

100-ҙән ашыу кеше йыйылған иҫтәлекле сараны Шаһиәхмәт Сибаев ижад иткән, хәҙер инде башҡорт халыҡ йырына әйләнгән, араларының гимнына әүерелгән «Сибай» йыры менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юнир Һағынбаев аса. Юнир Шәмсетдин улының был йыйында ҡатнашыуы осраҡлы түгел, ул ошо нәҫелдең кейәүе. Сарала шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев та Шаһиәхмәт Сибаевтың халҡыбыҙ яратып йырлаған бер нисә йырын башҡара. Йырсыларҙы Сибай сәсәндең бүлә-бүләсәләре, тыуасарҙарҙы сараға юҡҡа ғына саҡырмай. Был ике ир-егет тә Утарбаевтарҙың әсәйҙәре Дамира Рамаҙан ҡыҙының ауылдаштары.
Йыйында ҡор башы Сабит Утарбаев барыһын да Шаһиәхмәт Сибаевтың тормош юлы менән таныштыра.
Халыҡ телендә йөрөтөлгән Сибай сәсән--Шәйәхмәт Сибаев 1822 йылда Иҫке Сибай ауылында тыуа. Бәләкәйҙән отҡор булған, атаһыҙ үҫкән малайҙы ауыл уҙамандары 1838 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл станицаһында асылған башланғыс гарнизон мәктәбенә эш ҡағыҙҙары менән шөғөлләнеүселәр (писарҙар) төркөмөнә уҡырға ебәрә. Ике йыл уҡып ҡайтҡандан һуң, ул ауыл старшинаһының писары булып эшләй башлай һәм өс йыл ярайһы ғына тәжрибә туплай. 1843 йылдың июлендә Шәйәхмәт Сибаевты 7-се кантон писары итеп тәғәйенләйҙәр. Егет 7-се кантон башлығы Ҡотләхмәт Биксуриндың ҡыҙы Фатимаға ғашиҡ була. Писарының ҡыҙы менән сыуалыуын өнәмәгән Ҡотләхмәт кантон унан нисек тә булһа ҡотолоу юлдарын эҙләй һәм уны ситкә ебәрергә тырыша.
1857 йылда Аҡ Мәсет походынан Шәһиәхмәт Сибаев зауряд-сотник дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайта. Ә күптә үтмәй, 1858 йылда уны Тамьян-Ҡатай ерендә урынлашҡан 6-сы кантонға башлыҡ итеп тәғәйенләйҙәр. Штаб-квартираһы хәҙерге Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында урынлашҡан була. Шәһиәхмәт Сибаев ауылдаштары менән хушлашҡан сағында «Сибай» йырын башҡара.
Һағышлы йыр яңғыраған ошо урын Сибай биләне тип атала башлай. Әйткәндәй, Иҫке Сибай ауылы ерлегендә халҡыбыҙҙың «Сибай», «Абдрахман», «Һары ла сәс», «Буранбай» кеүек мәшһүр йырҙары ижад ителгән тип фаразлана.
Йор һүҙле, шиғри күңелле кантонды халыҡ Сибай сәсән тип ололаған һәм әле лә Иҫке Сибай ауылында йәшәгән нәҫел-нәсәбе уны онотмай. 2015 йылда Фәтхулла Сабир улы, Сабит Сәмиғулла улы, Мирза Сәфиулла улы Утарбаевтарҙың инициативаһы менән Ҡарамалташ тауы аҫтында урынлашҡан Сибай биләнендә стела ҡуйырға ҡарар ителә. Күмәк көс менән был ҙур эш бойомға ашырыла. Стеланың авторы Руслан Бикбаев. Стеланың торған ере лә осраҡлы һайланмай, үрҙә әйтеүебеҙсә, Шәһиәхмәт Сибаев ауылдаштары менән хушлашҡан сағында «Сибай» йырын башҡарған урын ул. Сибай институты алдында һәм Иҫке Сибай ауылы уртаһында уның бюстары ҡуйылған. Арҡайым ҡасабаһында һәм Иҫке Сибайҙа Ш.Сибаев исемен йөрөткән урамдар бар. Төбәктә «Сибай» йырын башҡарыусылар конкурсы, йыйындар уҙғарыла, мәктәптең алдынғы уҡыусыларына Сибай сәсән премияһы тапшырыла. Конкурстарҙың һәм премияның бағыусылары булып арҙаҡлы шәхестең вариҫтары Утарбаевтар тора.
-Йылдар түгел, быуаттар үтһә лә, сәсән Сибай кантондың тоҡомо уны онотмайбыҙ. Бына беҙ—Утарбаевтар Сибай сәсәндең бишенсе быуыны вариҫтарыбыҙ,--ти аҡһаҡал Сабит Утарбаев.-Йыйынға туғандар ашҡынып килде. Һәр береһе стеланы төҙөкләндереүгә тос өлөш индерҙе. Йыр-бейеү, ҡурай моңо аҫтында бергә-бергә данлыҡлы олатайыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Йыйынды уҙғарыуға, стеланы төҙөкләндереүгә тос өлөш индереүсе Сибай сәсән вариҫтарына Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталарын да тапшырҙыҡ.
Ун бер туған Утарбаевтар--Сабит, Сәрүәр, Ғәбит, Лира, Зәмзәм, Хәмит, Лилиә, Сәғит, Шәһит, Сибай--барыһы өсөн дә ҡәҙерле кешеләре атайҙары Сәмиғулла Сабир улына һәм әсәйҙәре Дамира Рамаҙан ҡыҙына рәхмәтле.
-Әсәйебеҙ 1937 йылда Буранбай ауылында тыуған. Уға алты ғына ай булғанда әсәһе үлеп ҡала. Тәүҙә үгәй әсәй ҡулында үҫә, артабан уны Кәримә инәһе менән Ғәзиз олатаһы тәрбиәгә ала. Бер нисә йылдан ғаилә Иҫке Сибай ауылына күсә. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Камила атайыбыҙ Сәмиғулла Сабир улының тәүге ҡатыны була. Тәүге ҡатыны Камила йәшләй мәрхүмә булып, кескәй улы Сабит менән тол ҡалғас, беҙҙең әсәйгә өйләнә. Һәм уларҙың уртаҡ туғыҙ балаһы тыуа,--тип үткәндәргә байҡау яһаны Утарбаевтарҙың кинйәләре Сибай Сәмиғулла улы.
Тирә-яҡта балта оҫтаһы булып танылған аталары Сәмиғулла Сабир улы яңы йорт һала. Ләкин Дамира Рамаҙан ҡыҙына парлы, ун балаға атайлы булып оҙаҡ йәшәү бәхете эләкмәй. Ғаилә башлығы 1976 йылда фажиғәле рәүештә вафат булғас, береһенәне-береһе бәләкәй ун бала менән 39 йәштә тол ҡала. Әммә ул тормош һынауҙарына бирешмәй. Күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй. 10 бала әсәһе булараҡ 1976 йылда «Герой әсә» маҡтаулы исеменә лайыҡ була. Балалары барыһы ла уҡып, күңелдәренә ятҡан һөнәрҙәргә эйә булып, үҙ иштәрен табып, ғаиләләр ҡороп, матур итеп йәшәй һәм эшләй. Сабит, Сәрүәр, Сәғит--Сибайҙа, Лилиә--Сорғотта, Зәмзәм--Баймаҡта, Лира--Йылайыр районы Матрай ауылында, Хәмит--Өфөлә, Ғәбит, Шәһит, Сибай Иҫке Сибай ауылында төпләнгән.
-Аллаға шөкөр, унауыбыҙ ҙа иҫән-һаубыҙ. 10 баланың 29 ейән-ейәнсәре, 39 бүлә-бүләсәре бар. Атайыбыҙҙың мәрхүм булыуына быйыл 50 йыл, әсәйебеҙгә ошо көндәрҙә 20 йыл тулды. Уларҙың рухына бағышлап аяттар уҡытып торабыҙ,--ти Сибай Сәмиғулла улы.-Туғандарға рәхмәт! Йәмле йәйҙә осрашайыҡ, йыйын уҙғарайыҡ, тип әйтеүебеҙ булды, барыһы ла дәррәү генә атайсалыбыҙға килеп етте. Туғанлыҡ ебен өҙгән кешегә ожмахҡа юл ябыҡ. Беҙ шуны яҡшы аңлайбыҙ, яйы сыҡҡан һайын осрашып күрешергә, аралашырға тырышабыҙ. Балаларыбыҙ шәжәрәне, тамырҙарын белеп үҫһен, туғандарын таныһын һәм киләсәктә ҡатышып йәшәһен өсөн кәрәк бындай йыйын. Маҡсатыбыҙға ирештек тип уйлайым.
Гөлдәр Ҡадаева.