АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
7 Июля , 07:00

Һәр бала атайлы үҫһен!

Сибай ҡала Советы депутаттары Аида Малкина һәм Фаяз Хәсәнов иғлан иткән «Атай. Мәңгелеккә ҡалған һүҙҙәр» проектына ҡушылырға саҡырылған яҙмала шундай юлдар бар: «Үҙ атайҙарығыҙ--иҫән йәки мәрхүмдәре, ҡәтғи йәки өндәшмәҫтәре тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлашығыҙ». Шул һүҙҙәр йөрәгемә үтеп инде һәм мин ҡулыма ҡәләм алдым. ...Минең атайым да күптән инде баҡыйлыҡта, ул өндәшмәҫ, төҫ-башҡа ныҡ матур кеше булды. Үҙемдең йәшем күптән 70-тән уҙҙы. Күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуғанмын. Үҫә төшкәс, бәләкәй һеңлем (бишенсе бала) менән өйҙә бөтә нәмәне лә әсәйебеҙ хәл итә, тигән ҡарарға килдек. Хәҙер инде ил инәһе йәшенә еткәс, күпте күреп, күпте белгәс, шуны әйтә алам: был бер ҙә улай булмаған икән.

Һәр бала атайлы үҫһен!Һәр бала атайлы үҫһен!
Һәр бала атайлы үҫһен!

 

 

Атайыбыҙ бәлиғ булмаған сағында, әсәһе менән икеһен кулак тип табып, бөтә мөлкәтен тартып алғандар. Апайын ире менән Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһына ебәргәндәр, ә улы менән әсәһен урамға ҡыуып сығарғандар. Тыуған ерҙәре -- Баймаҡ районының Алғаҙы ауылынан улар бер нәмәһеҙ сығып китергә мәжбүр була. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында бөтөнләй сит кешеләр араһында тора башлайҙар. Унда минең буласаҡ әсәйем йәшәгән була. Әсәһе иртә үлгән, ә атаһын—уҡымышлы мулланы атып үлтергәндәр. Етем бала бөтә ерҙә лә артыҡ була. Атайымдың әсәһе—ҡартәсәйем уны шәйләп ҡалып, улына димләй.

Шулай итеп, ике яңғыҙ йөрәк 1936 йылда ғаилә ҡора. 1938 йылда өлкән ағайым, ә 1941 йылда апайым тыуа. Һуғыш башланғас, атайымды ни өсөндөр фронтҡа алмайҙар. Кулак балаһы типме, әллә һул ҡулы бер аҙ бөгөлмәгәнгәме повестка бирмәй торалар. Әммә һуғыш башланыу менән уны хеҙмәт фронтына ебәрәләр. Унан ул бик насар хәлдә ҡайтып төшөр була. Әсәйем менән ҡартәсәйем уны аяҡҡа баҫтырып алыуҙарына атайыма тағы ла хеҙмәт армияһына китер ваҡыт етә. Шулай 1942 йылдың уртаһына тиклем дауам итә. Яу яланынан яраланып ҡайтҡан күршеләре, хәрби комиссар Яхъя Ғибәт улы Нәҙерғолов был хәлде күреп: «Ҡара әле, былайтып йөрөһәң хеҙмәт армияһында астан үлеүең бар. Фронтта, исмаһам, тамағың туйып үлерһең, әйҙә мин һине фронтҡа ебәрәм»,--ти.

Шулай итеп, «блат» буйынса атайыбыҙ һуғышҡа китә.

Һуғыш тамамланғас, ул фронттан ауырыу булып ҡайтты. Башы ауыртыуҙан ныҡ ыҙаланы. Дауалап та ҡаранылар, ләкин бер нәмә лә ярҙам итмәне. Әсәйем һөйләүенсә, ул башы ауыртыуына сыҙамай стенаға үрмәләр хәлгә етә торған булған. Дауаланыуҙар бер ниндәй ҙә файҙа бирмәгән.

Мин илаҡ бала булғанмын. Ныҡ илай башлаһам, тимәк, атайымдың баш ауыртыуы көсәйәсәк тип фаразлағандар. Әсәйем: «Атайыңдың башы ныҡ ауыртҡан ваҡыттарында һине ҡарау ҡайғыһы булманы. Күрәһең, ас булғанһыңдыр»,--тип үкенеп иҫкә ала торғайны.

Атайыбыҙ Мөжәүир хәҙрәткә барып бағынмайынса сиренән ҡотола алманы. Хәҙрәт уны дауалап, бетеү яҙып бирә һәм: «Әгәр көсөм етһә, сир тышҡа бәреп сығырға тейеш. Әгәр ҙә булдыра алмаһам, хәл юҡ. Бетеүҙе башыңдан 40 көн буйына алмайынса тағып йөрөргә кәрәк»,--тип әйтә. Ул шулай уҡ әсәйемде иҫкәртә: «Түҙә алмаҫлыҡ хәлгә етһә лә, мин әйткән ваҡыт дауамында бетеүҙе башынан алмағыҙ»,--ти. Әсәйем менән ҡартәсәйем көнө-төнө уның башынан күҙен алмай. Атайым ауыртыуға сыҙай алмай: «Башым бер ваҡытта ла был хәтлем ныҡ ауыртҡаны юҡ ине. Бетеү хәлемде хөртәйтә генә. Сисеп ырғытам уны»,--тип ҡысҡыра. Әсәйем менән ҡартәсәйем быға юл ҡуймауҙың төрлөсә юлдарын табып, әйтелгән ваҡыт бетеүҙе башында тоттора. Ваҡыт үтеү менән уның маңлайында мөгөҙгө оҡшаш шеш барлыҡҡа килде, мин уны хәтерләйем. Урындағы хирург Атанғолов Хәбир Ғәлиәхмәт улы уны ҡырҡты. Ышанығығыҙмы-юҡмы, ошо хәлдән һуң сире сигенде.

Атайым һуғышҡа тиклем Юлдыбайҙа шахтала эшләгән. Тыныс тормош урынлашҡас, шахтаны күмгәндәр. Һуғыштан һуң ул совхозда балта оҫтаһы булып эшләне. Атайым менән әсәйем 10 балаға ғүмер бүләк итә.

Ул ваҡыттарҙа илдә бөтә нәмә наҡыҫ булды, ризыҡ, кейем-һалым етешмәне. Ярлы йәшәһәк тә, өйөбөҙ, әйләнә-тирәбеҙ таҙа булды. Апай-ағайҙарҙан ҡалған кейемде кейеү беҙҙең өсөн ғәҙәти хәл ине.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һеңлем дә, мин дә бала сағыбыҙ бәхетле үтте тип ул осорҙо һағынып иҫкә алабыҙ.

Өйөбөҙҙә бер кем дә әрләшмәне, һүгенмәне, эсмәне. Әсәйем менән атайымдың талашып ултырыуҙарын беҙ күрмәнек. Барыбыҙҙың да көнкүрештә башҡарырға тейешле эштәре булды. Бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡыныҡ, саңғыла йүгерҙек, санала шыуҙыҡ, еләккә йөрөнөк, төрлө уйындар уйнаныҡ, күп уҡыныҡ. Яңы тыуған сабыйҙарҙы ғына ҡарауы ауырыраҡ булды, ләкин барыһына ла өлгөрҙөк, татыу йәшәнек.

Юғары уҡыу йортона инеп уҡый башлағас, бүлмәләш ҡыҙҙар йәшәгән ерҙәрендә эскелек көслө булыуы хаҡында һөйләйҙәр ине. Мин быға аптырай торғайным: «Ә беҙҙә эсмәйҙәр, һуғышмайҙар, һүгенмәйҙәр»,--тип яуаплай инем. Институтты тамамлап, тыуған ауылым мәктәбенә балалар уҡытырға ҡайттым. Шунда инде үҙ күҙҙәрем менән күрҙем: ауылда ҡайһы бер кешеләр араҡы эсә, һуғыша, һүгенеү ҙә ишетелә. Ошо арҡала ыҙа сиккән уҡыусыларым да булды. Шул саҡта төшөндөм: минең бәхетле бала сағымды ҡартәсәйем (мин уның менән 14 йәшкә тиклем йәшәнем) һәм атай-әсәйем булдырған. Һәм, иң беренсе сиратта, аҙ һүҙле атайым, ул бик эсеп барманы, талашып-һуғышманы, һүгенмәне. Ә мин, балалығым менән, башҡа кешеләрҙең тормошо башҡаса булыуын белмәгәнмен дә.

Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына уҡыусыларымдың барыһына ла атайҙары, һуғыш ветерандары тураһында яҙырға задание бирелде. Кесе ҡустым минең класта уҡыны. Ул да, мин дә атайыбыҙҙан бер аҙ ғына булһа ла һуғыш тураһында һөйләтә алманыҡ. Әсәйем дә үтенеп ҡараны, ләкин файҙаһы булманы. Ахыр сиктә, ул асыуланып: «Дезертир булған тип яҙығыҙ!»--тине. Быны ишеткәс, ул, ҡулын ғына һелтәне лә өйҙән сығып китте. Әсәйемдең һөйләгәндәренән өҙөк-йыртыҡ ҡына: «Мурманск, Кандалакша, аэропорт, самолёттар, Белоруссия һаҙлыҡтарында бик һыуыҡта һыу эсендә ултырыуҙар»,--тигән һүҙҙәрен ишетә генә . Күрәһең, атайым шунда башына һәм үпкәһенә ныҡ итеп һалҡын тигеҙгәндер.

Атайым кеше араһына сығып йөрөргә яратманы. Түшенә наградаларын тағып ауылда уҙғарылған сараларға, байрамдарға йөрөмәне. 9 Май байрамына өндәшмәй генә барған сағында йөҙө яҡтырып, күҙҙәре терелеп китә ине.

Әсәйем, беҙҙе берәй ергә ебәрмәҫкә уйлаһа: «Атайығыҙ рөхсәт итмәй»,--ти торғайны. Ул беҙгә бер ваҡытта ла насар һүҙ әйтмәне. Ә әсәйемдең дөрөҫтө әйтәме, әллә «шыттырамы» икәнлегенә беҙ артыҡ ышанманыҡ та, быға иғтибар ҙа йүнәлтмәнек.

Атайым бик изге күңелле кеше булды. Бер мәл май айында мине, етенсе класта уҡыусы баланы, райондан 11 тиҫтерҙәрем менән Өфөгә ебәрҙеләр. Математик мәсьәләләрҙе сисеү буйынса ярыштарҙың ике туры уҙғарылды. Йылдар үткәс кенә ошо рәүешле интернатта тәүге математик класҡа уҡыусылар йыйғандарын белдем икән. Баҡтиһәң, мин райондан конкурс һынауҙарын үтеп, шунда уҡырға ингән берҙән-бер бала булғанмын. Әсәйем, үҙенең аң кимәленән сығып, мине дәүләт ҡарамығына тапшырырға теләмәне, йәнәһе лә уның артыҡ балаһы юҡ. Интернатҡа мине ебәрмәүен: «Иҙән йыуырға эшкингәйне генә, уны минән тартып алмаҡ булалар. Бирермен мин уларға!»,--тигән һүҙҙәр менән нығытып ҡуйҙы. Ата-әсәйем дә, мин дә ул саҡта бындай мәктәптә белем алыу киләсәктә миңә ниндәй мөмкинлектәр асыуын аңламай инек. Мин инде өйөмдө, мәктәбемде, класташтарымды ныҡ яратҡан үҫмер булараҡ, әсәйемдең мине ситкә уҡырға ебәрмәүенә эстән генә шатландым.

Әммә эш шуның менән бөтмәне: Өфөнән телеграмма килеп төштө. Унда: «3 сентябргә ҡәҙәр ҡыҙығыҙҙы мәктәпкә алып килеп еткерегеҙ»--тип яҙылған. Атай-әсәйемдең ҡоттары осто. Атайым менән төндә ылауға ултырып Өфөгә самолет менән осор өсөн Аҡъярға киттек.

Икенсе көндө самолёт аэропортҡа килеп төшкәс, мин иланым. Атайым мине йәлләнеме икән: «Әгәр ҙә яңы урында ҡыйын булһа, кире ҡайтыуыңа аҡсаң етә»,--тине.

Мин шулай иттем дә. Тәүге көндән үк директорҙың, унан ҡалһа завучтың кабинеттарына туҡтауһыҙ инәм. Улар төрлө яҡлап өгөтләп маташты, киләсәктә үҙемә еңел буласағын аңлатты. Документтарыңды бирмәйбеҙ тиһәләр ҙә, атайым миңә оҡшамаһа ҡайтырға рөхсәт итте тип, ай-вайына ҡуймай теләгемә ирештем. Завуч мине оҙатҡанда: «10-сы класты тамамлап, юғары уыу йортона инә алырһыңмы икән?»--тине. Ул саҡта был мине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай ине.

Әммә был ваҡыт бик тиҙ килеп етте. Атай-әсәйем, мине мәктәптән һуң уҡытыусы булып эшкә сығыр, тип уйлаған. Ул саҡта шулай итә торғайнылар.

Был мәлдә ике өлкән ағайым уҡыу йорттарын тамамлағайны. Тағы бер ағайым БДУ-ла уҡып йөрөй ине инде. Атай-әсәйемдең фекерен ишеткәс, ул әсәйемә: «Стипендиямдан 40 һум аҡса йыйҙым. Ошо аҡсаға уны уҡырға ебәрегеҙ. Теләгән еренә уҡырға инергә тырышһын. Әгәр беҙ уға был аҙымды яһарға рөхсәт итмәһәк, ул ғүмер буйы беҙгә үпкәләйәсәк. Ә инде студент булып китә алмаһа, эшкә сығыр»--тигән.

Мин юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Әсәйем шул саҡ, атайың: «Балалар мәктәпте тамамлай ҙа артабан уҡырға китә. Беҙгә ҡасан ярҙам итә башларҙар икән?»--тип һорай ти. Өлкән ағайым уҡыуын тамамлағас, аҙыраҡ эшләне, һуңынан уны армияға алдылар, шунан өйләнде. Өлкән апайым йүнәлтмә буйынса эшкә китте. Шулай уҡ аҙыраҡ эшләне лә, кейәүгә сығып, ҡырға йәшәргә китте.

Ләкин атайым миңә шәхсән бер нәмә лә әйтмәне. Артабан уҡыма, тип тә әйтмәне, асыуланманы, талап та итмәне. Үҙенсә, өндәшмәй генә беҙҙе ярата, йәлләй, барыбыҙға ла тик яҡшылыҡ теләй ине. Ә әсәйем мине оҙатҡанда ҡаты итеп: «Тағы ҡасып ҡайтма инде!»,--тине. Әлбиттә, был юлы ла барыһын да ныҡ һағына инем, әммә кире ҡайтырға ярамай ине.

Кейәүгә сығырға ваҡыт еткәс, миңә түгел, тағы әсәйемә атайым: «Ҡыҙымды ул елғыуарға биргем килмәй»--тигән. Дуҫлашып йөрөгән егетемде ул оҡшатып етмәгән. Эргәмдә уралған икенсе, минең күңелем ятып етмәгән егет хаҡында ыңғай баһала икән: «Быныһы күҙ алдында үҫте, яҡшы кеше»--тигән.

Ғаиләбеҙҙә Ислам дине тәғлимәттәре алға ҡуйылды һәм беҙ шул мөхиттә тәрбиәләндек. Хәҙер, ошо йәшемә еткәнкәндә, ҡартәсәйем менән әсәйемдең миңә ҡарата булған һөйөүен, тәрбиәһен шулай «матур» итеп аңлатырға тырышам: Бөгөн дә уларҙың васыяттарын тотам, уларҙың хаҡлығына һәм дөрөҫлөгөнә ышанам.

Ҡайһы бер мәлдәргә айырым туҡталып үткем килә. Бөтә эштәрҙе лә, ғәмәлдәрҙе лә яҡындарыңдың ризалығын алып башларға кәрәк. Иң беренсе нәүбәттә, ата-әсәнең ризалығын алыу зарур, юғиһә эшең, юлың, тормошоң уңмаясаҡ.

Шуға ла: «Атайымдың ризалығынын алмайынса кейәүгә сыҡмаясаҡмын»--тип хәл иттем. Күңелем менән уны аласағымды тойһам да, нисегерәк юл табырға белмәй инем.

Атайымдан ризалыҡ алыу әмәлен уйлап йөрөгән арала, егетем үҙен насар яҡтан күрһәтте. Нисек кенә ауыр булмаһын, уға кейәүгә сығыу теләгем һүнде. Ахыр сиктә, мин атайымдың күҙ алдында үҫкән егет менән ғаилә ҡороуымды хуплаған фекере менән килештем.

Баҡтиһәң, атайым ғына түгел, күпселек яҡындарыбыҙ ошо союз яҡлы булған: берәүҙәр мине уға кейәүгә сығып ныҡ уңды, тип иҫәпләһә, бәғзеләр кейәүҙең яҡшы кәләш эләктереүенә һөйөндө. Ә бөгөн иһә, 52 йыл бергә ғүмер иткәс, атайым ҡайһылай хаҡ булған тип уйлайым. Әлбиттә, башҡа ғаиләләрҙәге кеүек үк, беҙҙең дә төрлө саҡтар булды: бәхетле мәлдәр ҙә, низағлашҡан, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа кисерҙек, хаталар ҙа яһаныҡ. Аллаға шөкөр, уларҙың барыһын ла лайыҡлы үткәреп ебәрә алдыҡ. Әле ейәнсәрҙәремә ҡартатайығыҙ кеүек кешегә кейәүгә сығығыҙ кәңəш бирәм.

Иғтибарымды тағы бер, минеңсə, бик мөһим проблемаға йүнәлтергə телəйем. Минеңсә, атай менəн үҫкəн балалар атайһыҙ үҫкəндәрҙең хəлен аңламай. Улар ғаилəлə атай бар һәм ул шулай булырға тейеш тип ҡабул итə. Атайһыҙ үҫкəндəрҙең уй-кисерештәрен белмəйҙәр ҙә, белергә лә теләмәйҙәр.

Ирем атайһыҙ үҫкән. Уға ни бары 8 ай булғанда, атаһын 1949 йылда 10 йылға Колымаға ебәргәндәр. Ул 1944 йылда һуғыштан яраланып ҡайтҡас, ауыл советы рәйесе булып эшләгән. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа күптәрҙе төрмәгә ултыртҡандар. Юлбашсы вафат булғандан һуң уны иреккә сығарғандар һәм исемен аҡлағандар.

Төрмәнән ул ҡалмыҡ ҡатынын эйәртеп алып ҡайтып, Сибай ҡалаһында төпләнгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул йыш ҡына тыуған ауылына туғандарына һәм элекке ғаиләһенә ҡайтып йөрөгән. Мин бала саҡта уны ғаиләһенә кире ҡайтыр тип ышана инем. Ләкин ҡайһы бер туғандарының: «Уландарың инде үҫеп еткән, улар һиңә йәшәргә бирмәйәсәк»,--тигән «аҡыллы кәңәштәр»ен тотоуы уға ҡайтыр юлын яба. Был мәлгә тәүге ҡатыны алдағы балаларына иш итеп тағы ике бала тапһа ла ире улар янында йәшәүҙе кәрәк тип тапмай.

Баҡтиһәң, ирем, ғүмере буйы атайһыҙ үҫеүенә ҡайғырып йәшәгән. Бергә йәшәй башлаған тәүге йылдарҙа, мин, йәш кәләш, иремә үпкәләһәм, бәләкәй улымды алып унан ҡайтып китергә маташа инем. Ул инәлеп, минең ҡалыуымды үтенә, был аҙымды яһамаҫҡа өндәй ие. Ә бер мәл улайтып торманы, кескәй улыбыҙҙы ҡулымдан һыпыра тартып алды ла: «Бар, кит, тик баланы бирмәйем! Атайһыҙ үҫеү нимә икәнен һин белмәйһең. Улыма үҙемдең яҙмышты ҡабатларға бирмәйәсәкмен!»—тине. Мин ҡысҡырҙым, әрләштем, власть тарафынан язаға тарттырыу менән янаным, ләкин ул үҙ һүҙендә ҡаты торҙо.

Сәрелдәп, бер нигә лә ирешә алмағас, тынысландым. Улымды ташлап китә алманым. Был хәл миңә ғүмерлек һабаҡ булды. Бер ваҡытта ла әйтмәһә лә, тимәк, иремә атайһыҙ ҡыйын булған. Атайһыҙ ғаиләләрҙең проблемаһына иғтибарлыраҡ була башланым.

Тағы шундай бер осраҡтың шаһиты булдым. Иремдең 7-се класта уҡыған ҡустыһы туғандарына атайҙары килгәнен белеп ҡалған. Ул барыһының да һөйөүенә төрөнөп йәшәгән бала, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй үҫеп килә. Ләкин, атаһы килеүен белгәс тә күҙҙәре ялтырап китеүен, велосипедына атланып шунда уҡ уның янына «осоп» китергә ашҡыныуын күреп, аптыраным.

Шунда төшөндөм: үҙем әсәй булғас та, атай ҡанаты аҫтында, уның һөйөүенә төрөнөп йәшәйем икән. Минең өсөн ғәҙәти был хәл, ысынында, иң оло бәхетем булған.

