Телефонға шылтыратһалар ҙа берәү менән һөйләшкем килмәй, кемгәлер үҙем шылтыратып хәлемде уртаҡлашмайым, тырышып эшләгән эшемдән дә сыҡтым, ниңәлер хәлем юҡ.
Интернеттан уҡыған психолог кәңәштәрен тотоп магазиндан яңы кейемдәр алһам да, ҡыуанысын күрмәнем, йомарлап тығып ҡуйҙым.
Ятам бына, көсөгөнән ҡасҡан кәнтәй эт һымаҡ, балалар шылтыратһа ла алмай, күрәләр интернетта ултырғанымды, нимә уйлайҙарҙыр.
Башымда килделе-киттеле уйҙар ҡайнай, уларҙы рәткә һалырға тырышам; рәхимһеҙлек был, тиерҙәрме яҙғанымды уҡығас, ҡаты кеше икән тиеүселәр булыр, дөрөҫ түгел тип аяҡ тиберҙәр, һүҙ ағышымды аңларһығыҙмы, нисек уҡығанһығыҙ, шулай ҡабул итерһегеҙ.
Ауылдан килгәс магазингә иҙән йыуыусы булып урынлаштым, ғүмер буйы эшләп өйрәнгән эш, ике ҡулыңа бер сепрәк тотаһың да, тотонаһың бысыраҡ иҙән, кәштәләрҙе ышҡырға. Бер ауырлығы ла юҡ, яуаплылыҡ юҡ, ас та түгел, туҡ та түгел, тип эшләй бирәһең. Шулай ҙа байҙар үҙ аҡсаһын еңел генә тотторғоһо килмәй, бөтә ерҙә видеокамера, бер минут ултырырға, буш торорға тейеш түгелһең.
Һәр саҡ бер төрлө эш ялҡытып китә, ул саҡта магазиндең эргә-тирәһен таҙартырға сығам, был беҙҙең эш түгел, шулай ҙа тик торорға яратмайым, ваҡыт та тиҙ үтә. Яныма шунда уҡ ошонда ҡыш сыҡҡан дәү генә кәнтәй эт килеп иркәләнә, һалҡын ҡыштарҙа магазиндең иҫкергән ризыҡтарын ашап ҡыш сыҡты, яҙ өйөгөп йөрөгәндән һуң алты көсөгө тыуған ине, хәҙер улары кәнтәй эт артынан ҡалмайҙар, саҡ ҡына ултырып, йә ятып торһа, имсәгенә төрлө яҡлап килеп йәбешәләр. Эт биҙерәп бөткәндер инде, ҡаса, йәшенә, аяҡҡа ныҡлы баҫҡан көсөктәре уны эҙәрлекләп тыңғы бирмәйҙәр.
Кеше араһында эшләү үҙемә лә оҡшай, кемдәр генә инеп сыҡмайҙар магазингә, автопоезд менән йөк ташыусылар ҙа, әртис-чиновниктәр ҙә, шулай уҡ ауыл кешеләре лә кәрәк-ярағын тейәп ҡайталар.
Ә каникул ваҡыттарында балаларҙың күпләп инеүенән үҙем дә ялҡып китәм, ҡыш һыуыҡтарҙа йылынырға инәләр, йәй ваҡыт үткәрергә була төрлө тауарҙарға күҙ һалып йөрөйҙәр.
Эштән һуң балаларын баҡсанан алып ҡайтҡан саҡта, кискелеккә тамаҡ туйҙырырлыҡ ризыҡ алған әсәйҙәре бәләкәстәре ыңғайына оҙаҡлап йөрөй алмайҙар, ялтыр-йолтор тәмлекәстәр һораған бәләкәстәренә нимәлер алдаштырып алып сығыу яғын ҡарайҙар, өйҙә әсәйҙәрҙе бөтмәҫ эштәре, мәшәҡәттәре көтә; ҡайһы балалар истерикаға бирелеп илап үҙенә оҡшағанын алдыра.
Уларға ҡарап, ярай үҙемдең балаларҙы социализм ваҡытында үҫтереп ҡалғанлығыма ҡыуанам, хәҙер булһа нишләр инем, магазин кәштәләрендә әүрәткес ҡый-һай әйберҙәр балалар күҙен ҡыҙҙырғанында.
