡырға инергә йыйына. 11 йәшлек Фәнзилдәре лә ағайҙарынан ҡалышмаҫҡа уйлай.

Кәләште лә Йылайыр ауылы егете ситтән эҙләмәгән, күрше урамдан ғына алған. Һөйөклөһө Гөлфинә Иҫәнгилдина һөнәре буйынса табип булмаһа ла, иренең эшен аңлай һәм уға һәр яҡлап терәк-таяныс булырға тырыша. Күптән түгел генә йәш ғаиләгә ҡыуаныс-шатлыҡ өҫтәп ҡыҙҙары Арина тыуған. Уға әле 1 генә ай.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас