Айбулат Уразбахтин халыҡҡа үҙе белгәндәрҙе еткерергә, аңлатырға теләй һәм коллективтарҙа ос-рашыуҙар уҙғара. Күптән түгел республикабыҙҙың Мәғариф ми-
нистрлығы, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, ҡаланың Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы ярҙамы менән Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһендә ҡала халҡы өсөн семинар үткәрҙе.
—Был тормошта һәр нәмәнең инструкцияһы бар,—тип һүҙ башланы Айбулат Алик улы.—Беҙ, кешеләр ҙә, ниндәйҙер инструкция менән ебәрелгәнбеҙ. Шул ҡағиҙәләрҙән тайпылһаҡ, тормошта көрсөк башлана. Ул үҙ-ара мөнәсәбәттә, иҡтисадта, экологияла, идара итеүҙә, хатта глобаль финанс йүнәлештә лә сағыла. Хәҙер бөтә донъяла нимә бара? Былар барыһы ла үҙ-үҙебеҙҙе өйрәнмәүҙән, аңламауҙан килә. Боронғо яҙмаларҙа, атап әйткәндә Ҡөръән, Библия һәм башҡаһында әйтелә: кеше үҙ тормошоноң «заказсыһы». Тирә-яҡта барған нәмәне ул үҙе тыуҙыра, тик быны аңламай, һиҙмәй. Быға ышанмаҫтар. Кеше ауырыһа, мин үҙемә сиргә заказ бирмәнем тип уйлар. Аҡсаһы етмәһә лә үҙенә хәйерселек һорап ултырмауын әйтер. Ғаиләһендә, коллективта мөнәсәбәте насар булһа ла үҙен ғәйепләмәҫ. Был насар күренештәр, алама хистәр, эйе, уға кәрәк түгел. Киреһенсә һәр кем һау, бай, бәхетле булырға теләй.
Бына математика тигән фән бар. Унда ниндәйҙер мәсьәләне сисер өсөн фәндең нигеҙен, ҡағиҙәләрен, ҡабатлау таблицаһын белергә, унан формуланы өйрәнергә, аҡылды эшкә егергә кәрәк һәм беҙ яуапты алабыҙ.
Йәғни белем нигеҙен белмәйенсә, мәсьәләне хәл итеп булмай. Беҙҙең тормошта ла шундай хәлдәр бара. Ғәҙәти булмаған тормош формулаһы бар.
Уның да үҙ фәне—ул матди булмаған фән, күңел, аң рәүешендәге.
Кешене аң кимәлендә өйрәнергә кәрәк.
Табиптар, биологтар уны физиологик яҡтан өйрәнә, ә беҙгә зиһенгә иғтибар итеү мөһим.
Аң мөһимерәк. Ул—тормошобоҙ менән идара итеүҙең төп механизмы. Кешелә физик органдарҙан тыш, йәнә 5 орган бар. Улар—аҡыл, тойғо, еҫ белеү, ишетеү һәм тәм тойоу. Тирә яҡты күреү, ишетеү һәм башҡалар аша беләбеҙ. Бөтә күргәндән, ишеткәндән АҠЫЛ юғарыраҡ. Унда әллә күпме мәғлүмәт, образдар һаҡлана, әммә уның функцияһы бик ябай. Ул күңелгә ятҡанды ҡабул итә, күңелгә ятмағанды кире ҡаға. Русса әйткәндә, приятно—хочу, неприятно—не хочу. Аҡыл зыянлы менән файҙалыны айырмай. Мәҫәлән, бер кем дә мәктәптә йә ҡайҙалыр уҡырға теләмәй, әммә аҡылы менән төшөнә: уҡырға кәрәк, юғиһә беҙ наҙан ҡаласаҡбыҙ һәм лайыҡлы йәшәй алмаясаҡбыҙ. Икенсе миҫал да килтерәйем. Мәҫәлән, алкоголь ҡулланыу. Аҡыл уны ҡулланғандан һуң еңел, күңелле буласағын, тартыныу, оялыу юҡҡа сығасағын белә. Тик йыш ҡулланһаҡ кем булабыҙ? Алкоголик! Аҡыл үҙ теләктәренең сиген белмәй, сөнки ул тойғо органдары менән бәйле. Тәмле ризыҡ ашағыҙ әле. Бер тәрилкә, унан ике, өс... Аҙаҡ күңелегеҙ болғаныр, уҡшырһығыҙ. Йәки яңы машина алдығыҙ ти, ҡыуанаһығыҙ, өс аҙналап ултырғығыҙ ғына, йөрөгөгөҙ генә килеп торор. Аҙаҡ иһә ғәҙәти булып китә—аҡыл менән тойғоғоҙ туя.
Ғаилә мөнәсәбәтендә лә шулай. Бына ғашиҡ булдығыҙ, яраттығыҙ, йөрәктә ут дөрләй, «унһыҙ йәшәй алмайым»
тип уйларһығыҙ—былар тойғо һәм аҡыл кимәлендәге мөхәббәт, ул тиҙ һүрелә.
Ә нисек уйлайһығыҙ: ни өсөн йәштәр ғаилә ҡора ла 1,5-2 йылдан мөхәббәт юҡ була.
Ҡайҙа була ул? Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым.
Тойғо кимәлендәге һөйөү тиҙ һыуына һәм ғәҙәтигә әйләнә.