Тағы бер миҫал. Йылдар үткәс, ошо уҡ ҡәйнешемдең пенсияға сығыуын байрам итәбеҙ. Табын артына төрлө йәштәге кешеләр йыйылған. Ғәҙәттәгесә, барыһы ла уны ҡотлай, туҡтауһыҙ маҡтау һүҙҙәре яңғырай. Уларҙы тыңлағандан һуң ҡәйнешемдең тормош юлы тик бәхетле мәлдәрҙән генә торған кеүек. Яҡындары тыуғандан алып уның янында атайы булмауына иғтибар итмәй, ә коллегалары был хаҡта бөтөнләй белмәй. Шул саҡ байрам кәйефен боҙмай ғына, уның төрлө мәлдәрҙән торған тормош юлына бер аҙ байҡау яһарға булдым. Бала саҡтағы шуҡлыҡтарын иҫкә төшөрөп көлдөрөп алдым. Атаһының ауылға килеүен белеп ҡалыу менән бөтә донъяһын ташлап, уға сабыуы тураһында һөйләнем. Залдағыларға күңелле ине, улар көлә-көлә тыңланы. Шул мәлдә юбилярҙан бер аҙ өлкәнерәк туғаны, уның янына барып баҫты ла, күҙ йәш алып: «Ҡустым, беҙ һинең менән бергә уйнап үҫтек. Атайлы булараҡ, һиңә ул саҡта атайһыҙ нисек ауыр булыуын уйлап та бирмәгәнмен икән, ғәйепләмә инде. Хәлеңде яңы ғына аңланым»,--тине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин һөйләгәндәрҙең мәғәнәһен күптәр аңлап етмәне. Оло кешенең күҙ йәштәре, уның үкенеүҙәре бик һирәктәрҙең күңелен ҡуҙғатты, атайһыҙ үҫеүҙең ауырлығын иҫләтте.

Ислам дине ҡанундары буйынса атайҙарын йәберһеткән балалар ҡаты язаға тарттырыла. Был әсәйҙе рәнйетергә ярай тигәнде аңлатмай, ә атайҙы һаҡларға кәрәклеккә ишара.

Әйтәләр бит, әсәһен ҡыйыртһытҡан балаларҙы Тәңре язаһынан әсә һөтө һаҡлай, ә атай рәнйешенән ҡотолоу юҡ.

Шулай уҡ, атайға, ир кешегә ҡул күтәреү, ир-атты ашатлау ҙа ярамаған эш кенә түгел, хатта ҡәтғи тыйыла...

Бына ошо васыяттарҙы минең аңыма бала саҡтан уҡ ҡартәсәйем менән әсәйем һеңдергән. Тормош тәжрибәм күрһәтеүенсә, был васыяттарҙы боҙоу үҙеңә яза булып әйләнеп ҡайта.

Тағы бер хәл иҫкә төштө: ирем менән яңы өйләнешкән мәлдәрҙә, тәбиғәт ҡосағында ойошторолған бер табынға ҡайным үҙенең ҡалмыҡ ҡатыны менән килде. Ул өҫтәл башында ултырҙы. Бер мәл табынға саҡырылған бер ҡунаҡтың өҫтәл артында юҡлығы асыҡланды. Ҡунаҡтан күҙ яҙлыҡтырғандары өсөн ҡайным үҙенең өлкән улдарын бик ҡаты итеп шелтәләне. Районда етәксе вазифалар биләгән улдары өндәшмәй генә яр буйлап икеһе ике яҡҡа ғәйеп булыусыны эҙләргә йүгерҙе. Был хәлгә мин ныҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, ирем артынан йүгерҙем һәм: «Һеҙҙе ҡарап үҫтермәгән бит, шул тиклем итеп тороп әрләшергә! Ни өсөн уға ҡаршы әйтмәйһегеҙ?»--тип һораным. Ул миңә әйләнде лә: «Әсәйебеҙ атай менән итәғәтһеҙ һөйләшергә рөхсәт итмәй»,--тип яуап бирҙе.

Йомғаҡлап шуны әйткем килә: бер тыныла аҡ ҡағыҙға теҙгәндәрем һеҙҙән рәхмәт йәки ғәйепләү һүҙҙәре ишетеү өсөн яҙылманы. Был минең күргән-белгәндәрем. Ә һеҙ үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙа атайҙарығыҙ биләгән урын хаҡында яҙығыҙ.

Шулай уҡ, үҙ балаларын үҫтермәгән атайҙарға әйткем килә: ғәзиздәрегеҙҙең тормошонда һеҙҙең юҡлыҡ һалған тәрән, уңалмаҫлыҡ яра ғүмерҙәре буйы уларҙың йөрәген әрнетә.

Вәлимә Ҡуғашева.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас