АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
22 Июня , 05:30

Заман башҡа, заң башҡамы?

  Электән билдәләүемсә бисәләр эшен яратмайым мин, миңә утын ярыуы, төҙөлөш эше, ғөмүмән ирҙәр эше күңелемә яҡыныраҡ. Шулай уҡ кеше араһында, элеккеләр әйтмешләй, ,,хөкүмәт эшендә" йөрөүҙе хуп күрәм, хәҙер байҙарға бил бөгәбеҙ инде, был турала яр һалырға ярамай, көнлөксөмө, хеҙмәтсеме, ялсымы, кем үҙен нисек атай. Бабай әйтмешләй, ҡайнымдың өсөнсө малайы мин, көндәлек өй йыйыштырыуҙы, ризыҡ яраштырыуҙы кәрәк, тейеш булғанға ғына башҡарам. Тәмле бешеренә белгәндәргә, төрлө төрлө салаттар яһап һыйлағандарға һоҡланам, үҙемдең етешһеҙлегемде таныйым, шулай ҙа үҙемде үҙгәртергә, төрлө аш-һыу рецептарын өйрәнергә теләгем дә, ихтыяр көсөм дә юҡ. Минең девиз, ябай, туҡлыҡлы, тиҙ әҙерләнгән ризыҡтар булһын, ә хәҙер олоғайғас ашҡаҙан ҡабул иткәнде генә әҙерләргә тырышам.Әлбиттә был үҙемдең ялҡаулығымды аҡлау ғына икәнлеген һәр кем һиҙенәлер, яҡын һеңлемдең ысын күңелен биреп әҙерләгән, үҙе әйтмешләй, юғары кимәлдәге сәй церемонияһында үпкә йөҙҙөрөп сәй эскәндән һуң үҙемә лә шундай байрам яһап алырға тырышам ул; тик түҙемлегем бер-нисә тапҡырға ғына етә, аҙаҡ тағы үҙемдең арбама ултырам.Шулай ҙа ғаилә традицияһына ингән тип әйтерлек бешергән ризығыбыҙ бар, картуф билмәне!

Етмешенсе йылдарҙа әсәй йортонда йәшәгәндә бешермәнек уны, иҙелгән картуфтан мейестә асығауыҙ бәлеше, ябыҡ итле картуф бәлеше беште, майҙа бешкән картуф пирожкиһен ашаныҡ, ә картуф билмәнен ашағаным булманы.

Кейәүгә сыҡҡас ҡына ҡәйнәм менән бешерҙек, оҡшаны, аҙаҡ һыуынған билмәндәрҙе табала майҙа ғына тышын ҡытырлатып ҡурып ашатҡанының тәме әле лә тел осонда.
Һәм китте, китте, минең фирменный блюдаға әүерелде, картуф билмәнен бешереү көнөн алдан билгеләп ҡуям. Таң менән тороп бер биҙрә картуф әрсеп, иттартҡыстан үткәрер өсөн оҙонсалап турайым, унан ҡамыр баҫам. Улым өйҙә булғанда йоҡонан тороу менән ҡулын артҡа ҡуйып, «Әлләллә, әлләллә» тип ҡыуанысынан һикерәңләп ала, картуфты иттартҡыстан үткәреү уның эше. Ҡыҙҙар өйҙә булғанда ҡамыр баҫыу улар бурысы булды, йәймә йәйеү минең өҫтә.Билмән яһағанда ҡыҙҙарҙың нимәлер һөйләп көлөшөп-шаярыуҙарын күреп, мин дә әсәйемдән күрмәксе, ҡыҙҙар ҡыйыш бармаҡтан да көлә, етер һеҙгә, тип тыйған булам, ә үҙемдең ауыҙ көлөүҙән арып бөткән. Бер биҙрә картуфтан яһалған билмәндәрҙең самаһын күҙаллайһығыҙҙыр, яһап бөткәнсе байтаҡ ваҡытты ала. Мин бешкән билмәнде ҡаймаҡҡа болғап ашарға яратһам, бабай менән улым теләгәнсә уларҙы тиҙ генә табалағы ҡайнаған майға төшөрәм, кетерләп кенә торған алтын төҫөндәге билмәндәрҙе яраталар. Бәләкәй саҡта улым урыҡ-һурыҡ ҡулына ҡыҙҙырылған билмәнде тотоп ашарға яратһа, апайҙарынан әрләнер ине, майлы ҡулың менән теләһә ҡайҙа тотонаһың, аяғөҫтө ашарға ярамай, өҫтәл артында ғына аша. Әммә бәләкәй улым тик кенә  ултырып ашарға теләмәй шул, йөрөп ашағыһы килә, гиперактив бала.