Интернеттағы, телевидениелағы рекламаларға иғтибар итегеҙ: барыһы ла кеше аҡылына һәм тойғоһона, тойғо органдарына тәьҫир итеүгә йүнәлтелгән. Аҡылға һәр ваҡыт нимәлер кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙең замандың барлыҡ техноген цивилизацияһы—аҡылдың эше. Шулай уҡ беҙҙең шәхси тормош та шул аҡылдың эше. Аҡыл ул—трансформатор. Энергия трансформаторы кеүек, эмоция тыуҙыра, әйберҙәрҙе, ваҡиғаларҙы материаллаштыра. Мә-
ҫәлән, һеҙ ҡурҡаһығыҙ, шул саҡ ҡанығыҙҙа адреналин барлыҡҡа килә. Шул саҡ үҙегеҙҙе ҡулға алһағыҙ, адреналин монадреналинға әүерелә. Көнләшәһегеҙ икән—ҡанда ағыу, мөхәббәт—наркотик. Йәғни уны бит үҙ аҡылығыҙ менән булдыраһығыҙ.
Аҡыл һәм тойғо—ул биологик платформа. Ул хайуандарҙа ла бар. Ул хистәр ҡәнәғәтлеге өсөн бирелгән. Шулай уҡ ул кешене матди йәшәйешкә лә бәйләй. Был алдатҡыс бер платформа һәм ул һыҙланыуҙар, нимәгәлер ҡайғырыуҙар ебәрә. Шуға ла заман психологтары аҡылды контролгә алырға кәңәш итә. Исламда, мәҫәлән, нәфсе һүҙе бар. Үҙ нәфсеңде ныҡ тотмаһаң, кеше бәхетһеҙгә әйләнә, деградацияға юл алған тормош башлай. Ә бит һәр кем бәхетле булғыһы килә. Бының өсөн тормошто аң кимәлендә аңларға, ҡабул итергә кәрәк. Үҙегеҙҙә яман уйҙар, үпкә-асыуҙар йөрөтмәгеҙ. Ул һеҙҙе ауырыу итә. Бер нәмә лә тормошта юҡҡа сыҡмай. Кире хис-тойғолар, йәғни кешенең энергияһы йыһанға китә һәм кире килеп үҙеңә ҡайта. «Ни өсөн мине яратмайҙар? Ни өсөн миңә бындай ауыр тормош?» тигән кеүек һәр төрлө уйҙар биреп мыжымағыҙ. Тормошобоҙ «акция—реакция» кеүек. Йәғни һеҙ кемгәлер насарлыҡ эшләнегеҙ—был һеҙҙең акция, ҡасан булһа ла уға
яуап аласаҡһығыҙ—был реакция. Уны бумеранг тип тә әйтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта акцияһыҙ реакция булыуы ихтимал. Йәғни тәүҙә реакция. Һеҙ тормоштан, кешеләрҙән, эшегеҙҙән, балағыҙҙан, ирегеҙҙән, ҡатынығыҙҙан ҡәнәғәт түгел, мыжыйһығыҙ, кө-йәһегеҙ. Ошоға аҙаҡ акция «иғлан ителә», йәғни ауырыйһығыҙ, айы-рылаһығыҙ, балағыҙ тыңламай, эштән ҡыуылаһығыҙ һ.б. Уны карма тип тә атайҙар. «Карма»ның башҡортсаһы ла бар: ҡарамаҡ. Ата-бабалар йыш ҡына «Барыһы ла беҙҙең ҡарамаҡта» ти. Карма—ҡарамаҡ. Тимәк, ни сәсәбеҙ—шуны урабыҙ. Шулай уҡ барығыҙ ҙа «йога» тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул юғары көс менән бәйләнешкә инеү. Уның да бит башҡортсаһы бар: йоға. Яман уйҙар уйлаһаң—яманы, яҡшы уйҙар уйлаһаң яҡшыһы йоға. Үҙегеҙ менән идара итергә өйрәнегеҙ, дөрөҫ йәшәгеҙ, кәйефегеҙҙе үҙегеҙ көйләгеҙ. Астрологтар әйтеүенсә, әле Һыуғояр дәүере бара. Быны ғалимдар ҙа иҫбат итте. Йәғни иҫке ҡиммәттәр юҡҡа сыға, яңы идеялар, технологиялар алға сыға.
Матди байлыҡҡа ымһынып беҙ үткәнебеҙҙе, йәғни тәү башланғысыбыҙҙы юғалтһаҡ, беҙ көрсөккә терәләсәкбеҙ.
Шуға баланс булырға тейеш, беҙҙең менән матди ҡиммәттәрҙең идара итеүенә юл ҡуйырға ярамай.
Айбулат Алик улы Уразбахтиндың лекциялары күп яҡлы: ғаилә, тәрбиә, туҡланыу һәм башҡалар. Уларҙың барыһы ла тормошто дөрөҫ ҡабул итеүгә, энергияны дөрөҫ юҫыҡҡа ебәреүгә барып тоташа. Быны аңлау өсөн уйланырға, күп уҡырға, боронғо эпостарҙың йөкмәткеһенә төшөнөргә, дини китаптарға, психология һәм философия юҫығындағы яҙмаларға иғтибар бүлергә кәрәк.
Семинар һуңында лотерея уйыны ла уйнатылды, еңеүселәргә төрлө китаптар бүләккә бирелде. Ә саранан килгән аҡса, йәғни 140 мең һум махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға кәрәкле әйбер алыуға тотонола.
Аллаһы Тәғәләгә табыныу ғына аҙ, ул яралтҡан бөтә нәмәнең, шул иҫәптән үҙ донъябыҙҙың «ҡағиҙәләрен» белергә һәм үтәргә саҡырған А.А.Уразбахтин киләсәктә лә осрашыуҙар уҙғарырға иҫәп тота.