Район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Илүзә Кәримова етәкләгән ойошма һуңғы ваҡытта йәштәрҙе таныштырыу, уларҙы осраштырыу маҡсатында ҙур эш башланы. Ҡоролтай ағзаһы, район хакимиәтенең баш белгесе Фәнилә Бәширова башланғысы менән башланған эштең бөгөн һөҙөмтәләре ҡыуаныслы: әллә күпме пар өйләнешкән һәм үҙҙәренең бәхетен тапҡан.
Бөгөнгө беҙҙең әңгәмәбеҙ тап ошо хаҡта: таныштырыу проекты нисек эшләй, маҡсаты һәм киләсәккә пландары ниндәй? Әңгәмәлә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илүзә Кәримова менән район хакимиәтенең баш белгесе Фәнилә Бәширова ҡатнаша.
—Фәнилә Фаил ҡыҙы, тәүге һорау һеҙгә: «Бәхет» чаты нисек эшләй һәм унда кемдәр мөрәжәғәт итә ала?
—Аралашыу телеграмда башҡорт телендә «Бәхет- чат» тип аталған чатта алып барыла. Унда ҡушылыу өсөн танышырға теләгән йәштәр ҡоролтай битләүенә шәхсән үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Шарттары: 30-45 йәшлек, эшләп йөрөгән, насар ғәҙәттәре булмаған, ғаилә ҡорорға етди ниәттәре булған йәштәр. Уйын-көлкө ҡорорға, эсергә яратҡан, әхлаҡһыҙ йәшәү рәүеше алып барған кешеләр беҙҙең был иғланды урап үтһә лә була. Битләүгә яҙғанда үҙҙәре тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт бирһендәр: йәшәү урыны, йәше, эше, ғаилә хәле (балалар), шөғөлдәре, телефон номеры һәм мотлаҡ фото булыуы шарт. Мәғлүмәттәр менән танышып сыҡҡандан һуң, чаттың админдары өҫтәү-өҫтәмәү тураһында хәл итә.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк: йәштәр мотлаҡ үҙҙәре яҙырға тейеш, «улымды, ҡыҙымды, апайымды йә ағайымды өҫтәгеҙ» тигән мөрәжәғәттәрҙе бөтөнләй ҡабул итмәйбеҙ. Тағы ла бер мөһим иҫкәртеү–чатта әҙәпһеҙ темалар, һүгенеү һәм башҡалар тыйыла, аралашыу көндәлек темалар аша бер-береңде белеүгә, танышыуға арналған. Беҙҙең чат дини йүнәлештә түгел.
—Илүзә Таһир ҡыҙы, ҡоролтай рәйесе булараҡ, был проектҡа һеҙҙең фекерегеҙ ниндәй?
—Бик ыңғай. Белеүегеҙсә, беҙҙең район республикала үткән «Айыҡ ауыл» конкурсында йыл һайын бик әүҙем ҡатнашты. Ошо конкурс сиктәрендә Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм), Әбүбәкер, Федоровка (улар республикала район данын яуланы), бихисап саралар үтте. Баһалама ағзаһы булараҡ, ауылдарҙа уртаса йәштәге ҡатын-ҡыҙарҙың һәм ирҙәрҙең яңғыҙ икәнлегенә иғтибар иттек. Берәүҙәр тәүге никахынан уңмаған, икенселәре яңғыҙ бала тәрбиәләй, кемдер әсәһен ташлап китә алмай, ауылда ҡалған һәм башҡалар. Шул ваҡытта Фәнилә Фаил ҡыҙы менән тап ошо ауылдарҙа йәшәгән буйҙаҡтар, яңғыҙ ҡатын һәм ирҙәр өсөн ниндәйҙер таныштырыу кисәһе үткәреү теләге барлыҡҡа килде. Әммә уны нисек ойоштороу, кемдәрҙе йәлеп итеү мәсьәләләре асыҡ ҡала килде. Ниһайәт, был проектты тормошҡа ашырҙыҡ һәм бер нисә осрашыуҙар үтте, ғаиләләр барлыҡҡа килде.
—Фәнилә Фаил ҡыҙы, был саралар тураһында яҡындан таныштырһағыҙ ине.
—Алдан әйтеүебеҙсә, беҙҙең проектта күпселек 30-45 йәштәге кешеләр ҡатнаша. Төркөм булдырылып, эштәр бер аҙ яйға һалынғас, Сиҙәм ауылында осрашыу үткәрҙек. Сарала Баймаҡ районынан да килделәр, төрлө уйындар уйнаныҡ, бер - беребеҙ менән яҡындан аралаштыҡ. Артабан «Бәхет чаты»ндағылар Баймаҡ районының Төркмән ауылында үткәрелгән матур сарала ҡатнашты, икенсе юлы Сибай ҡалаһында осрашып, аҙаҡ Ғәҙелша шарлауығына барҙыҡ. Аҡрынлап яңы парҙар барлыҡҡа килде, кемдер үҙ йәрен табып, өйләнеште. Тәүге парҙар никах уҡытҡас, күңелдә ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек тойғоһо барлыҡҡа килде, эшебеҙҙең дөрөҫ йүнәлештә икәнлегенә инандыҡ.
Йәйҙең матур бер көнөндә йәмле Һаҡмар бу-йында урынлашҡан эшҡыуар Илшат Игебаевтың «Ҡурай» турбазаһында «Буйҙаҡтар һабантуйы»н үткәрҙек. Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил һәм башҡа раойндарҙан 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Район мәҙәниәт идаралығы ла был саранан ситтә ҡаламаны, концерт номерҙары менән ярҙам итте. «Буйҙаҡтар һабантуйы» былтыр июнь айында үтте һәм июлдә тәүге никах теркәлде. Бөгөн таныштырыу проекты буйынса 10-дан ашыу парыбыҙ бар, был һандың икеләтә һәм өсләтә артыуына ышанысыбыҙ ҙур. Быйыл да был тәңгәлдә эш алып барыла. Беҙ әле күрше райондар менән генә сикләнмәйенсә, Хәйбулла районына сиктәш булған Ырымбур өлкәһенең башҡорт ауылдары менән дә бәйләнешкә сығырға уйлайбыҙ. Йәштәребеҙ үҙ парын табып, матур итеп ғаилә ҡорһа, насармы ни?!
—Ысынлап та, социаль селтәрҙә беҙ һеҙҙең матур эштәрегеҙ менән даими танышып барабыҙ, сәстәрен-сәскә бәйләгән парҙарығыҙҙы күреп, һөйөнәбеҙ. Күптән түгел махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир ветеран Юлдаш менән «Ватан һаҡсылары» фондында социаль координатор булып эшләгән Лилиәнең никахы булды, төрлө һынауҙар үткән парға бәхетле тормош теләйбеҙ! Артабан да таныштырыу проекты яңы парҙар табыуын дауам итһен, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килһен! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Әйткәндәй, мәҡәләне баҫырға әҙерләгәндә, Фәнилә Бәшированың да Ейәнсура егете менән ғаилә ҡороуы хаҡында хәбәр алдыҡ.
Йәш ғаиләгә мөхәббәтле
һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
Кәримә Усманова.