- Элек күршеләр сәй эсергә инә ине. Хәҙер иһә — тик ялыу яҙалар.
- Элек ишектәр асыҡ тора ине. Бөгөн иһә — икешәр йоҙаҡ, видео-күҙәтеү һәм шикләнеү.
- Элек барыһы менән дә бүлешә инек: тоҙ, икмәк, яңылыҡтар. Хәҙер — тик шик-шөбһә генә.
- Элек һорап тормайынса ла ярҙам итәләр ине. Хәҙер — күрмәмешкә һалышалар.
- Элек балалар ихатала бергә уйнай ине. Хәҙер күршеләр һәр шау-шыу өсөн талаш сығара.
- Элек ҡотлайҙар, ярҙам итәләр, хәл белешәләр ине. Хәҙер— һүҙ ҡушырға ҡурҡалар.
- Элек йорт уртаҡ ине. Бөгөн һәр кем үҙ «ҡәлғәһенә» бикләнгән.
Ә иң ҡурҡынысы — бер кем дә стена аша кем йәшәгәнен белмәй... һәм белергә лә теләмәй.
Замана үҙгәрҙе. Ләкин иң насары шул — беҙ кеше өсөн кеше булыуҙан туҡтаныҡ.