АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
5 Августа , 04:05

«Һин ҡайҙа, ҡыҙым?!» йәки «Һуңлаған үкенеү»

Үткән быуаттың 50-се йылдар башында беҙҙең ғәилә Сибай руднигында йәшәне. Атайым, элекке офицер, милицияла хеҙмәт итте, әсәйем бәләкәй бала менән эшләмәй ине. Мин ул саҡта әле уҡырға бармағайным, һеңлемде ҡарайым. Күршелә генә Рита исемле ҡыҙ йәшәй ине, минең тиҫтерем. Уның менән дуҫлашып киттек, көндәр буйы йә уларҙа, йә беҙҙә уйнайбыҙ. Уның атаһы Фәрит ағай рудникта шофер булып эшләне, әсәһе Нурия апай--һатыусы. Уларҙың бәләкәй балалары ла бар ине. Өлкән ҡыҙҙары Фаяға 15 йәш, ул ҡайҙалыр складта эшләне.

 

 

Бер көн Риталарҙың ишек алдында уйнап йөрөйбөҙ, шунда торған будканан бер тауыш сыҡҡандай булды. Будканың ишеге йоҙаҡлы, мин ярыҡтан эскә ҡараным. Унда иҙән уртаһында йәшкә минән өлкәнерәк, ҡара бөҙрә сәсле, ҙур ҡара күҙле ҡыҙ баҫып тора, ул ҡулдарын һелтәп ниҙер һөйләй. Мин Ританы саҡырҙым:

-Кем ул ҡыҙ, ниңә ишек бикле ?

-Минең апайым Вилә, - тине Рита.

-Ул нимә эшләй унда, ас ишекте сыҡһын, - тим.

-Ярамай, әсәй ҡушмай.

-Нишләп? - тип аптырайым.

-Ул һуҡыр, бер ни ҙә күрмәй, йә китеп барыр, аҙашыр,--ти Рита.

Беҙ көн һайын будка эсен күҙәтә башланыҡ. Ҡыҙыҡай, аяғөҫтө тороп, ниҙер һөйләй, йә иҙәндәге кейеҙ өҫтөндә йомарланып йоҡлап ята. Гел генә нәҙек тауыш менән йырлай ине. Ул саҡта балалыҡ менән мин аңламағанмын, был ҡыҙыҡай бар ҡайғыһын, күңел зарын бәләкәс йөрәге аша үткәреп, көйгә һалып йырлағандыр. Ҡулы менән күкрәгенә һуғып:

-Вилә асыҡҡан, ашарға бирегеҙ, Виләгә һыу бирегеҙ!--ти торғайны.

Төш мәлендә Фая килеп уны ашатып китә. Кискә Фәрит ағай самосвал машинаһында эштән ҡайта. Ул саҡта әсәйем мине Риталарға ебәрмәй. Вилә төндә ҡайҙа йоҡлағандыр, белмәйем, бәлки, йәй көнө будкала йәшәгәндер.

Күп тә үтмәй беҙ ауылға күстек. Ләкин был ғаилә менән бәйләнеште өҙмәнек. Мәктәп йылдарында ла Рита каникулда беҙгә килә ине, ҡаҙ бәпкәләрен көтәбеҙ, еләккә йөрөйбөҙ. Мин Вилә тураһында һорашам, Рита:

-Хәҙер ул беҙҙең менән йәшәмәй, ҡайҙа икәнен белмәйем,--ти.

Күп йылдар үтте, мин баласаҡ дуҫымды яңынан осраттым, әсәйем янына отпускыға ҡайтҡан инем. Ританың атаһы күптән донъя ҡуйған, ҡустыһы, һеңлеләре сит яҡтарҙа, ул әсәһе менән йәшәй икән.

-Әсәйең ни хәлдә?--тип һорайым.

-Әйҙә, беҙгә барайыҡ, үҙең күрерһең,--тине ул.

Ританың йорто ҙур, күтәреңке. Ишек йоҙаҡлы, асып эскә үттек.

Мин алдымдағы күренештән аҙап ҡалдым. Өҫтәл артында сал сәсле ҡатын ултыра, ниҙер үҙалдына һөйләй. Нурия апай ҡартайған, ләкин мине таныны.

-Хәтерләйем һине, әсәйең ни хәлдә, иҫәнме?--тип һораны.

-Имен, һау йәшәп ята,--тим.

-Ә һин беләһеңме, Фая ни эшләгәнен? Ул Виләне бер үҙен ташлап китктән бит,--тип илай башланы.-Вилә, балаҡайым, һин ҡайҙа?!

