Бөгөн Бер туғандар көнө. Бер әсәнән, бер атанан тыуған балаларҙың ҡатышып, бер-береһенә терәк булып йәшәүе бәхет, әлбиттә. Әммә бөгөн туғандарын ситкә тибеүселәр ҙә осрап ҡуя, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Кисә табип кабинеты янында сиратта ултырам. Янымда ике инәй һөйләшә:
— Олоғайған һайын тыуған ауыл нығыраҡ һағындыра.
— Эйеее. Алай ҙа ҡусты -килендәр ауылда. Ураған һайын саҡыралар. Береһенә барһаң, икенсеһе саҡырып ала. Өй беренсә ҡунаҡ булып китәбеҙ.
— Ҡалай рәхәт һиңә, бәхетлеһең.
--Аллаға шөкөр.
--Минең ауылда бер туған апайым ғына бар, уның менән ҡатышмайбыҙ. Беҙҙең атайҙар башҡа. Әсәй үлгәндән һуң, апайым: "Ты мне никто, килеп йөрөмә", - тине. 😢🤔 Бына 23 йыл инде ҡатышмайбыҙ. Барыр кешем дә юҡ. Бер көндә барып әйләнеп ҡайтырға техникам юҡ, бер кешем юҡ. Япа -яңғыҙ йәшәп ятам. Ярай әле, күршеләрем һәйбәт.
Һөйләшеүҙәрен махсус тыңламаһам да, янымда ултырғастар ишетелә. Инәйгә күтәрелеп ҡарап йәлләп киттем.
23 йыл ҡатышмаған был бер туғандарҙың мәрхүм әсәһен торғоҙоп ултырһаң, ҡыҙҙарына ни әйтер ине икән? Моғайын, татыу, дуҫ, бер -берегеҙгә терәк булығыҙ тиер ине...