АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
3 Сентября , 04:10

Балағыҙ башҡортса һөйләшәме?

Тел--милләтең йөҙөн билдәләүсе, халыҡты этнос булараҡ йәшәтеүсе берҙән-бер сара. Йәмғиәттә барған үҙгәртеп ҡороуҙар халҡыбыҙҙың тормошонда бик күп үҙгәрештәр индерҙе. Үткән быуаттың 1960-1980 йылдарында башҡорт телендә уҡытыуҙы ҡыҫҡартыу, башҡорт мәктәптәрен ябыу һөҙөмтәһеҙ булманы. Үҙ тамырҙарынан айырылған, туған телен, халҡының тарихын белмәгән бер нисә быуын үҫеп етте. ЮНЕСКО билдәләүенсә, әгәр туған телдә халыҡ һөйләшмәһә, көнкүрештә тел ҡулланылмаһа, был этнос юғалыуға дусар ителә. Тел юғалһа, халыҡ та бөтә. Миҫал өсөн, үткән ХХ быуатта ҡамасиндар, алюторҙар, убыхтар юҡҡа сыҡҡан халыҡтар иҫәбендә.

Ер шарында бөгөн 200-ҙән ашыу дәүләт барлығы билдәле. Төрлө милләт вәкилдәре йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлап, туған телдәрендә аралашып йәшәй. Күп телле дәүләттәр бар: Папуа--Яңы Гвинеяла 850 телдә һөйләшәләр, Индонезияла--670, Нигерияла--410, Һиндостанда--380, Камерунда--270, Австралияла--250, Заирҙа--210 төрлө телдә аралашалар. 60-тан алып 100-гә тиклем телдә һөйләшкән илдәр: Филиппин, АҠШ, Малайзия, Ҡытай, элекке СССР һ.б.

Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәй. Туған телдәрҙе өйрәнеү, үҫтереү Хөкүмәт етәкселегенең иғтибар үҙәгендә, закондар менән нығытылған. Белем биреү учреждениеларында уҡытыу 6 телдә алып барыла, 14 тел туған тел булараҡ өйрәнелә.

Тел--милләтең йөҙөн билдәләүсе, халыҡты этнос булараҡ йәшәтеүсе берҙән-бер сара. Йәмғиәттә барған үҙгәртеп ҡороуҙар халҡыбыҙҙың тормошонда бик күп үҙгәрештәр индерҙе. Үткән быуаттың 1960-1980 йылдарында башҡорт телендә уҡытыуҙы ҡыҫҡартыу, башҡорт мәктәптәрен ябыу һөҙөмтәһеҙ булманы. Үҙ тамырҙарынан айырылған, туған телен, халҡының тарихын белмәгән бер нисә быуын үҫеп етте. ЮНЕСКО билдәләүенсә, әгәр туған телдә халыҡ һөйләшмәһә, көнкүрештә тел ҡулланылмаһа, был этнос юғалыуға дусар ителә. Тел юғалһа, халыҡ та бөтә. Миҫал өсөн, үткән ХХ быуатта ҡамасиндар, алюторҙар, убыхтар юҡҡа сыҡҡан халыҡтар иҫәбендә.

Тел халыҡ дөйөм бергә йәшәгән территорияла, көндәлек ҡулланыуҙа булған мөхиттә генә һаҡлана ала. Тимәк, туған телебеҙҙә уҡыһаҡ, һөйләшһәк, уны һаҡлай алабыҙ, йәштәргә лә өйрәтергә тейешбеҙ.

Тормошта тел башҡа халыҡтарҙың телдәре менән аралашҡанда йотола, ассимиляцияға бирелә. Быны тарихи Башҡортостанда: Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Пермь өлкәләрендә һәм башҡа тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ миҫалында күрәбеҙ. Улар туған телен юғалта бара, йәш быуын бөтөнләй белмәй тиерлек, мәктәптәрҙә лә башҡорт телендә уҡытылмай.

Рухи ҡиммәтәрҙе онотоп, тормоштоң матди етешлеген генә ҡайғыртҡан маңҡорттар күбәйҙе. Төрлө учреждениеларҙа, магазин, дарыухана, транспорт, урамдарҙа беҙҙең халыҡ туған телендә аралашмай. Хатта туғандар араһында ла шул күҙәтелә:“Беҙгә шулай еңелерәк, беҙ өйрәнгәнбеҙ,”--тиҙәр. Башҡортлоғоң телеңдә күренә. Тәбиғәттән бирелгән телебеҙ бар, берәү ҙә беҙгә туған телдә уҡыуҙы, һөйләшеүҙе тыймай бит.

