БРЮС ЛИның шундай фекеренә тап булдыҡ:
Инь-ян символында ҡара өлөштә аҡ нөктә, ә аҡ өлөштә ҡара нөктә бар. Был тормош тигеҙлегенең аллегорияһы: бер нәмә лә тик бер сиккә генә ынтылып йәшәй алмай, ул саф инь (тик пассивлыҡ) йәки саф ян (тик әүҙемлек) була алмай. Иң ҡаты ағас тиҙ һына, ә бамбук йәки тал, елгә эйелеп, бирешмәй ҡала. Эҫе лә, һыуыҡ та үлтерә; бер сик тә оҙаҡҡа бармай, ә бына аҡыллы үлсәү генә мәңгелек. Шулай итеп, яҡшылыҡ (ян) яманлыҡта (инь) йәшеренгән булыуы мөмкин, һәм киреһенсә.
Үҙгәрештәр башланғанда үҙгәрергә әҙер булығыҙ. Ваҡыты еткәс, үҙгәрер өсөн һығылмалы булығыҙ. Үҙегеҙҙе бушатығыҙ. Асылығыҙ. Иҫтә тотоғоҙ: сынаяҡтың файҙаһы — уның буш булыуында.
Яраҡлашыу—аҡыллылыҡ. Аҡыллылыҡ яуызлыҡтан яҡшылыҡты көс менән тартып алыуҙа түгел, ә шул көстәр менән идара итеп, тулҡын өҫтөндәге тығын кеүек алға барыуҙа.
Эйелеп иҫән ҡалыу. Был ҡытай мәҡәле бөтә кешелеккә хас проблема тураһында. Имән ҡеүәтле, тиҙәр. Ләкин ул тәбиғәт көстәренә ҡаршы тора, шуға ла көслө ел уны һындырыуы ихтимал. Ә бамбук һабағы елгә эйелә лә һынмай ҡала.
Үҙеңде өҙлөкһөҙ өйрәнеү мөһим. Минеңсә, бөтә ғүмерем үҙемде өйрәнеүгә бағышланған: мин көн һайын үҙемдән бер ҡатламды һыдырып алған кеүекмен. Үҙемде кеше булараҡ күберәк өйрәнгән һайын, был эште башҡарыуы ла еңелерәк була бара. Һорауҙар күбәйә. Мин барыһын да асығыраҡ күрәм. Маҡсатым—булғанды үҫтереү түгел, ә ҡалдырылғанды табыу. Шул уҡ ваҡытта ул ҡалдырылған нәмә һәр саҡ минең менән, эсемдә, ул бер ҡасан да юғалмаған һәм боҙолмаған, тик оҫта файҙалана белмәү генә ҡамасаулаған.
Бында һәм хәҙер йәшәгеҙ. Ҡолаҡ һалығыҙ. Ел тауышын ишетәһегеҙме? Ә ҡоштар һайрауын? Уларҙы ысын мәғәнәһендә ишетергә кәрәк.
Хәрәкәттәге тыныслыҡ. Мин хәрәкәттә, ләкин шул уҡ ваҡытта тынысмын. Мин тулҡындарҙа сағылған ай кеүекмен: тулҡындар өҙлөкһөҙ йүгерә, ә ай—үҙ урынында.
Брюс Ли.
Китаптары: «Брюс Лиҙың тормош ҡағиҙәләре», «Алдан һуғыу юлы».
Килешер инегеҙме?
Сығанаҡ: интернет.
Р.Усманова тәржемәһе.