--Эш сәфәре менән Хәйбулла районына Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров килеп китте. Тәүҙә 2-се мәктәптә булып, ир-егеттәр ҡыйыулығы темаһына арналған дәрес үткәрҙе. Унан халыҡты ҡабул итте. Урындағы үҙидаралыҡ көнө уңайынан муниципалитетта эшләүселәргә, актив граждандарға ведомство наградалары тапшырҙы.
Ир-егет статусын һәм ролен күтәреү, атайҙар абруйын арттырыу йәһәтенән ир-егеттәр Советы вәкилдәре менән һөйләшеү уҙғарҙы. Ветерандарыбыҙ Иҙрис Әбделкәрим улына һәм Фәтхулла Әғлиулла улына барып, хәлдәрен белде.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов иҫтәлегенә булдырыласаҡ аллеяға ағас ултыртты. Бында 29 апрелдә эш дауам ителәсәк,--тип яҙа Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов.
Шулай уҡ депутат Аҡъярҙағы мәктәп, бассейн төҙөлөшөн, Уфимка ауылындағы мәктәп ремонтын ҡараған. Уфимкалағы спорт майҙансығын асыуҙа ҡатнашҡан. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ерләнгән зыяратты төҙөкләндереү эше менән ҡыҙыҡһынған һәм ярҙам күрһәткән.
Зариф Закир улы сәфәрҙең бик эшлекле шарттарҙа үтеүен билдәләп, халыҡ йәшәйешен яҡшыртыу өсөн күп эштәр башҡарылыуын әйтеп, ҡайһы бер һорауҙарҙы яҙып алған һәм ярҙам күрһәтергә вәғәҙә биргән.