Мин аптырауҙан ни уйларға ла белмәнем. Рита әсәһенең алдына ризыҡ ҡуйҙы ла мине аш бүлмәһенә саҡырҙы. Бер ни ҙә һөйләшмәнек, күңелгә ауыр ине. Нурия апай ашамай, һаман илай, ҡыҙы әсәһен йыуата. Мин тышҡа сыҡтым. Рита ишекте йоҙаҡланы:

-Сит кешеләр килеүе бар, былай ышаныслы,--ти.

Мин унан әсәһенең әйткән һүҙҙәрен аңлатыуын һораным.

-Үҙем дә яҡшылап белмәйем, Фая апайым Виләне Өфөгә алып барған, шунда бер приюттың ишек алдында ҡалдырып киткән,--тине.

-Уның хәлен белешкәндәрме, янынына барҙылармы икән?--тип ҡыҙыҡһындым.

-Белмәйем, мин бәләкәй инем ул саҡта,--тип ҡатын башын ситкә борҙо...

Был күңелһеҙ ваҡиғаны ғаиләлә иҫкә төшөрөргә ярамағандыр инде, тип уйланым. Әсәйем янына ҡайтҡас, унан Вилә хаҡында, Нурия апай ни сәбәптән илауын һораша башланым. Әсәйем үҙе белгәндәрҙе бәйән итте:

-Нурия беренсе ире менән Өфө янында бер ауылда йәшәгәндәр. Ике ҡыҙы була, өлкәне Фая, кесеһе Вилә. Ул тыумыштан һуҡыр була. Атаһы ҡыҙын бик яратҡан, ҡулынан төшөрмәгән. Һуғыш башлана, ир кеше фронтҡа китә. Ул ҡатынына Виләне яҡшы ҡарарға, һаҡларға ҡушҡан. Һуғышта һәләк булған. Нурия яңғыҙы ике баланы үҫтерә. Фәритте осратып, уға кейәүгә сыға, тағы өс балаһы тыуа. Улар рудниккә күсеп килә, Фәрит шофер, Нурия һатыусы булып эшдәй. Беҙ улар менән күрше торғанда Виләгә 10 йәш ине. Мин ул баланы ныҡ йәлләй торғайным. Нурия ни эшләргә белмәй: ире, бәләкәй балалары бар, үҙе эшләп йөрөй, Виләне лә ҡарарға кәрәк.

Беҙ ауылда йәшәнек, асығын белмәнек. Аҙаҡ мин Фаяны осратып, Вилә тураһында белештем. Фаяға Виләне Өфөгә алып барырға тура килә. Фәрит ҡыҙҙарҙы Магнитогорскиға алып бара һәм поезға ултыртып Өфөгә оҙата, таныштарының адресын бирә. Шул кешеләрҙе табып, ҡыҙҙар уларҙа төн үткәрә. Приюттың ҡайҙа икәнен өйрәтеп ебәрәләр. Фая кәрәкле йортто төштән һуң ғына эҙләп таба. Әллә документтары тулы булмаймы, әллә ҡурҡыпмы Фая Виләне приют етәкселәренә алып инмәгән. Ҡулына төйөнсөк тотторған килеш, яңғыҙын ишек алдында ҡалдырып киткән. Урам яғынан ҡойма ярығынан ни булырын ҡарап торған. Бала янына бер ҡатын килгәс, Фая поезға өлгөрөргә вокзалға йүгергән. Ун биш йәшлек үҫмер ҡыҙ, еңел аҡылы менән, ни эшләгәнен дә аңламағандыр. Һуҡыр һеңлеһен ят ерҙә, сит кешеләр ҡулына ҡалдырып киткән. Аҙаҡтан ул приюттың ҡайҙа икәнен, һеңлеһен ҡайҙа ҡалдырғанын хәтерләй алмаған. Виләнең хәлен белеүсе, уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусы булмағандыр. Фая аҙаҡ был ҡылған эшенә ныҡ үкенгәндер. Әгәр Виләнең үҙ атаһы тере булһа, уның яҙмышы икенсе төрлө булыр ине,--тип әсәйем күҙ йәштәрен һөрттө.

Мин тәрән уйға ҡалдым, был ваҡиға күңелемдән китмәне...

Бер нисә йыл үткәс, кис көнө миңә Рита шылтырата:

-Әле генә әсәйем вафат булды, мин яңғыҙым, киләһеңме?

-Ярай.

Беҙ Рита менән алмашлап, табут эргәһендә төн буйы ултырып сыҡтыҡ. Ҡатын әсәһенең һуңғы йылдары тураһында һөйләй:

-Ул һәр төн Виләне төшөндә күрә башланы. “Әсәй, мине алып ҡайт!”--тип әйтә икән. Виләне теленән төшөрмәй, гел иҫләп ултыра, гел илай ине.

Мин Нурия апайҙы йәлләнем, күпме йылдар бәхетһеҙ балаһын күңелендә йөрөткәндер, уның яҙмышы өсөн ҡайғырғандыр, үкенесле тойғолар тынғы бирмәгәндер...Кеше иртәгәһе көнөн уйламай йәшәй, ҡылған эштәреңдән бер ҡайҙа ла китеп булмай. Әҙәм балаһы фани донъя менән хушлашҡанда үҙе менән бер нимә лә алмай, тик ғәмәлдәре генә мәңгелек йортҡа эйәреп бара, тиҙәр. Йөрөге яралы әсә үҙенең иң оло хатаһын аңлағандыр, моғайын.

Һуҡыр килеш тыуып, яҡты донъяны күрә аламаған баланың ғаиләнән башҡа бер кеме лә булмай. Туғандарының һәр береһен тауышынан, атлауынан, тын алышынан тойоп йәшәй бит. Бер көн килеп ул яҡындарына артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙыра, кәрәкмәй башлай. Унан нисек тә ҡотолоу яғын ҡарайҙар. Ә бит яҙмышы икенсе төрлө булыуы ла ихтимал булғандыр...

Быға төрлө миҫал етерлек.

Үҙемдең уҡытыусымды хәтерләйем. Ул Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашҡан Афанасий Трофимович Максимов. Танкист булып хеҙмәт итә. Фашистар менән ҡаты бәрелештә уның ҡорос машинаһы янып китә, ут танкистарҙы ла ялмап ала, Максимовтың битен яндыра. Госпиталдәрҙә оҙаҡ дауалана, ләкин күҙҙәре һуҡырая. Афанасий Трофимович мәктәптә тарихтан уҡытты, һәр дәресе ҡыҙыҡлы үтә, күп белә ине. Беҙ уның ихтияр көсөнә һокланабыҙ, нисек итеп дәрестәргә әҙерләнә икән, тип уйлайбыҙ. Уның ассистенткаһы булды, тормош иптәше икән. Икәүләп класҡа килеп инәләр, ҡатын журналға яҙа, фамилияларҙы әйтә, оценкалар ҡуя. Уҡытыусы конспектын ҡулынан төшөрмәй, яңы теманы аңлата, класс буйлап йөрөп тора. Беҙ иғтибар менән тыңлайбыҙ. Ул һуғыш һалған тәрән яраны еңеп сығып, йәш быуында Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләгән оло йөрәкле шәхес ине.

Мәктәпте тамамлағас, сығарылыш кисәһендә мин уны “дамский” вальсҡа саҡырҙым. Ул ихлас ризалашты.

-Тик башҡа бейеүселәргә ҡамасауламайыҡ,--тине.

Ҡулын билемә һалғас:

-Һин ебәк күлдәк кейгәнһең, ниндәй төҫтә?--тине шаяртып.

-Аҡ төҫтә, зәңгәр борсаҡ төшкән,--тинем.

-Әсәйең тектеме күлдәкте?

-Юҡ, әсәй аҡса бирҙе, үҙем тауар алып тектем,--тинем.

-Маладис,--тип мине маҡтаны.

Ул яҡшы бейей ине. Мин уны хәтеремдә һаҡлайым.

Әгәр ҙә Виләнең юлында уға ярҙам иткән изге кешеләр осраһа, ҡыҙҙың тормошо ла ыңғай булғандыр, бәлки үҙ урынын тапҡандыр. Тик һис шикһеҙ, Вилә һәр саҡ үҙенең әсәһен уйлаған, туғандарын һағынған, улар менән ҡасан булһа ла осрашырмын, тип өмөт иткәндер. Ләкин өмөттәр аҡланмауы бик йәл...

Рита, әсәһен ерләгәс тә Өфөгә ҡыҙы янына күсеп китте.

Был тарихтың геройҙары яҡты донъянан күптән киткән, ә хәтер юйылмай, ул йәшәй.

Рәсимә Айсыуаҡова.Сибай ҡалаһы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас