АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
4 Августа , 15:35

Иххх, ҡайтарып булһа икән...

Ҡатынымды юғалтҡанға дүрт йыл үтте... Уйламағанда, көтмәгәндә яман ауырыуҙан китеп барҙы. Өс бала менән яландай киң йортта ултырып ҡалдым. Күрше ауылға дискотекаға барғанда танышҡайным. Нескә билле, һомғол, матур, көләкәс ҡыҙ шунда уҡ иғтибарымды йәлеп итте. Бейеүгә саҡырҙым, таныштыҡ. Шул көндө өйөнә оҙатып ҡуйҙым. Күрше ауылға юлым йышайҙы. Мотоциклға атланам да кис барам. Йәй бесәндән һуң, арып ҡайтыуыма ҡарамаҫтан, йыуынам да һөйгәнемә ашығам. Бер йыл дуҫлаштыҡ. Ул төҫкә генә түгел, эшкә лә шәп булып сыҡты. Һыйырын да һауа, һарығын да ҡырҡа, бәлешен дә бешерә. Ә ҡарап тороуға иркә генә, нәфис кенә ҡыҙ бит әле. Мин уға өйләнергә теләүемде, киләсәктә ҙур ғаилә ҡороп ауылда йәшәргә теләүемде әйткәс, ул минең менән ҡыуышта ла йәшәргә риза булыуын белдерҙе. Уның йәштәштәре барыһы ла ҡалаға ашыҡҡан да, һөйгәнемдең минең янда ауылда ҡалырға ризалашыуына тағы бер ҡат һоҡландым. Өйләндек. Балалар тыуҙы. Тәүҙә ата-әсәйем менән йәшәнек. Бер һуҡранманы. Ҡәйнә-ҡайныһына ла ярай белде.

 

Мин баҫыу тултырып иген сәстем, мал көттөм. Төрлө саҡтар булды. Аҡса еткән, етмәгән мәлдәр...Юҡлыҡ талаштыра тиҙәр, талашып та киткән саҡтар булды. Әммә һис айырылам, ҡайтам тип әйтмәне. Балалар үҫә төшкәс, мәктәп йылдарынан бейергә яратҡан ҡатыным ауыл клубына мөдир булырға ризалашты. Эшләргә кеше юҡ ине. Ситтән тороп уҡырға инде. Клубта һәр төрлө саралар ойошторҙо, артистар саҡырҙы, концерттар ҡуйылды.... Ҡыҙғана инем, нервыһын да ашаным. Бахыр ғынам илап та ала ине.

Өй һалып сыҡтыҡ. Һәр ерҙә зауыҡ булды. Килешле ҡорғандар, матур мебелдәр һайлай белде. Ҡунаҡ саҡырһа, өҫтәл һыйҙан һығылып торҙо. Хөкүмәт эшенән арып ҡайта, өйҙә мал, ҡош-ҡорт... Ауылда эш күп. Әммә һис зарланманы. Ҡунаҡтар килһә лә шат-йылмайып, матур кейнеп, балҡып тора ине.

Ҡыҙғанырлыҡ та ине шул. Ҡыҙғандым. Ауылдағы теләһә кемгә ҡушып кәмһеттем. Үс итәм тип үҙем дә яңғыҙ ҡатындарға йөрөп, таңға ҡайтҡыланым...

Эххх, ниңә генә шулай иҫәрләндем икән. Мәңгелеккә китте ҡатыным. Балалар менән яңғыҙ ҡалдым. Шул уҡ өйҙә йәшәйбеҙ. Әммә унда ҡот та, нур ҙа, йәм дә юҡ...

Өйлән тиҙәр...Булмай. Минең һөйгәнем кеүек ҡатын башҡа юҡтыр ул... Һағынам, юҡһынам, күңел әрней, ҡайтара алмайым....Ихх, әгәр иҫән булһа, ҡулымда ғына йөрөтөр инем аҡҡошомдо.

Шуға ирҙәргә, хәйер ҡатындарға ла теләгем бар: тәү йәрҙәрегеҙгә тоғро булығыҙ, ҡәҙерләгеҙ, бер килгән ғүмерҙе матур йәшәгеҙ. Тәү йәр - Хоҙайҙан. 

 

Илсур (редакцияға хат яҙыусының исеме уның һорауы буйынса үҙгәртелде)

Автор:
Читайте нас