Һаумыһығыҙ, "Атайсал" гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Гәзит аша уйҙарымды, бошоноуҙарымды халыҡҡа еткергем килмәй. Һуңғы йылдарҙа шул тиклем кешеләр үҙгәрҙе. Өйөнә бикләнде, ҡатышмай, урамда ҡолап ятһаң да ярҙамға килмәй. Бөтәһен дә тик аҡса ҡыҙыҡһындыра. Махсус хәрби операцияның башланыу китеүе лә күптәрҙең ысын йөҙөн асты. Яугирҙәргә ҡаралған түләүҙе алыр өсөн ни генә ҡыланмайҙар?
Күршемдең ҡыҙы кейәүгә сығып бәхетле генә йәшәп ятҡанда, илдә яман сир--ковид таралды. Ауырлы ҡатын да, ире лә коронавирус менән ауырыны. Ир өйҙә генә дауаланһа, ҡатын дауаханаға инде. Бәпәйен табыуын тапты, тик сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән булып сыҡты. Ә йәш әсә үҙе шул сирләүҙән мандымай, балаһына ике ай булғанда мәрхүмә булып ҡалды. Күршем, өләсәй булараҡ, сабыйҙы үҙе көттө. Баланың атаһы, шул ауырыуынан ныҡ йүткереүенә ҡарамаҫтан, Себерҙә эшен дауам итте.
Өләсәй кеше яндырай, яһил ғына. Кейәүен алиментҡа бирҙе. Кейәүе, әлбиттә, түләне. Вахтанан ҡайтҡанда балаһына килеп тә китә ине. Әммә сирле баланы ир ҡарай алмағандыр инде, үҙенә алманы. Уҙған йыл Себерҙән ҡайтты. "Һаулығым буйынса ул яҡта эшләй алмайым, яҡшыраҡ эш табырға кәрәк",- ти ине ул. Ике ай өйҙә ятты. Теге йүткереүе һаман бөтмәгән ине. Ике ай алимент килмәгәс, ҡәйнәһе ҡайҙа ғына ошаҡламаны... Һөҙөмтәлә, егетте махсус хәрби операцияға саҡырттылар. Үкенескә күрә, ил һағында ике ай ғына булды, мәрхүм булды. Бәлки, баяғы сире лә ауыр шарттарҙы күтәрмәгәндер.
Нимәһе ҡыйын: хәҙер бала үкһеҙ етем ҡалды. Күршемә көйәм, әҙерәк кейәүенең хәленә кереп, эшкә төшөүен көтһә лә булыр ине. Ни тиһәң дә, баланың атаһы бит... Был донъяла бөтә нәмәне аҡса менән генә үлсәмәһәк ине.
Әсмә М.
Сибай ҡалаһы.