Бөтә яңылыҡтар
Фекер
4 Март , 11:40

Сәхәр сәйе ниңә тәмле?

Бөгөн ҡыҙым сәхәргә уятыуымды һораны. Бергә ураҙа тоттоҡ. Сәй эскәндә үҙебеҙҙең бала саҡтағы яҡты хәтирәләрем менән уртаҡлаштым. Өләсәйебеҙ менән ҡартәсәйебеҙ ураҙа тотҡандарында беҙҙе лә сәхәргә уята инеләр. Иртә таңдан тороуы еңел булмаһа ла, өҫтәлгә ҡуйылған тәмле-татлы танһыҡ ризыҡ татлы йоҡоларыңды ҡасырырлыҡ була торғайны. Ул сейәле май, сейәле муйыл тиһеңме, еләк ҡағы, хәлүә, һәр төрлө емеш ҡайнатмалары, боҫорап торған яңы бешкән картуф, йылы ҡоймаҡ, тәмле бәлеш, "яҫтыҡ" кәнфит, ҡаймаҡҡа туҡылған ҡорот, ҡыҙыл эремсек, сөсикмәк, телеңде йоторлоҡ бутҡа һ.б. һ.б. ул замандың иң татлы аш-һыуы һанала ине. Хәҙер бындай ризыҡҡа замана балалары бөтөнләй иғтибар ҙа итеп бармайҙар.


Өләс менән ҡәртәстең таңғы һыйынан һуң кире йоҡларға ятабыҙ бит инде. Күпмелер ваҡыт үткәс беҙҙе әсәйебеҙ уята башлай. Иртәнге тәғәмде ҡабул иткәс, мәктәпкә йүгерергә бит инде. Шул саҡта сираты буйынса сәхәргә тороусы һуйҙайып ята бирә. Йәнәһе, башҡалар иртәнге сәйҙе эскәнсе ятып тора, ни тиһәң дә, тамаҡ туҡ. Шундай-шундай тәмлекәстәр ашаным, тип башҡа туғандарың алдында маҡтанып та алаһың әле ул...
Ураҙа тамамланғанса беҙгә 11 балаға сәхәр сәйҙәре икешәр-өсәр тапҡыр эләгә торғайны. Бөгөн килеп өләсәйебеҙ менән ҡартәсәйебеҙҙең сәхәргә уятыуҙарындағы бер хәлдең асылын аңлар йәшкә еттем шикелле. Иртәнсәк сәй эскәндә өҫтәлгә ҡуйылған тәм-томдарға улар ҡағылманылар ҙа тиерлек. Асылда, тәм-том менән беҙҙе генә һыйланылар. Ураҙа тотоуҙың, динле булыуҙың татлы ғәмәл булыуын улар ошо рәүешле аңлатырға, беҙҙе йәлеп итергә тырышҡандарҙыр тием. Һаман тел осонда ул сәйҙәрҙең тәме, ризыҡтарҙың таты.

Әхмәр Үтәбай.

Автор:
Читайте нас