Был әсәй айына бер мәртәбә өс балаһын килтерә, ике игеҙәктәрен, бер ҙурырағын; ингәс тә китәләр магазин буйлап сабышып, уны тотоп ҡарайҙар, быныһын алғылары килә, тегендә ҡыҙығыраҡ тәтәй, тәмлекәстәргә лә күҙҙәре ҡыҙа. Уларға ҡарап әсәй кеше шым ғына тора, уның талабы, магазиндән нимә теләйһегеҙ алығыҙ, әммә бер генә әйбер һайлап алаһығыҙ, артығын түгел. Береһен алып, икенсене һалып югереп арыған балалар касса янына киләләр, әсәләре түләй, улар нимә генә һайлаһалар ҙа риза.
Бына тағы өс бала эйәрткән оло йәштәге өләсәй инде, күренеп тора ейәндәре менән. Ингәс ҡулъяулығын сығарып тирләгән бит-ауыҙын һөрткөләп алды ла, янына килеп ҡулына йәбешкән ҡыҙыҡайға ҡарап ҡаты ғына өндәште.
—Әйттем һеҙгә, бер нәмә лә һорамайһығыҙ тип, бына үҙем симешкә майы ғына алам да, ҡайтабыҙ, тышта һыуланырһығыҙ тип кенә индерҙем һеҙҙе. Шыйыҡ май ҡайһы ерҙәрәк ултыра ул...—миңә төбәп әйткәнен аңлағас, ауыл инәйен төпкәрәк оҙата барҙым.
—Йә, ике айҙан ашты ауылға килтереп ташлағандарына, мейемде генә сереттеләр шул арала, әле алып килеп ҡалдырайым тиһәм, ялға бармаҡсылар икән, кире алып ҡайтам инде. Үҙ ҡыҙым булһа ла һуҡыранып ҡайтып барам, кем балаһы кемгә һалыҡ, табыуын тапҡас үҙҙәре ҡараһын ине, йөрөй көсөгөнән ҡасҡан кәнтәй эт ҡошап. Һин бешергәнде ашаймы һуң улар, өйрәнгәндәр магазиндең ҡый-ғыпырын ашап, унан йөрөйҙәр әсмәйелләнеп өҫтәл тирәләй темеҫкенеп. Әллә, мин дә бала көттөм, бер ҡайнаған самауыр сәйе бөтәбеҙгә лә етте, бер ҡаҙан ашты барыбыҙ ҙа бергә ултырып ашаныҡ, былар йөрөй урыҡ-һурыҡ, пока не хочу, потом да потом тип. Элекке ваҡытта кем һиңә айырым самауыр ҡайнатһын, ултыр аша, һемтәңләп йөрөмә аш мәлендә, шулай үҫтек үҙебеҙ ҙә.
Урындыҡта теҙелеп ята инек, быларға һәр береһенә айырым урын һал, айырым бүлмә таптыралар; бер урындыҡта тәгәрәп уйнап үҫтеләр балаларым, былары бер-береһе менән һыйышмай, йә тәтәйҙәренән күп нәмә юҡ, үҙ-ара талашып бер булалар, өйрәнгәндәр гел телефонға тексәйеп ултырып, ул саҡта уларҙан тыныс, аҡыллы балалар юҡ, ә бергәләп күңелле генә уйнай белмәйҙәр. Көйҙөрҙөләр генә, шуға алып килеп ҡалдырам тиһәм, улары ял итергә баралар имеш, миңә ял кәрәкмәйме, үҙебеҙҙе үҫтерҙе тимәйҙәр.
Көйөүөнән ярһып кассала аҡсаһын түләне лә, үсеккән, көйһөҙләнгән өс ейәндәрен һелкетә тартып алдына төшөрөп алып сығып китте.
Артынан сығып магазин тупһаһында һеперткемә таянып оҙаҡ ҡына ҡарап ҡалдым. Үткән айҙарҙа йәш ҡатындың әсәһе менән телефондан һөйләшкәнен ишетеп хайран ҡалғайным.
—Ниңә балаларҙы килеп алмайһығыҙ,—тигәйне ул асыулы тауыш менән.
—Балаларҙың һурпа эскәне юҡ, теге юлы итте әҙ ебәргәнһегеҙ, тауыҡ ите бөттөмө тиһеңме, ул ней ҡоро һөйәк кенә бер-ике бешерергә генә етте. Атайҙы тиҙерәк ебәр, үҙем ҡайтмайым, балаларҙы килеп алһын, ашарға ла ебәрерһең, май, ҡаймаҡ күберәк һал, эремсек кәрәкмәй. Ҡаңғырттылар ҡасан ауылға барабыҙ тип, ә өлкәне уларҙа интернет юҡ, бармайым тип еңешә, әйт атайға, килеп алһын. Каникул бөткәнсе йөрөһөндәр, впрям надоели они мне.
Июнь айы яңы башланып ҡына тора ине ул саҡта, мәктәп каникулға балаларҙы күптән түгел генә ебәргән.
Ауылға... Өләсәйгә...
Элек ауылда сабырлы ғына, тыныс холҡло бер инәй ауырып китте, балалары аҡса йыйнаулап әбейгә санаторийгә путевка һатып алырға теләнеләр. Шул саҡта бабайы бунт күтәрҙе лә инде:
—Һин генә шыңшып йөрөһөң бында эшһеҙлектән нимә эшләргә белмәй. Ана ашауға китһәң һыйырыңды ҡуша алып кит, һарыҡтарыңды ла эйәрт. Ҡош-ҡортоңдо ла ҡарамайым, сапҡылап бөтһәм бөтәм, ҡарамайым.Билләһи ҡарамайым донъяңды, гүләйткә барыр булһаң бөтөрөп кит барыһын да.
Бөттө донъяһы йыл ярымдан һуң әбейе киткәс, тыныс ҡына йөрөгән кеше тәгәрәп кенә ятып үлгән, теге саҡта санаторийгә ебәрә алмағанға үкенделәр балалары, ейән-ейәнсәрҙәренә лә ауылға юл ябылды. Бабайы үҙен кешенән йәлләтеп оҙаҡ ҡына йәшәне һуңынан.
Шөкөр, үҫер балаларға хөкүмәт ныҡ ярҙам күрһәтә, пособиеләр яҡшы түләнә, төрлө ташламалар ҡаралған. Тыуымдың да артыуы һиҙеләлер, хәҙер ғаиләлә өс-дүрт бала тәбиғи һанала, бик һәйбәт.
Ана кәнтәй эт көсөктәренән ҡасып алыҫтан ғына көсөктәрен күҙәтеп ултыра, былары өймәкләшеп магазиндән ингән сыҡҡанға ышҡыла.
Кеше хәҙер етеш йәшәй, өй беренсә тип әйтерлек иномарка машиналар, ҡатындарҙа яһалма керпек-ҡаш, ирен-тырнаҡтар, йөҙҙәренә ботокс яһатылған. Хәҙерге илле йәшлек ҡатындарҙы етмешенсе йылдарҙағы элекке илле йәшлектәр менән сағыштырһаң, ер менән күк араһы, өләсәймен тигәндәргә лә утыҙҙан артыҡты биреп булмай.
Бик һәйбәт, бик мәслихәт, ә балалар нисек үҫәләр? Магазиндән алынған шаурма ашап, заказға алынған роллылар тәмләп, чипсы кетерләтеп, чупик имеп; магазиндәрҙә полуфабикат һатыла, көнө буйы эшләгәндәр арыйҙар, бешеренгәндәр бик һирәк, өйҙә көнөнә бер тапҡыр аш яраштырһалар бик һәйбәт әле.
Яңыраҡ бер йәш әсә баҡсалағы балаһының ашап бөтмәгән ҡалдығын өйгә биреп ҡайтарһындар, тип һораны, ә ниңә, өйҙә бешеренмәҫкә ҡулай, хаҡын түләгән...
Мәшәҡәтләнгеһе килмәүҙәндер был, ул да эштән ҡайта, интернетта ултырғыһы килә, арыған, бала тапҡан, тик күмәк баланы бағаһы килмәй, пособиеһе ярап ҡала. Йәй, каникулдарҙа өләсәйҙә, ял көндәре ҡунаҡтарға, кафеларға алып йөрөй, барһындар, саҡырған кешегә буш бармай ҙа, тыуған көнөнә бүләген тотоп бара. Кафеға ла ҡунаҡтар янына ен-пәрей кеүек бармаҫ инде, прическа, маникюр-макияж яһата, кейемдәр ҙә яңыртыла. Ғүмер бер килә, үҙеңде яратырға кәрәк, балалар һыҡраһына батып ултырмаҫ хәҙерге йәштәр.
