

Ҡайһы бер ауылға барһаң ҡоймалар ауып, ҡайҙалыр йылға аша һалынған күперҙәр емерелеп тора. Шуларҙы төҙәтеп, рәтләп ҡуйыр ирҙәр ҙә юҡмы икән ни, тип уйлап ҡуяһың. Әллә шул тиклем вайымһыҙҙармы икән? Ә ҡайһы бер төбәктәрҙә халыҡ, киреһенсә, дәррәү: ҡайҙандыр өҫтән ярҙам килгәнен дә көтөп тормай, йыйылышалар ҙа эшләйҙәр. Улар дөрөҫ юлдаларҙыр тим... Ошо ауылда һин йәшәйһең һәм ул һиңә, һинең балаңа кәрәк. Тимәк, һин үҙең эшләргә тейеш. Шулаймы? Бына әле Мерәҫ ауылы ирҙәре балалар өсөн спорт майҙансығы эшләгән. Афарин!
--Атайсалға изге ғәмәлдәр йылы уңайынан, Баймаҡ районы Мерәҫ ауылының Аҡминде скверының матур, ыҡсым ғына бер урынында, ауыл балалары өсөн Шишмә округының егеттәре--Абдрахимов Ҡыуандыҡ, Әлибәков Рәхмәтулла, Кинйәбулатов Миңнеғәле, Ямантаев Фәнил ағайҙар ҙур бүләк - волейбол майҙансығы эшләп бирҙе. Ҙур рәхмәт уларға һәм округ депутаты Хәмитова Бәҙерниса Миңлеғәле ҡыҙына! Ауыл халҡы исеменән ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Каникулдағы балаларҙы уйынға саҡырабыҙ,--тип хәбәр итә Мерәҫ ауылы китапханасыһы Рафиға Ғазина.