Педагогтар әйтеүенсә, сабый тыуғанда ата-әсәһенең телендә һөйләшергә әҙер була, тик уға өйрәтергә кәрәк. Милли асылы уның генетикаһына һалынған. Әсә теле сабыйҙың тыумыштан быуындан-быуынға күсеп килгән һәләттәрен асырға, талантын үҫтерергә булышлыҡ итә. Бала һәләтле булып тыуа икән, уны үҫтерергә кәрәк. Ололар: “ярамай, нельзя!” тип тыйып, баланы үҙ ҡалыптарына яраҡлаштырырға тырыша. Үҫмерҙе көсләп үҙе теләмәгән түңәрәктәргә йөрөткән ата-әсәләр ҙә бар. “Әгәр туған телендә һөйләшеп килгән балаға икенсе телдә белем бирә башлаһаң, уның фекерләү ҡеүәһенең үҫеше туҡтала”, тигән һығымта яһағандар. Ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә яһалған һығымталарҙы иғтибар үҙәгенән сығармаһаҡ ине.

Беҙ--оло быуын кешеләре, ауылда башҡорт мәктәбен тамамлағанбыҙ, тиҫтерҙәрем институттарҙа уҡып, табип, уҡытыусы, инженер, агроном һ.б һөнәрҙәргә эйә булды. Республикала киң билдәле яҙыусылар, журналистар, ғалимдар, сәнғәт эшмәкәрҙәре үҙ ваҡытында башҡорт телендә белем алған. Уларға юғары уңыштарға өлгәшергә туған тел тик ярҙам иткән. Хәҙер ата-әсәләрҙе күберәк рус телендә белем алыу ҡыҙыҡһындыра, балам рус телен яҡшы белмәһә, ҙур уңышҡа өлгәшә алмаҫ, тип уйлайҙар. Улар баланың киләсәк тормошонда туған телдең әһәмиәте тураһында ишетергә лә теләмәй. Был хәл балалар баҡсаларында башҡорт төркөмөн туплағанда, мәктәптәрҙә 1-се класҡа уҡыусылар йыйғанда асыҡ күренә.

Беҙҙең илгә һөнәр эйәләре, яҡшы белгестәр кәрәк, ләкин инженер, менеджер, иҡтисадсы һ.б булып та туған телен белмәһә, шул сәбәпле тыуған төйәгенән, тамырынан айырылһа, ул рухлы шәхес була аламы? Ул башҡортмо, милләтебеҙгә файҙа килтерәме? Уйланырға урын бар.

Хәҙерге ғәилә ике быуындан тора: ата-әсә һәм балалар. Оло быуын--ҡартатай, оләсәй, башлыса, айырым йәшәй. Улар ейәндәрен тәрбиәләүҙә аҙ ҡатнаша, быуындар араһында бәйләнеш, яҡынлыҡ тойғолары, туғанлыҡ ептәре өҙөлә бара. Күпселек йәштәр оло быуынды хөрмәтләүҙе изге бурыс тип һанамай.

Тикшеренеүҙәр буйынса, көнбайыш илдәрендә балаларҙың 75 проценты үҙенең ата-әсәһенә оҡшарға теләһә, Рәсәйҙә ул 41 процент ҡына. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр. Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен сағылдырған тәрбиә ҡанундары бар. Элек аҡһаҡалдар йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙен үтәләшен күҙ уңынан сығармаған. Атай-әсәйҙең абруйы ҙур булған, туған тел әсә һөтө менән бирелгән. Бер нисә көн буйы ашамаҫҡа ла, эсмәҫкә лә була. Тик туған телһеҙ бер нисә сәғәт тә тороу мөмкин түгел. Сөнки кеше уйламайынса тора алмай. Ул туған телендә уйлай. Һулар өсөн һауа нисек кәрәк булһа, уйлар өсөн туған тел дә шулай кәрәк.

Аллаһы Тәғәлә һәр йән эйәһенә үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге биргән. Һәр төрлө хайуандың, йәнлектең, ҡош-ҡорттоң, бөжәктәрҙең дә өнө--теле бар. Улар үҙ-ара ниҙер һөйләшә, аңлаша. Ауылда, ғәҙәттә, быҙау йә кәзә бәрәсе ҡайтмаһа, уларҙың инәһен эҙләргә сығарып ебәрәләр. Күп тә үтмәй, һыйыр ҙа, кәзә лә тауыш биреп (баҡырып), балаларын эйәртеп алып ҡайта. Ҡаҙҙар ҙа ҡаңғылдашып, үҙҙәренең себешен табып ала. Хайуандар донъяһы меңәр йыл дауамында көн итә, уларҙың үҙ ҡанундары, үҙ теле бар, гармонияла йәшәйҙәр.