 Картуф билмәне табынында һәр саҡ күршелә йәшәгән ҡәйнәм түрҙән урын ала, тағы әллә еҫен тойоп, әллә осраҡлы рәүештә, уныһын бер Аллаһыбыҙ белә, Альберт ҡәйнештең  юлы беҙгә төшә, был яҙылмаған ҡанун.
Бына бөгөн ейәнсәр килгәс икәүләп билмән яһайбыҙ, мин ҡамыр йәйәм, ул көлә-көлә хәбәрен һөйләп билмән яһай. Һәр ваҡыттағыса картуфын ҡутараһынан әҙерләгәнмен, ҡамырын ейәнсәр етерлек баҫҡан.
—Өләсәй, әллә илайһың инде, ҡыҙыҡ түгелме әллә һөйләгәнем...
—Юҡ, юҡ...Ниңә иларға тей, баяғы әрсегән һуғаның күҙҙе йәшкәҙәтә шикелле, тәҙрәне асайым әле.
Мин элеккеләрҙе хәтерләгәндәремде әйтә алмайым да, хәҙер ҡыҙҙарҙың үҙ тормошо, үҙ мәшғүлдәре. Бәлки, улар ҙа  үҙ ҡыҙҙары менән картуф билмәне яһайҙарҙыр, яһай алмаған көндә лә уйҙарында барҙыр, онотоуҙары мөмкин түгел картуф билмәнен, хатта алдарында ниндәй генә затлы ризыҡ булғанда ла.
Ә улым, ашағыһы килһә лә ашай алмайҙыр һуғыш яланында; һатып алған билмән, билмән түгел инде, үҙеңдекенә етмәй. Эййй...Балаҡайыма ике ҡайтҡанында ла картуф билмәне бешереп ашата алманым, ниңәлер ниәтем килеп сыҡманы, бер мин уйлағандан ғына иҫәпкә хисап тап килмәй шул, киләһе ризығына насип булһын инде ауыҙ итергә,  Илаһым бер һинән һорайым бар теләгемде.
 Башымда ҡайнаған уйҙарымды ейәнсәргә әйтә алмайым әлбиттә, шулай ҙа уға ҡушылып көләм, иртәгәгә йәштәр көнөнә әҙерләгән тамашаларға барырға ниәт ҡорабыҙ, был әбей башында нисә тараҡандар йыбырлайҙыр, һәр береһе үҙ юлын таба.
Шөкөр әлегә үҙ ҡулдарым менән яһап, ейәнсәр менән ауыҙ иттек, бабайға ла ҡурылғаны эләкте.
 Һыйыр ҡойроғо теймәһә лә, ҡаҙ майы ҡушылғас тәмле булды, ошолай балалар килгәндә бергәләп бешереп ашарға яҙһын, үҙе бер кинәнес, кем әйтмешләй ҡамыр ашамайынса тамаҡ туймай шул.
Әйткәндәй, хәҙер алтмышҡа аяҡ баҫырға әҙерләнгән Альберт ҡәйнештең дә атының башы был яҡҡа ҡайырылмай, заман башҡа заң башҡа...


Гөлдәр Кәлимуллина.

Автор:
Читайте нас