Ихлас ҡаршы алдылар
Ҡарабаш тау техникумын тамамлаған тырыш ҡыҙҙы поезд тыуған яғы Башҡортостандан алыҫҡа алып китә. 1956 йылда уҡыуын тамамлағас та уға Волгоград (әлеге Луганск) өлкәһенең күмер шахтаһына йүнәлтмә бирәләр. Ворошиловградта ҡыҙҙы үҙе эшкә йүнәлгән трестың кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре сәскәләр менән ҡаршы ала. Уны Мало-Ивановка шахта идаралығына участка маркшейдеры итеп урынлаштыралар. Был бик күп участкаларҙы берләштергән идаралыҡта “Антрацит” маркалы күмер сығаралар. Луганск менән Мало-Ивановка араһы 50 саҡрым ғына булһа ла улар араһындағы шахталарҙың күплегенә иҫе итә йәш белгестең. Бөтәһе лә ҡыҙ менән акцент менән булһа ла русса һөйләшергә тырыша. Ул үҙенең рус милләтенән түгел, башҡорт булыуын әйткәс, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре:”Монголкамы әллә?”—тип аптырай. Аҙаҡ ул ҡатын украин халҡы милләт айырмауын, бөтәһе менән дә дуҫ йәшәүҙәрен белгертә.
Апайым унда йәшәү, эшләү осоронда милләтенә ҡағылышлы бер дәғүә лә ишетмәй. Ҡәйнәһе үҙ халҡының милли аштарын, тәмле итеп борщ бешерергә өйрәтә. Телде лә апайым тиҙ үҙләштерә, украин йырҙарын, таҡмаҡтарын еренә еткереп башҡарҙы.
Шул ваҡытта шахта идаралығына йәштәр күпләп килгәс, ҡыҙҙы дөйөм ятаҡҡа түгел, фатирға урынлаштыралар. Эш урынан торлағы сығымдары түләнә, хеҙмәт юлын башлап ебәргәне өсөн 160 һум күләмендә аҡса ла ала. Бер ай ҙа эшләп өлгөрмәй, комсомол ойошмаһы секретаре итеп һайлап та ҡуялар.
Емереклек аҫтында ҡалалар
Тәүге тапҡыр шахтаға төшөүен дә яҡшы иҫләй ине апайым. Махсус кейем кейеп, 7 килограмм ауырлыҡтағы лампа тотоп шахта начальнигы артынан эйәрә ул. Антрацит күмере табылған шахтаһына төшкәндә үк йәш белгес күмер пласының ҡеүәте 65 см булһа, ул пласт эшкәртеүгә яраҡһыҙ тип табыла, йәғни ул урындан күмер сығарыу туҡтатыла. Бында ла шулай була...Шулай итеп яңы эш башлаған маркшейдерҙы көн һайын бер шахтаға төшөрөп, эш менән таныштыралар (бөтәһе 6 шахта). Ер аҫтына бөтә инструменттарҙы : нивелир, теодолит, рейка, отвес, тимер ленталар һәм баяғы ауыр лампа. Бының сама ауырлыҡты йөкмәп йөрөүҙә уға ярҙамсылары Филипп Луговой һәм Лида Луговая ярҙам итә. Нимәһе ҡыҙыҡ: Мало-Ивановкала 5 фамилия ныҡлы таралған: Луговойҙ, Луценко, Цукур, Мирошниченко, Могильный. Бергә татыу эшләйҙәр. Лида тәмле пирожкилар ташып һыйлаһа, Филя алма, слива, сейә килтерә. Филя ғына ҡыҙғанысҡа күрә, яҡты донъянан иртә китеп бара.
Бер мәлдә ошо 3 белгес 4-се шахта емерелеп китеп, шуның аҫтында ҡала. Ул хәл 1957 йылдың көҙөндә була. Көндөҙ сәғәт 11-ҙәр тирәһендә бөтә лампалар ҙа һүнә. Ҡараңғы, еүеш һәм үҙәккә үткес һыуыҡ. Гөлнур үҙен ҡулға ала. Ире әрмелә хеҙмәт итеп йөрөгән, 3 йәшлек кенә ҡыҙы булған Лида кеүек иламаҫҡа тырыша. Филя ла күҙ йәшен тыя алмай, ул ауырыу әсәһен йәлләп буҙлай. Аҙаҡ ҡына апайым Филяның әсәһе ҡәйнәһенең бер туған апайы булыуын белә. Алыҫта уның да ата-әсәһе, бер туғандары булыуы уға көс бирәме, ҡыҙ киҫкен хәлдә лә төшөнкөлөккә бирелмәй, дуҫтарын йыуата. Уларҙы киске сәғәт ундарҙа ғына ҡаҙып асалар. Шул ваҡытта шахта начальнигы берәүгә лә ҡуҙғалмаҫҡа ҡушҡан йәш белгескә рәхмәт әйтә. Өҫтә иһә уларҙы тиҙ ярҙам, начальниктар, хәүефһеҙлек буйынса инженер, шахтерҙар көтөп тора. Хатта улар араһында фатирында ҡыҙҙы йәшәткән Катерина ла була. Уларға өс көн ял бирәләр, күҙәтеү аҫтында тоталар.
Оҙаҡ йылдар апайым Люба Луговая, Анатолий Луценко, Нина Луговая, Леонид Лытарьҙар менән аралашып йәшәне. Ниндәй комсомолдар ине улар! Ял көнө лә эшләргә әҙер булдылар. Артабан уларҙың һәр ҡайһыһын союз кимәлендәге эре шахталарға эшкә күсерҙеләр. Сөнки илгә төрлө күмер кәрәк ине, шунлыҡтан шахталарҙы бер астылар, бер яптылар. Тора-бара эштәр ҙә өҫтәлде: дәүләт планын үтәү, художестволы үҙешмәкәрлектә, спорт ярыштарында ҡатнашыу, клубта һәм урамда дежурлыҡ итеү. Быларҙың барыһы ла йәштәрҙе бергә туплау, комсомолец-маркшейдерҙарҙа хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн кәрәк булған. Күмер сығарыуҙа күмәк өмәләр ойоштороу, спорт буйынса ярыштар, украин һалдаттарының яу юлы буйлап походтарға сығыу ҙа йәштәрҙең томошон файҙалы итә. Комсомолецтар шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған еренә лә бара.
Яҡташ генерал Миңлеғәле Шайморатовтың 2-се Чернухин шахта идаралығы янында ғүмере ҡыйылған. Тап шул ерҙәрҙә апайым һуңғы йылдарҙа эшләгән дә инде. Бындағы ҡаяла уның исеме яҙылған булған. Артабан уның ҡәберен туғандар ҡәберлегенә күсерәләр.
Бер-береңде аңларға ғына кәрәк
Шахтала 10 йылдан ашыу иңгә-иң терәп эшләгән Гөлнур апайым украин халҡының тырышлығына, ихласлығына, ауыр ваҡытта бер-береһен ташламауҙарына инана. Һуңғы йылдарҙа бик олоғайғас та ҡәҙерлем Украина ерендә тыныслыҡ булһын, ире Сашаның туғандары бәхетле, улар йәшәгән ерҙә шартлау тауыштары яңғырамаһын ине, тип теләне.
Төп маҡсат—бер-береңде аңлау,--ти торғайны апайым. –Нисек итеп Луганск һәм Донецк кеүек иҫ киткес матур ҡалаларҙы емерергә мөмкин? Илгә бит күпме күмер кәрәк. Һыу аҫтында ҡалған шахталарҙы тергеҙеүе бик ауыр. Украиндар уны яҡшы белә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң улар барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыны. Күпме аҡса, кешеләрҙең энергияһы, көсө, һаулығы сарыф ителде унда.
Гөлнур Мөхтәр ҡыҙының иң матур йәшлек йылдары Украинаға бәйле. Шуға ла ул йәшлеге уҙған ерҙе ныҡ ярата, хатта уларса “Каштандар ҡабат сәскә атһын!”—тип килештереп йырлар ине.
--Тыныслыҡ булһын! Бер гонаһыҙ сабыйҙарҙың күҙ йәштәре түгелмәһен!—тип мөрәжәғәт итте Гөлнур Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтҡолова (Цукур) үҙен еңел булмаған шахтер эшенә өйрәтеүсе коллегаларына һәм фекерҙәштәренә. Тап Украина ерендә ул УКРС-тың сәнәғәт министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды, Ворошиловград өлкәһене гәзитендә уның хаҡында тәүге мәҡәлә баҫылды. Эш башлағанда барлыҡҡа килгән тәүге эшсе дуҫтары ла Украинанан булды. Әйткәндәй, апайымдың берҙән-бер улы, украин башҡорт ҡаны ҡушылғанлыҡтан бик сибәр егет ине. Заманында Славян авиация-техник училищеһын тамамланы. Осоштар яһарға ла өлгөрҙө. Әммә фани донъяға бик иртә күсте: 39 йәшендә уны ҡан рагы һәләк итте. Хәҙер беҙ апайыбыҙҙың шахталағы ауыр хеҙмәте, экологик йәһәттән имен булмаған төбәктә йәшәүе улының ауырыуына сәбәпсе булманымы икән, тип уйлайбыҙ. Апайыбыҙҙы иренең туғандары бер ваҡытта ла ташламаны, гел килеп хәлен белеп торҙо. Ә хәҙер унда тыныслыҡ юҡ...
Күңеле тыуған еренә тартты
Башҡортостанға ҡайтҡас апайыбыҙ 30 йылға яҡын “Стәрлетамаҡтөҙөлөш” тресында мастер, прораб, проком рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡарҙы. Сибайҙа “Башмедьстрой” тресында ла гел маҡтаулы эшләне. Иҫемдә, күсмә Ҡыҙыл байраҡты бик һаҡлыҡ менән Өфөнән поездың купе вагонында ғына алып ҡайтты. Ҡиммәтле йөгө менән беҙ уны тимер юлы вокзалында ҡаршы алдыҡ.
Апайыбыҙ Гөлнур Мөхтәр ҡыҙының исеме төбәктә билдәле булды. Уның маҡтаулы хеҙмәте бик күп наградалар менән баһаланды. Апайым шахмат буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы чемпионкаһы исемен йөрөттө. Ҡырҙа йәшәгәндә оҙайлы ялдарында гел Сибайға ата-әсәйебеҙ янына ҡайтыр ине. Унан Баймаҡ районына тыуған яҡтарына йыш юл тотто. Тыуған еренән ул шулай көс-дәрт алды.
Апайыбыҙҙың нәҫелен ике ейәнсәре Алина һәм Карина дауам итә. Тик былтыр ноябрҙә үҙенең оло юбилейын билдәләй алмай вафат булыуы ғына үкенесле.
Мәүлиҙә Яҡупова.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы.
Һүрәтәр Гөлнур Мөхтәр ҡыҙының ғаилә архивынан.