Был бик һәйбәт, шулай ҙа оҡшай тип алдаша алмаҫмын, өйҙә бешкән ризыҡҡа нимә етә, ризыҡ бешкән өйҙә ҡот була.
Бына балалар пособиеһен араҡыға тотонғандарына бөтөнләй һыным теймәй, бар улар ҙа; дөйә муйынынан да ҡыйығыраҡ был, тере бирем кеүек күрәм тигәйне берәү эскесе бисәләрҙе. Һүҙ әйтеп ҡара уларға, үҙең ғәйепле, үҙең эскесе, үҙең әҙәм аҡтығы булып ҡалырһың.
Иномарка автомобилдәрендә йөрөп, һуңғы мода буйынса ғына кейенеп, оҙаҡ йылдар ҙур кредиттар түләп өҙгөләнгән ирен вахтанан вахтаға оҙатҡандан һуң балаларына ҡул һелтәгәндәр ҙә бар. Ундайҙар баҡса үҫтермәй, тырнаҡтарын йәнсетеп картуф сәсмәй, икмәк бешермәй, мал-себеш тураһында уйларға ла теләмәйҙәр. Таныш-белештәренә бәхетле, бай тормошта йәшәүҙәрен күрһәтәләр, ҡупшы, нәзәкәтле ханымдар исемлегендә улар. Балаларҙың ашағандары ауыҙында һәленеп күренеп тормай, үҫерҙәр үҙ яйына.
Шулай уҡ мейестә бешеренеп, бар тырышлығын һалып матур өйҙәр төҙөгән, балаларының киләсәге, белем алыуы өсөн тырышҡан, уларҙы эшһөйәр, маҡсатлы үҫтереүгә бар көсөн һалған ғаиләләр ҙә күп, үҙҙәре лә тырышып, балалар пособиеһен мәнфәғәтле тотоноп ғүмер итәләр.
Алтын урталыҡты табыу ауыр был тормошта, ҡайһы өләсәйҙәр ейәндәрен бер күреүгә зар-интизар булғанда, биш балаһының балаларын, унан тағы ирҙән айырылып ҡайтҡан ейәнсәренең балаларын көткән өләсәйҙәр бар. Көтмәй ни эшләһен, көсөгөнән ҡасҡан кәнтәй эт түгел дә, ауыр, шулай ҙа тәрбиәләй бүләсәрен, ейәнсәр йоҡлай йоҡоһо туйғансы, телефондан күҙен алмай төндәр буйы. Юргәк йыуыу юҡ, ашарға бешереп көтөргә ир юҡ, үҙ өйө юҡ, памперс ҡына булһын, баланы көршәккә өйрәтеү өләсәй бурысы, баҡсаға йөрөтөргә хәле етә, бала ыңғайына йөрөргә ҡарт кешенең нервылары ныҡлы. Балаға пособиеһе килә, эшкә сығырға әле бала бәләкәй, теләмәй ҙә, ята бот күтәреп көтөп, ҡасан аҡ атта һыбай килеп, бай матур бер принцтың килеп алырын. Үҙенә, балаға түгел, бала үҫтергән өсөн бирелгән пособиеһенә сәс үҫтереп, тырнаҡ яһатһа, салондарға йөрөһә табылыр йән йәре; тик шуныһы, ғүмерлек йәре булырмы, өләсәйҙәр елкәһенә ауырлыҡ булмаҫмы, тағы бәләкәс бәпес тыуыуы ла ихтимал.
Тышта августың һалҡын еле өшәндерә, юрғанға уранып, кәкерәйеп кенә йоҡлап киткәнмен, тынысһыҙ йоҡомдо телефон шылтырауы бүлде, алманым, минең өсөн кем шылтыратһа ла барыбер. Тәнемдә ауырлыҡ, булмышым болоҡһоу ҡара болоттарға уралғандай, тик башымдағы бушлыҡты шаңғыратып һуҡҡандай бер тауыш яңғырай: көсөгөнән ҡасҡан кәнтәй эт, көсөгөнән ҡасҡан кәнтәй эт...
Гөлдәр Кәлимуллина.