АЙБУЛАТ УРАЗБАХТИН:
Хөрмәтле ағай-эне, ата-әсәйҙәр, туғандар, дуҫтар!
20 йыл элек үҙ тормошомда ниндәйҙер көрсөк (кризис) мәле мине лә урап үтмәне, сөнки кеше ғаилә ҡороп, эш башҡарып ҡаршылыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар осрата һәм дә, бәхәс-конфликт тыуҙырып, кризисты барлыҡҡа килтерә. Әлбиттә, кешенең булған хәл-ваҡиғалары ул осраҡлы рәүештә тыумай, әммә ләкин ошо “осраҡлы” тигәндең төп асылын беҙ, күптәребеҙ, аңлап етмәйбеҙ.
“Аңлап етмәү” тигәндәй, беҙҙе бер кем дә өйрәтмәгән. Боронғонан ата-бабаларыбыҙ ошо тормош ҡағиҙәһен “БЕҘҘЕҢ ҠАРАМАҠТА” тип атағандар.
Бының инде мәғәнәһе нимәлә: тормошобоҙҙа һәр бер булған хәл-ваҡиғалар ул беҙҙең хис-тойғоноң һәм артабан яһалған аҙымдарыбыҙҙан тора, тимәк, ҡыйынлыҡтар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә, ҡыуаныстар ҙа, бәхеткә өлгәшеүме, йәки бәхетһеҙлекме – бөтәһе лә беҙҙең ҡарамаҡта, беҙ үҙебеҙ тормошобоҙҙо ҡорабыҙ. Бында бер кемдә ғәйепле түгел!
Ошо мәғлүмәт миңә 26 йәшемдә килде, эшһеҙ ҡалып ике ай эҙләнгәндән һуң, ғәйеплеләрҙе эҙләмәйенсә йөрәгемә һорау бирҙем. Ни өсөн мин әлеге ваҡытта ошо ҡиәфәттә, ни өсөн мин эшһеҙ, ғаиләмде ҡара алмайым. Һәм “яуап” килде.
Ошо яуап аша мин үҙ тормошомдо үҙгәртә алдым. Әлбиттә, тиҙ генә, шул секундта уҡ, үҙгәрештәр булмай, уға ваҡыт кәрәк, ләкин шул ваҡытта килгән “яуап” аша 23 йыл тормошомдо төҙөйөм.
Был “яуап” мине абсолют белемгә этәрҙе. Ә инде артабан практик кимәлдә тормошомда ошо белемде ҡулландым.
Ошо ынтылыш, тормоштағы мәсьәләрҙе сисергә өйрәтте: һаулыҡ, мөнәсәбәт төҙөү, маҡсатҡа өлгәшеү, матди байлыҡ, бында шул уҡ туған телде һаҡлау, ғөмүмән, бәхетле булыу – бер үк “серле белем” аша тормошҡа өлгәшә.
Аҡмуллабыҙ әйткән һүҙҙәре һәр ваҡыт минең иҫемдә тора “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк, арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк”. Бөйөк шәхесебеҙҙең фекере аңлауға асыҡ та, шул уҡ ваҡытта серле лә, сөнки хәҙерге заманға ҡараһаң – беҙ бөтәбеҙ ҙә белемле тип үҙебеҙҙе тоябыҙ, тойған һымаҡбыҙ. Әммә төплөрәк уйланһаҡ, саҡ ҡына ҡарашыбыҙҙы киңәйтеп ҡараһаҡ, тормошобоҙҙа көрсөктөң күплеген күреп, ғаилә хәлдәренә, һаулығыбыҙға, ихтисади-социаль хәлдәргә иғтибар итһәк, шәхесебеҙҙең 19 быуатта әйткән һүҙҙәре һаман да актуаль икәнен аңлайбыҙ.
Хәҙер беҙҙең аң кимәлебеҙ, интеллектуаль кимәлебеҙ тип әйтәйек, һүлпәнерәк. Беҙ “ҡарайбыҙ”, ләкин “күрмәйбеҙ”, “тыңлайбыҙ”, ләкин “ишетмәйбеҙ”. Ул әле йән уянып етмәгәндән, әммә ләкин кризистар беҙҙе уятыр өсөн бирелә.
Ғөмүмән, кеше тормошонда, уның үҫешендә ике юл бар, береһе – “белемгә ынтылыш”, икенсеһе “көсөргәнеш юлы”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ күптәребеҙ “көсөргәнеш юлын” тапайбыҙ.
Нимә тип әйткем килә, ҡәҙерлеләрем, “белем юлы” менән бәхеткә өлгәшәйек. Мин бәхетле, мәҫәлән. Һеҙгә лә шуны теләйем. Шуға күрә ата-әсәләр, йәштәребеҙ менән осрашып төрлө төплө темаларға һөйләшәйек. Беҙгә ошо йүнәлештә, әлбиттә, йәнле осрашыуҙарҙы күбәйтер кәрәк, арып талғансы мәғрифәтселек менән булышыр кәрәк. Әүҙем ҡатнашайыҡ.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Айбулат Алик улының фекерҙәре бик ҡыҙыҡлы, уйға һала. Әгәр уны тыңларға теләһәгеҙ, 11 мартта Сибай концерт-театр берекмәһендә үтәсәк «Тормош инструктажы» исемле осрашыуға килегеҙ. Саранан алынған килем махсус хәрби операцияға йүнәлтелә.