ЮНЕСКО тикшеренеүҙәре буйынса, ай һайын 1-2 тел юғала бара икән. Башҡорт теле 2009 йылда уҡ юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр иҫбенә индерелде. Милләт аҙ һанлы булған һайын, ундағы һәр шәхестең яуаплылығы тағы ла нығырыҡ арта. Тел--ул тылсымлы ҡорал. Тел бөтһә, халыҡ та юҡҡа сыға, тигән һүҙ. Ә беҙ яйлап шуға барабыҙ һымаҡ. Телде юғалтмаҫ өсөн үҙебеҙгә күберәк башҡортса аралашырға, яҙыусы, шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк. Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән ораны бөтәбеҙгә лә таныш.

Беҙҙең башҡорт телевидениеһы каналдары белем арттырыуҙа, рухи аҙыҡ табыуҙа өлгө булырлыҡ төрлө проекттар менән сығыш яһай. "Ғаилә" милли проектына ярашлы, балалар өсөн туған телебеҙҙә фәһемле, файҙалы, күңелле тапшырыуҙар күрһәтелә. Туған телдә күпме китаптар, гәзит-журналдар сыға, уларҙы уҡыған, яҙҙырып алдырған кешеләр кәмене. Гәзит уҡырлыҡ кешеләр аҙмы ни? Балаларға ла гәзит-журналдар алдырырға була.

Милләтәштәребеҙ араһында ла төрлө кешеләр бар.

Беренсенән, битарафтар, вайымһыҙҙар. Улар туған телен яҡшы белә, тик үҙе өсөн генә йәшәй. Икенсенән, маңҡорттар--туған телен белмәй, милләт төшөнсәһен аңламай, уға барыбер. Бындайҙар күбәйә бара.

Өсөнсөнән, рухлылар--мәҙәниәт күтәрелде, йыр, бейеү, ҡурай конкурстары үтә, милләтебеҙ “сәскә ата”, тиҙәр. Ләкин был аҙ, йыр-бейеү менән генә милләтте һаҡлап булырмы икән? Күңелендә халҡын йөрөткән меценаттар ҙа бар.

Дүртенсенән, зыялылар--алдынғы интеллигенция вәкилдәре: ғалимдар, яҙыусылар, уҡытыусылар һ.б. Милләтебеҙҙең киләсәген күҙаллаған, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе, халҡыбыҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы шәхестәр.

Үҙен башҡорт тип белгән кеше үҙенә: “Мин милләтем өсөн нимә эшләнем?”--тигән һорау ҡуйһын ине. Туған телгә, тыуған илгә, халҡыңа һөйөү хисен арттырыу ҙур көс талап итмәй, тик теләк булһын. Халыҡтың бөйөклөгө һаны менән түгел, ә башҡарған эштәре менән билдәләнә, тиҙәр. Һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейештер.

Балаға баштан уҡ туған телдә тәрбиә биреү һәм уҡытыуҙың айырыуса мөһим икәнлеген бөйөк педагог К. Д. Ушинский, чех ғалимы Я.А. Коменский үҙҙәренең хеҙмәттәрендә әйтеп ҡалдырған. “Каждый язык надо изучать отдельно. Сперва, конечно, родной язык, затем тот, которым нужно пользоваться в местности родного языка т.е. язык соседнего народа...”(Я.А. Коменский “Метод языков”). К.Д. Ушинский: “Халыҡтың илен, ерен, байлығын тартып алығыҙ--уларҙы кире ҡайтара ала, әгәр туған теленән яҙҙырһаң, уны бер ҡасан да ҡайтара алмаясаҡ. Был халыҡ милләт булыуҙан туҡтай,”--тип яҙған.

Бала күңелендә туған телгә һөйөү иң тәүҙә ғаиләлә һалына, унан балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә дауам итә.

Үҙебеҙҙең телебеҙҙе үҙебеҙ хөрмәт итмәһәк, уға кем хөрмәт күһәтер? Ул кемгә кәрәк булыр? Әгәр туған телебеҙҙе һаҡламаһаҡ, 40-50 йылдан милләтебеҙҙе нимә көтә?

Вайымһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан арынырға ваҡыт беҙгә, йәмәғәт!

(Мәғлүмәттәр матбуғат биттәренән алынды)

Рәсимә Айсыуаҡова, Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас